Хижәз тимер юлы
Хижәз тимер юлы | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() ![]() ![]() |
---|---|
Рәсми асылған ваҡыты | 1908 |
Наибольший уклон | 1,8 промилле |
Ширина колеи | колея 1050 мм[d] |
Мираҫ статусы | объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Конечная | Дамаск |
Оҙонлоҡ | 1320 километр |
![]() | |
![]() | |
Маршрутная карта | Template:Hejaz Railway[d] |
Критерий Всемирного наследия | (ii)[d], (iv)[d] һәм (vi)[d] |
![]() |
Хижәз тимер юлы (рус. Хиджа́зская железная дорога, ғәр. خط حديد الحجاز) — XX быуат башында Ғосман империяһы солтаны Ғәбделхәмит II ярҙамы менән төҙөлгән тимер юл.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Юл Дамаск һәм Мәккә ҡалаларын тоташтырырға тейеш булған. Төньяҡтан Истанбул-Бағдад тимер юлы менән тоташтырыу күҙҙә тотолған. 1050 мм киңлектәге тар колеялы юл булған. Атамаһы Хижәз төбәгендә булыуы айҡанлы алынған. Солтан Ғәбделхәмит II-нең Мөхәммәт Пәйғәмбәр йөрөгән ерҙәрҙә мөмкин тиклем тынлыҡ һаҡлауҙы талап итеүе арҡаһында рельстар аҫтына кейеҙ түшәп ҡалдырғандар [1]
Тимер юлды 1900 йылда һала башлағандар. Эш бик ауыр шарттарҙа барған: бәҙәүиҙәр һөжүм иткән, һауа шарттары ауыр булған, һыу етмәгән. Бик күп ҡоҙоҡтар ҡаҙылған, ямғыр һыуы йыйырға цистерналар ҡуйылған. 1908 йылда юл Мәҙинәгә барып еткән[2].
Ғосман империяһы тарҡалғандан һуң юл бер нисә бойондороҡһоҙ дәүләт биләмәһендә ҡалған һәм уны тейешле кимәлдә тота алмаған.
Әлеге ваҡытта юлдың айырым участкалары ғына эшләп килә: Дамаск ҡалаһынан Амманға һәм фосфат ятҡылыҡтары булған Маандан Ғәкәбә ҡултығына тиклем.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Haber7 Türkiye Hicaz Demiryolu için harekete geçti. Haber7. 23 апрель 2016 тикшерелгән.
- ↑ Геджасская железная дорога // Lua хатаһы: expandTemplate: template "бсокр" does not exist.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Хижәз тимер юлы Викимилектә |
---|