Эстәлеккә күсергә

Хаммамзаде Исмаил Деде Әфәнде

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хаммамзаде Исмаил Деде Әфәнде
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Ғосман империяһы
Тыуған көнө 9 ғинуар 1778({{padleft:1778|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Константинополь[d], Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 29 ноябрь 1846({{padleft:1846|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2][3] (68 йәш)
Вафат булған урыны Мәккә, Хабеш[d], Ғосман империяһы
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Ваба
Ерләнгән урыны Мәккә
Һөнәр төрө композитор, ханенде, Музыкант, играющий на нее
 Хаммамзаде Исмаил Деде Әфәнде Викимилектә

Хаммамизаде Исмаил Деде Әфәнде (төр. Hammâmîzade İsmâil Dede Efendi, 9 ғинуар 1778 йыл, Истанбул — 29 ноябрь 1846 йыл, Мәккә) — Төркиәнең традицион (классик төрөк) композиторҙарының иң билдәлеләренең береһе[4][5].

Исмаил Деде Әфәнде Хаммамизаде 1778 йылдың 9 ғинуарында Истамбулда тыуған. Музыкаға һигеҙ йәштә сағында Мехмед Эмин Әфәнделә уҡый башлаған. Истмабулға яҡын Еникапа янында Мәүләүи дәрүиштәр ордены ойошторған йола бейеүҙәрендә ҡатнашҡан. Али Нутки Деде уны най тип аталған ҡурайға оҡшаш музыка ҡоралында уйнарға өйрәткән. 1799 йылда деде тигән дини дәрәжә алған. Солтан Сәлим III Деде Әфәнденең ижадын юғары баһалаған һәм музыкант солтан һарайында йыш ҡына сығыш яһаған. Деде Әфәнде Мәүләүәи орденының сама тантаналары өсөн бер нисә йөҙ йыр яҙа. Сама өсөн яҙылған ете әҫәре уның иң яҡшы әҫәрҙәре тип йөрөтөлә. 1846 йылда ул хаж ҡыла, тик юлда ваба (холера) сирен йоҡтороп, Мәккәлә вафат була.

Билдәле әрмән һәм Ғосман империяһы композиторы Амбарцум Лимонджян — Деде Әфәнденең уҡыусыһы .

Деде Әфәнденең классик төрөк музыкаһының барлыҡ формаларындағы ике йөҙҙән артыҡ әҫәре һаҡланған. «Sultanî yegâh», «nev’eser», «saba-buselik», «hicaz-buselik» һәм «araban kürdî» мәҡәмдәрен дә ул яҙған тип иҫәпләнә.

Уның Истанбулдағы Кумкапа районында өйө менән музыкаль салонында хәҙер музей.

  1. Record #74287871 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Hammamizade İsmail Dede Efendi // International Music Score Library Project — 2006.
  3. 3,0 3,1 Dede Efendi // Musicalics (фр.)
  4. Сайт министерства культуры Турции
  5. Профессиональная музыка крупных городов центральных регионов Османской империи (Стамбул, Измир, Фессалоники до 1912 года и пр.). После образования Турецкой республики носит название «классической турецкой музыки»
  • Turkish Music Portal 2016 йыл 21 апрель архивланған.
  • The Modernization Process in Two Oriental Music Cultures: Turkish and Japanese, Karl Signell: Asian Music, Vol. 7, No. 2, Symposium on the Ethnomusicology of Culture Change in Asia (1976), pp. 72-102, published by: University of Texas Press.