Эстәлеккә күсергә

Фәтҡуллин Фәрит Миңнула улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәтҡуллин Фәрит Миңнула улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 сентябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Ҡорманай, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Әүҙемлек урыны «Ҡыҙыл таң» гәзите
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Фәтҡуллин Фәрит Миңнула улы (27 сентябрь 1949 йыл) — журналист. 1975 йылдан «Кызыл таң» гәзите хеҙмәткәре. 1975 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының (1998) һәм Татарстан Республикаһының (2014) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2000), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге (1996) премиялар һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәжит Ғафури — XXI быуат» мәҙәниәт фонды төбәк йәмәғәт ойошмаһының Мәжит Ғафури исемендәге (2008) премияһы лауреаты.

Фәрит Миңнула улы Фәтҡуллин 1949 йылдың 27 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Ҡорманай ауылында ябай колхозсыларҙың ишле ғаиләһендә алтынса бала булып тыуған.

1967 йылда Солтанморат ауылындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң ике йыл ярым урындағы колхозда эшләй. Бер үк ваҡытта йәмәғәт башланғысында комсомол ойошмаһы секретары базифаһын башҡара.

1969—1971 йылдарҙа Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була, уны хәҙерге Украина биләмәлендә урынлашҡан Хәрби-Һауа Көстәре часында үтә. Бында КПСС сафына ҡабул ителә.

1971 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң Ауырғазы районының «Ватан юлы» гәзитендә эш башлай. 1972 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының татар-рус бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә.

1975 йылда «Кызыл таң» республика гәзитенә саҡырыла һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген редакцияның партия тормошо бүлегендә хәбәрсе булып дауам итә. Шул уҡ йылда СССР Журналистар союзына ағза итеп ҡабул ителә. Артабанғы йылдарҙа редакцияның төрлө бүлектәрендә хәбәрсе була, бүлек мөдире вазифаһын башҡара. 19... — 19.. йылдарҙа гәзиттең яуаплы секретары, 19... — 19.. йылдарҙа — мөхәррир урынбаҫары. 1994 йылдан — әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998)
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014)
  • Башҡортостан Республикаһы Премьер министрының Рәхмәт хаты
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия
  • Рәсәй Журналистар союзының Почётлы дипломы
  • Мәжит Ғафури исемендәге премия
  • Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия
  • Әҫәре мәктәп дәреслегенә индерелеүе айҡанлы — Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы һәм Рәсәй Яҙыусылар союзының Михаил Шолохов исемендәге миҙалы