Хайтарма (бейеү)
Хайтарма | |
Хайтарма (рус. Возвращение ҡырымтат. qaytarma, къайтарма — «ҡайтыу») — ҡырым-татарҙарының халыҡ бейеүе.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бейеү тәбиғәт циклдарын һәм мәңгелек хәрәкәтте символлаштыра[1]. Ир кеше бейеү барышында ҡулдарын ситкә тотоп, бармаҡтарын муйынына ҡыҫа. Ҙур булмаған һикереүҙәр менән тиҙ һәм ҡыҙыу хәрәкәттәр яһай. Ҡатын-ҡыҙ бейеүҙә, киреһенсә, аяҡ һәм яурын хәрәкәттәре менән, ҡулдары менән шыма әйләнеү хәрәкәттәре яһап, киҫкен хәрәкәттәрһеҙ һығылмалы рәүештә эш итә[2][3]. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер сығанаҡтарҙа бейеүҙе тик ҡатын-ҡыҙҙар йәки ир-егеттәрҙән айырым ҡатын-ҡыҙҙар ғына башҡара ала тип күрһәтелә[3][4].
Туйҙарҙа һәм байрамдарҙа Ҡырым татарҙары тарафынан башҡарыла[5].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тикшеренеүсе А. В. Богород фаразлауынса, «Хайтарма» дәрүиштәрҙең суфый бейеүенән алынған[6].
Б. Н. Казаченко, Н. Я. Бакши, А. Л. Ахкинадзеның «Ҡырымсаҡтарҙың музыкаль-поэтик мираҫы» мәҡәләһендә күрһәтелгән версияға ярашлы, бейеүҙең тамырҙары сефардтар (йәһүдтәр) Ҡырымда 1492 йылда Пиреней ярымутрауынан ҡыуылғандан һуң барлыҡҡа килеүенә бәйле. Ярымутрауҙа бейеүҙе ҡырым сиғандары (урмачель) үҙләштерәләр. Мәҡәлә авторҙары билдәләүенсә, хайтарма беренсе тапҡыр 1793 йылда телгә алына[7][8]. Бынан тыш, бейеүҙе төрлө вариацияларҙа ҡырым-татарҙары ғына түгел, ә шулай уҡ ҡырымсаҡтар, ҡараимдар, урумдар һәм Азов буйы гректары бейей[9][10][11].
1903 йылда композитор Александр Спендиаров тәүге тапҡыр «Хайтарма» көйөн башҡара. Йыр өсөн материалды ул Ҡарасубаҙарҙа[12] булғанда йыя. Спендиаров Ҡырым халыҡтары музыкаһына хас булмаған 7/8 ритмы урынына 3/8 ҙурлығындағы көй яҙҙыра[7].
1925 йылдың йәйендә Ҡырымда археологик-этнографик экспедиция үтә, унда Өсәйен Боданинский, Ғосман Аҡсаҡраҡлы һәм Асан Рефатов ҡатнаша. Экспедиция барышында бейеүҙең 25 версияһы яҙып алына. Йыйылған материалдар нигеҙендә Рефатов 1932 йылда «Ҡырым татарҙары йырҙары» китабында хайтарма тик ҡырым-татар бейеүе генә һәм Кавказ, Төркиә йәки Иран халыҡтарына хас түгел тигән һығымтаға килә. Сергей Зайченконың 1995 йылда сыҡҡан «Азов буйы гректары бейеүҙәре» тигән хеҙмәтендә төбәктең 22 тораҡ пунктын тикшереү килтерелә. Был экспедиция барышында шулай уҡ бейеүҙең төрлө варианттары теркәлә. Зайченко хайтарманың музыкаль ритмын −9/8 йәки 7/8 тип баһалай, был төрки мәҙәниәтенә хас. Шуға күрә тикшеренеүсе был бейеүҙе грек мәҙәниәте тип атап булмай тигән һығымтаға килә.
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылдарҙа рәссам Эннан Әлимов «Къайтарма ойнагьан къыз» («Хайтарма бейеүсе ҡыҙ») картинаһын яҙа[13].
1939 йылдан ҡырым-татар халыҡ бейеүҙәре «Хайтарма». ансамбле эшләй.
2013 йылда Әхтәм Сәйетаблаевтың «Хайтарма» исемле фильмы хайтарма бейеүен башҡарыуҙан башлана.
2014 йылдың сентябрендә YouTube хайтарма 10 төрлө илдә бейеү видеоһы баҫылып сыға.
«1944» йырҙың клибында украин йырсыһы Жамала 2016 йылда «Евровидениеһы» конкурсында еңеүсе була.. Мавиле Ягьяева ҡырым татарҙарының башҡа халыҡ бейеүҙәре элементтары менән хайтарманы башҡара.
2015 йылда «Укрпочтаһы» «Хайтарма бейеүе» маркаһын сығара.
2017 йылда украин «Йондоҙҙар менән бейеү» шоуында режиссер Әхтәм Сәйетаблаев һәм бейеүсе Алена Шоптенко хайтарма бейеүен башҡаралар[14][15].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кочнова, Ольга Анатольевна. Семиотический анализ художественного фильма «Хайтарма» 2020 йыл 13 ғинуар архивланған. (2014) // Таврические студии. Серия: Культурология. № 6. с. 66-71
- ↑ Олейник М. А. Народная хореографическая культура крымских татар 2020 йыл 12 ғинуар архивланған. // Культура народов Причерноморья с древнейших времён до наших дней, Симферополь. 2017. с. 87-89
- ↑ 3,0 3,1 Шерфединов, Яя. Звучит кайтарма // Издательство литературы и искусства имени Гафура Гуляма. Ташкент, 1978. с. 232 — с. 181
- ↑ А. М. Підлипська. Кримськотатарський танець у діяльності професійних митців хореографії за межами Криму у першій половині ХХ століття (до 1941 року) 2020 йыл 13 ғинуар архивланған. // Культура народов Причерноморья. — 2008. — № 125. — С. 33-36
- ↑ Весілля в Криму по-кримськотатарськи (фотогалерея) 2020 йыл 12 ғинуар архивланған. // radiosvoboda.org
- ↑ А. В. Богород. Танцювальні ритуали і практики мусульман: релігієзнавчий аспект 2023 йыл 9 апрель архивланған. // Гілея: науковий вісник. — 2015. — Вип. 103. — С. 227—232
- ↑ 7,0 7,1 Казаченко Б.Н., Бакши Н.Ю., Ачкинадзе А.Л. Музыкально-поэтическое наследие крымчаков // Вопросы крымскотатарской филологии, истории и культуры. — 2016. — № 2. Архивировано из первоисточника 13 ғинуар 2020.
- ↑ Святыни и проблемы сохранения этнокультуры крымских караимов-караев: материалы научно-практической конференции в рамках Международного этнографического фестиваля «Караи собирают друзей», Симферополь, Евпатория, Джуфт Кале, 14-16 сентября 2007 г 2020 йыл 30 июнь архивланған. // Ассоциация крымских караимов «Крымкарайлар», 2008 — с. 263
- ↑ Караимская жизнь // 1911. № 07
- ↑ Александр Рыбалко. С приазовскими греками в Карпатах танцевали хайтарму 2020 йыл 12 ғинуар архивланған. Greek.ru // 27.07.2005
- ↑ Нацменшини на лінії розмежування: греки Приазов’я 2018 йыл 23 ғинуар архивланған. // radiosvoboda.org
- ↑ хәҙер Белогорск (Ҡырым)
- ↑ Гульнара Усеинова. Первый директор Крымского художественного училища 2018 йыл 5 октябрь архивланған. // Газета «Голос Крыма», № 38 (976) от 21.09.2012 г.
- ↑ Наталия Барна. Viva! Самые красивые-2018: звезды Танцев со звездами попали в номинации 2020 йыл 13 ғинуар архивланған. (17.12.2017) // viva.ua
- ↑ Ахтем Сеитаблаев впервые прокомментировал финал «Танців з зірками» 2020 йыл 13 ғинуар архивланған. (31 октября 2017) // tsn.ua