Эстәлеккә күсергә

Хлопин Иван Никитич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хлопин Иван Никитич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 декабрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Иглин районы
Вафат булған көнө 28 февраль 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө металлург
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Хлопин Иван Никитич (19292013) — совет металлургия производствоһы новаторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Хлопин Иван Никитич 1929 йылдың 3 декабрендә Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантонының Түбәнге Ләмәҙ ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Иглин районы) тыуған. Таутөмән тулы булмаған урта мәктәбенең 7 класын тамамлаған[1]. Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң, Силәбе өлкәһенең Үрге Өфәләй ҡалаһында нефть разведкаһында эшләй.

1954 йылда Н. И. Хлопин Өфәләй никель заводына эшкә килә, унда тәүҙә шахта мейестәрен тултырыусы булып эшләй, ә 1961 йылда өлкән тултырыусы — иретеү цехының шахта мейестәрендә бригадир булып китә. Алдынғы металлург булып киткәс, ул артта ҡалған бригадаға күсә һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уны предприятиеның иң яҡшыларының береһенә әйләндерә. И. Н. Хлопин шахта мейестәрендә тышҡы ултырма горнды үҙләштерә, уның ярҙамында конвертер бүлеге өсөн, кәрәкле күләмде арттырмайса металл бирергә мөмкин була. Шул сәбәпле әйләнештәге материалдар тотоноуҙы ҡыҫҡартырға, алынған металл күләмен арттырырға һәм коксты экономиялауҙы арттырырға мөмкинлек тыуа.

VIII биш йыллыҡ (19661970) барышында Н. И. Хлопин бригадаһы 14 тапҡыр социалистик ярыш еңеүсе була һәм пландан тыш 150 тонна никель етештерә. Н. И. Хлопин үҙе йылына шартлы рәүештә 8 мең һумлыҡ иҡтисади файҙа килтергән өс рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 30 мартындағы указы менән, төҫлө металлургия үҫешендә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, Иван Никитич Хлопинға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1980 йылдан хаҡлы ялда, Үрге Өфәләй ҡалаһында йәшәй. Хлопин Иван Никитич 2013 йылдың 28 февралендә[2] 84-се йәшендә вафат була.

Хлопин Иван Никитич. «Герои страны» сайты.

  • Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трёх степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин и соавт. — Уфа: Китап, 2011. — С. 367.