Эстәлеккә күсергә

Хисаметдинов Рәбис Аҡмал улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хисаметдинов Рәбис Аҡмал улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 6 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Этәй, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип, профессор
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хисаметдинов Рәбис Аҡмал улы (рус. Хисаметдинов Рабис Акмалович; 6 май 1947 йыл) — ғалим-табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. Медицина фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. «Граждандар оборонаһы отличнигы» билдәһе кавалеры, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Рәбис Аҡмал улы Хисаметдинов 1947 йылдың 6 майында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Этәй ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1965 йылда урта мәктәптә уҡытыусы булып башлап ебәрә.

1966—1968 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә.

Юғары һөнәри белем алғандан һуң 1977 йылдан алып Өфө ҡалаһының 15-се ҡала дауаханаһының баш табибы булып эшләй.

1980 йылдан Республика кардиология үҙәгенең баш табибы.

1987 йылдан — Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары.

1990 йылда Хисаметдинов Рәбис Аҡмал улы Йәрмәкәй районы, 202-се Йәрмәкәй һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәләмәтлек, ветерандар һәм инвалидтар эштәре буйынса комиссияһы ағзаһы булған[2].

1999 йылдан «Иммунопрепарат» федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары булып эшләй.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылда — «Өфө ҡалаһында ир-егеттәр араһында ишемик ауырыу эпидемиологияһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай (14.00.06 — кардиология).

2005 йылда — «Заманса шарттарҙа Рәсәй төбәгендә һаулыҡ һаҡлауға идара итеүҙе фәнни нигеҙҙә планлаштырыу һәм уны оптималләштереү» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (14.00.33. — йәмәғәт сәләмәтлеге һәм һаулыҡ һаҡлау)[3].

2007 йылдан Башҡорт дәүләт университеты профессоры. 2016 йылдан һаулыҡ һаҡлау һәм медицина өлкәһен мобилизациялау әҙерлеге кафедраһы профессоры.

Фәнни хеҙмәттәре — 117 баҫма, шуларҙың 7 уҡыу әсбабы, 4 монография, 5 норматив документ, журналдарҙа һәм йыйынтыҡта 101 мәҡәлә. Дүрт уйлап табыу авторы[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «СССР Граждандар оборонаһы отличнигы» күкрәк билдәһе
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы

Өйләнгән, ҡатыны менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  3. Медицинские науки
  4. Хисамутдинов Рабис Акмалович//Башкирский государственный медицинский университет 2022 йыл 18 май архивланған.
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 21.