Эстәлеккә күсергә

Харрасов Рәшит Мирхәҙи улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Харрасов Рәшит Мирхәҙи улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 1 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Рсай, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, ауыл хужалығы

Харрасов Рәшит Мирхәҙи улы (рус. Харрасов Рәшит Мирхәҙи улы; 1 ғинуар 1949 йыл) — совет партия эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Рәшит Мирхәҙи улы Харрасов 1949 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Рсай ауылында тыуған. Юғары белемле — 1966—1971 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡып сыҡҡан, 1984 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1971 йылда Дүртөйлө районындағы «Россия» совхозында баш зоотехник вазифаһында башлай. Артабан ошо уҡ райондың «Маяҡ» колхоз рәйесе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы баш зоотехнигы, начальник урынбаҫары.

1982—1984 йылдар — Юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы.

1984—1985 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының ойоштороу эше бүлеге инструкторы.

1985—1991 йылдарҙа- КПСС-тың Балтас район комитетының икенсе секретары, артабан беренсе секретары.

1990 йылда Харрасов Рәшит Мирхәҙи улы Балтас районы, 169-сы Балтас һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының йәштәр, физик культура һәм туризм эштәре буйынса комиссияһы ағзаһы булған[2].

1991—1994 йылдарҙа — хужалыҡ эшендә: Башҡортостандың «Агрокомп» фирмаһында директор.

1994—1995 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты белгесе.

1995—1999 йылдарҙа — территориялар менән эшләү бүлеге мөдире, мөдире.

1999 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты бүлегенең дөйөм бүлеге мөдире[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республиканың Почет грамотаһы
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2009).

Өйләнгән, ғаиләһендә ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  3. Харрасов Рашит Мирхадиевич
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104