Хафизов Ринат Ҡасим улы
Хафизов Ринат Ҡасим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | СССР |
Тыуған көнө | 24 август 1961 |
Тыуған урыны | Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1996 |
Һөнәр төрө | спортсы |
Спорт төрө | спортивная акробатика[d] |
Ҡатнашыусы | Кубок мира по спортивной акробатике 1981[d] һәм Чемпионат Европы по спортивной акробатике 1985[d] |
Хафизов Ринат Ҡасим улы (24 август 1961 йыл — 1996 йыл) — СССР спортсыһы, спорт акробатикаһы буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Европа чемпионы (1985).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ринат Ҡасим улы Хафизов 1961 йылдың 24 авгусында Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған.
Спорт менән шунда уҡ шөғөлләнә башлай, тренер Александр Громовта тәрбиәләнә. Һуңыраҡ Тольяттиға күсә һәм Виталий Гройсманда күнегә.
1996 йылда фажиғәле һәләк була. Уның иҫтәлеге хаҡына тренеры Александр Громов Октябрьскийҙә спорт акробатикаһы буйынса ярыш ойоштора. Был ярыштар йыл һайын үткәрелә һәм бик тиҙ арала популярлыҡ яулай, артабан спорт акробатикаһы буйынса Бөтә Рәсәй квалификация турниры статусын ала.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Спорт акробатикаһы буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры[1].
1981 йылдың август айында ирҙәр араһындағы ярыштарҙа Гусев — Макаров — Шохин — Хафизовтарҙан торған дүрт кешелек состав Тбилисиҙа СССР чемпионатында еңеп сыға һәм Швейцарияла үткәреләсәк Донъя кубогында ярышыу хоҡуғына эйә була. Бындағы ярыштарҙа күпбәйгелә ул икенсе урынды яулай һәм ике төр сығышта беренселекте ала[2].[3][4][5][6].
1982 йылда-РСФСР чемпионы була[7].
Бер нисә тапҡыр СССР чемпионаты еңеүсеһе һәм призеры.
1985 йылда А. Зеленко, Н. Гусев һәм С. Сафаниев менән бергә Хафизов Европа чемпионатында немец ҡалаһы Аугсбургта сығыш яһай. Бында Тольятти ҡалаһы спортсылары айырым күнегеүҙәрҙә чемпион һәм күпбәйгелә көмөш призерлыҡ яулап ала[8][9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В Октябрьском пройдет Всероссийский турнир по спортивной акробатике (10.10.2012). Проверено 1 сентября 2017.
- ↑ Из истории развития спорта в Ставрополе в 1930—1950 гг.. Администрация городского округа Тольятти. — «Август 1981. В соревнованиях на первенство СССР по спортивной акробатике в г. Тбилиси спортсмены из Тольятти Н. Гусев, С. Макаров, Ю. Шохин и Р. Хафизов стали чемпионами СССР „За коммунизм“ 13 августа 1981». Проверено 23 сентября 2017.
- ↑ 3rd World Cup. Allround (нем.). www.sportsacrobatics.info. Проверено 3 сентября 2017.
- ↑ III кубок мира по спортивной акробатике. Проверено 3 сентября 2017.
- ↑ 3rd World Cup. Finals Exercise 1 (нем.). www.sportsacrobatics.info. Проверено 3 сентября 2017.
- ↑ 3rd World Cup. Finals Exercise 2 (нем.). www.sportsacrobatics.info. Проверено 3 сентября 2017.
- ↑ Из истории развития спорта в Ставрополе в 1930—1950 гг.. Администрация городского округа Тольятти. — «Февраль 1982. В Кургане на чемпионате РСФСР по спортивной акробатике мужская четверка в составе Н. Гусев, С. Макаров, Ю. Шохин, Р. Хафизов и женская тройка А. Никифорова Л. Клюкина, Г. Замыцкова стали чемпионами РСФСР (3-й год подряд), а ученица 8 класса 16 школы г. Тольятти Галина Кортунова стала абсолютной чемпионкой РСФСР (тренер всех победителей В. А. Гройсман). „За коммунизм“. 17 февраля 1982». Проверено 23 сентября 2017.
- ↑ European championships. http://www.sportsacrobatics.info (May 16-18, 1985). Проверено 31 августа 2017.
- ↑ V чемпионат Европы по спортивной акробатике. Проверено 31 августа 2017.