Харрасов Мөхәмәт Хәҙис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы битенән йүнәлтелде)
Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы
Тыуған көнө

18 сентябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Сермән ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

физика-математика фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор (1996); Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты (2002)

Награда һәм премиялары

Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008)

Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы (18 сентябрь 1948 йыл) — ғалим-физик, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2000-2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты (2002), Чечен Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (2008), физика-математика фәндәре докторы (1995), профессор (1996), Башҡортостан Республикаһының (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының (2008) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (2001) һәм мәғариф отличнигы (2003).

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәмәт Хәдис улы Харрасов 1948 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Сермән ауылынды тыуған.

1966—1971 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының физиука факультетынжа уҡый.

1971—1972 — лаборант, БДУ.

1972—1975 — Мәскәү дәүләт университеты аспиранты.

1975—1991 — БДУ-ның «Теоретик физика» кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент.

1991—1994 — Мәскәү дәүләт университеты докторанты.

1994—1999 — БДУ-ның физика факультеты деканы.

1999—2000 — Башҡортостан Республикаһының Юғары мәктәп һәм фән буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

2000—2010 — БДУ ректоры, «Элемтә» кафедраһы мөдире.

2010—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]