Эстәлеккә күсергә

Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фәдис Рәхимйән улы Ғәниев битенән йүнәлтелде)
Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы
Тыуған

11 февраль 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (57 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Борай районы Борай ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Хеҙмәттәшлек

Башҡорт дәүләт филармонияһы, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008)

Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы (11 февраль 1967 йыл) — йырсы. 1989—1995 йылдарҙа һәм 1998 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вокал артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).

Фәдис Рәхимйән улы Ғәниев 1967 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Мулла ауылында тыуған.

Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған (профессор Миләүшә Мортазина класы). 1996—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһында[1] солист-вокалист булып эшләй, 1989—1995 йылдарҙа һәм 1998 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы.

Хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Биктимерова менән дуэтта йырлай.

Сәхнә эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Композиторҙар Рөстәм Яхин, Салауат Низаметдинов, Нур Дауытов, Сәлих Сәйҙәшев («Хуш ауылым»), Руза Сәхәүетдинова, Урал Рәшитов, Ризуан Хәкимов («Әйтмә һин ауыр һүҙ»), Наил Шәймәрҙәнов һәм Рәйес Ханнановтың («Уфтанма») йырҙарын башҡара.

Репертуарында башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары «Уйыл», «Сәлимәкәй», «Аһ, Ырымбур ҡалаһы», «Шахта», «Сәрмән», «Хәмдиә» урын алған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997)
  • Бөтә Союз «Татар жыры» конкурсының беренсе премияһы (1991)