Хабаровск дәүләт иҡтисад һәм хоҡуҡ университеты
Хабаровск дәүләт иҡтисад һәм хоҡуҡ университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 30 июнь 1970 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Хабаровский институт народного хозяйства, Хабаровская государственная академия экономики и права һәм Хабаровский государственный университет экономики и права |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ХИНХ, ХГАЭП һәм ХГУЭП |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Хабаровск |
Урын | Хабаровск |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1 ноябрь 2023 |
Рәсми сайт | ael.ru |
Хабаровск дәүләт иҡтисад һәм хоҡуҡ университеты (рус. Хабаровский государственный университет экономики и права ХГУЭП, тулы рәсми атамаһы:«Хабаровск дәүләт иҡтисад һәм хоҡуҡ университеты» юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы) — Хабаровскиҙағы иҡтисад-хоҡуҡ профилендәге юғары уҡыу йорто.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1970 йылдың 30 июнендә Хабаровск халыҡ хужалығы институты (ХИНХ) булараҡ ойошторола.
1994 йылдың 29 апрелендә Хабаровск халыҡ хужалығы институты менән Мәскәү дәүләт юридик академияһының Хабаровск филиалы һәм Мәскәү коммерция университетының Хабаровск филиалын берләштереү һөҙөмтәһендә Хабаровск дәүләт иҡтисад һәм хоҡуҡ академияһы (ХГАЭП)[3][4] тип үҙгәртелә.
2015 йылдың 2 ноябренән «Хабаровск дәүләт иҡтисад һәм хоҡуҡ академияһы» юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы "Хабаровск дәүләт иҡтисад һәм хоҡуҡ университеты " юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы тип атала башлай.
Факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҡтисад факультеты
- Халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр факультеты
- Идара итеү һәм технологиялар факультеты
- Юридик факультет
Ректорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Перекальский Владимир Александрович — ректор- ойоштороусы (1969—1968).
- Гайдачук Семен Иосифович — иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, (1969—1974).
- Молотов Петр Максимович — иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, (1974—1981).
- Лысенко Владимир Александрович — иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, (1981—1987).
- Коневских Петр Михайлович — иҡтисад фәндәре докторы, профессор, (1987—1996)
- Лихобабин Владимир Алексеевич — философия фәндәре кандидаты, доцент, РФ-ның почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, (1996—2011).
- Плесовских Юрий Гертурович — юридик фәндәр кандидаты, доцент, РФ-ның почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, (2012—2019).
- Зикунов Ирина Валериевна — иҡтисад фәндәре докторы, профессор, (2019 йыл, 20 июнь — 2019 йыл, 26 ноябрь. Ректор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы).
- Жебо Анна Владимировна — техник фәндәр кандидаты, доцент, (2019 йыл, 26 октябрь — 2020 йыл, 26 октябрь. Ректор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы).
- Боев Максим Юрьевич — тарих фәндәре кандидаты, доцент, (2020 йылдың 27 октябренән ректор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы).
Билдәле тамамлаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нестеренко Татьяна Геннадьевна — (1981 йыл), Рәсәй Федераль ҡаҙна етәксеһе.
- Елизаров Виктор Александрович — (1979 йыл), Алыҫ Көнсығыш федераль округының Федераль Арбитраж суды рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы.
- Кацуба Александр Станиславович (1981 йыл), Хабаровск крайы хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, финанс министры.
- Шляховой Андрей Захарович — (1982 йыл), «„Далькомбанк“ Алыҫ Көнсығыш коммерция банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты һәм идара рәйесе (2012 йылдан МТС-банк филиалы).
- Гудилин Александр Васильевич — (1985 йыл), идара эштәр Аҙыҡ-түлек сәнәғәте, сауҙа, көнкүреш хеҙмәтләндереүе министрлығының эштәр идарасыһы.
- Вдовенков Валерий Маркович — (1971 йыл), Хабаровск край суды рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы.
- Юрченко Сергей Геннадьевич — (2002 йыл), «Сбербанк России» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Алыҫ Көнсығыш банкыһының крайын Хабаровск буйынса Баш бүлексәһе идарасыһы.
- Лев Гринкруг Соломонович (15 март 1955 йыл, Амурҙағы Комсомольск — 9 июнь 2014 йыл[1]) — СССР һәм Рәсәй инженеры, финансист; Шолом-Алейхем исемендәге Амур буйы дәүләт университеты ректоры (2006 йылдан).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 23.10.1993 года № 1083
- ↑ Приказ Государственного комитета Российской Федерации по высшему образованию от 29.04.1994 года № 355
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Хабаровского государственного университета экономики и права . Дата обращения: 26 ноябрь 2011. Архивировано 17 февраль 2012 года. 2012 йыл 8 март архивланған.
- Официальная группа университета в социальной сети Facebook . Дата обращения: 8 март 2013.