Хоккей чемпиондар лигаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хоккей чемпиондар лигаһы
Хоккейная Лига чемпионов
CHL logo 2017.png
Шайбалы хоккей
Нигеҙләнгән:

2013 йыл

Регион:

Европа

Башлыҡ:

Мартин Бауман[1]

Ваҡыт:

һәр йыл

Командалар һаны:

32

Ғәмәлдәге еңеүсе:

Швеция Фрёлунда (2)

Титулдарҙың иң ҙур һаны:

Швеция Фрёлунда (2)

Рәсми сайт:

ChampionsHockeyLeague.net

TV партнёрҙар:

Австрия Германия флагы LAOLA1.tv
Чехия Словакия SlovakSport.TV
Flag of Finland.svg MTV
Франция флагы L'Équipe 21
Германия флагы Sport1
Бөйөк Британия флагы Premier Sports
Швеция SVT
Швейцария SRG SSR and Teleclub[2]
АҠШ флагы ONE World Sports[3]
Бразилия ESPN[4]
Канада флагы Sportsnet
Мексика флагы Televisa Deportes Network
Төркиә флагы SportsTV

Ойоштороусы:

IIHF

Хоккей чемпиондар лигаһы (ингл. Champions Hockey League) — был 26 клуб, 6 лига һәм IIHF менән ҡабул ителгән Европалағы хоккей буйынса КХЛ-дан һуң иң престижлы турнир.

Беренсе ярыштар 2014/2015 йылдар миҙгелендә була. Тәүге өс миҙгелдә лиганы нигеҙләнеүҙә ҡатнашҡан командалар автоматик рәүештә турнирҙа ҡатнашырға хоҡуҡ ала. 2016/17 йылдар миҙгелендә командалар һаны 48 була, ә артабанғы йылдан башлап улар һаны 32 тиклем әҙәйә, һәм командалар спорт принцибы буйынса ғына алына. КХЛ клубтары тәүге миҙгелдәрҙә был лигала ҡатнашмайҙар[5].

Турнирҙы бөтәһе ике команда еңә, икеһе лә Швециянан. «Фрёлунда» бөтә Чемпиондар лигаһы миҙгелдәренең финалдарында ҡатнаша һәм һуңғы икәүһен еңә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шундай уҡ исемле турнир 2008 йылда IIHF менән ҡабул ителә һәм федерацияның 100 йыллығына арналған ине. Шул ярыштар 2008 йылдың 8 октябренән 2009 йылдың 28 ғинуарына тиклем үтте. Швейцария клубы «Цюрих Лайонс» еңеүсе була һәм ул Виктория кубогында уйнай. Спонсорҙарҙы таба алмағас һәм финанс яҡтан ҡыйынлыҡтар булған өсөн IIHF яңы миҙгелде башламай. 2013 йылдың 9 декабрендә IIHF 2014/2015 миҙгеленән башлап яңы чемпиондар лигаһы була тип әйтә[6]. Тәүге миҙгел 2014 йылдың 21 авгусында башлана. Шунда 12 илдән 44 команда ҡатнаша, улар 11 төркөмгә дүртешәр бүлешә һәм һәр береһе менән икешәр уйын уҙғара — бөтәһе 6 уйын. Төркөмдәрҙә беренсе урын алғандар тура плей-оффҡа сыға, уларға икенсе урындар араһынан иң көслө биш команда тағ ҡушыла. Плей-офф 2014 йылдың 4 ноябренән 2015 йылдың 4 февраленә тиклем үтә. Финалға тиклем һәр парала икешәр уйын уҙғарыла. Финал иһә бер осрашыуҙан тора. Төркөмдәрҙең составы 21 май 2014 йыл Минскта, Белоруссияла билдәле булды[6][7]. Тәүге миҙгелдә «Лулео» хоккей клубы чемпион була.

2015/16 йылдар миҙгелендә командалар һаны 48-гә тиклем күбәйә, улар 16 төркөмгә өсөшәр бүленә. Һәр төркөмдән тәүге ике урыны плей-оффҡа сыға[8]. «А» лицензияһын 26, «В» лицензияһын 12 һәм «С» лицензияһын алған 10 команда ҡатнаша был миҙгелдә[8]. «Уайлд-кард»ты 2014/2015 йылдар миҙгелендәге кеүек Норвегия, Дания, Словакия, Бөйөк Британия һәм Франция чемпиондары ала. Шулай уҡ «уайлд-кард» Словакия, Дания, Норвегия, Бөйөк Британия көмөш миҙалсыларына һәм Континенталь кубогының еңеүсеһенә бирелә. 2016/17 йылдар миҙгелдә һуңғы тапҡыр Чемпиондар лигаһының төркөм этабында 48 команда ҡатнаша — улар өсөшәр команда 16 төркөмгә бүленә. Плей-оффҡа һәр төркөмдән тәүге ике урын сыға. Киләһе миҙгелдән башлап командалар һаны 32-гә тиклем әҙәйә.

2017/2018 йылдар миҙгеленә тиклем һәр бер миҙгелдә 48 команда Европаның 13 лигаһынан ҡатнаша[7]. Командалар өс лицензияға бүленә:

  1. Чемпион;
  2. Даими миҙгелдең еңеүсеһе;
  3. Даими миҙгелдең икенсе урын алыусыһы;
  4. Плей-офф финалисы;
  5. Даими миҙгелдә иң яҡшы күрһәткес менән ярымфиналда еңелгән команда;
  6. Даими миҙгелдә иң насар күрһәткес менән ярымфиналда еңелгән команда;

Әгәр ҙә командалар һаны етмәй икән, шул саҡ даими миҙгелдә 3-4 урын алған командалар ҡатнаша ала[12].

  • «C» лицензияһы: турнирҙа шулай-уҡ «уайлд-кард» алған командалар ҡатнаша.

2017/18 миҙгеленән башлап[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017/18 йылдар миҙгеленән башлап чемпиондар лигаһының төркөм этабында 13 илдән 32 команда ҡатнаша башлай. Турнирға командалар ошо принцип менән йыйыла:

  • Үткән миҙгелдә чемпиондар лигаһының еңеүсеһенә урын
  • Ил чемпионы
  • Даими миҙгел еңеүсеһе
  • Даими миҙгелдә икенсе урын алған команда
  • Финалсы команда
  • Ярымфиналда еңелгән ике команданың араһында даими миҙгелдә күрһәткестәре яҡшыраҡ булған команда

Шулай уҡ һәр бер илдән командалар һаны 5-тән артыҡ булырға тейеш түгел һәм лиганы ойошотороусо командалар спорт күрһәткестәре буйынса ғына төркөм этаптарына эләгергә тейеш[13]. Шулай уҡ ошо миҙгелдән башлап командалар рейтингы ҡулланыла.

Миҙгел форматы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017 йылда ҡулланыла башлаған Чемпиондар лигаһында ҡатнашҡан илдәр буйынса рейтинг эшен башлай. Шул рейтинг буйынса тәүге ике илдән турнирҙа биш команда, артабанғы икәүҙән дүрт, 5-6—сы илдәрҙән өсәү, ә ҡалған ете илдән берешәр команда ҡатнаша. Шулай уҡ тағы бер урын Континенталь кубок еңеүсеһене бирелә. Үткән Чемпиондар лигаһы миҙгеленең еңеүсеһе автоматик рәүештә киләһе миҙгелдә ҡатнаша. 32 команда йәрәбә буйынса һигеҙ төркөмгә дүртешәр команда булып бүленә. Бер төркөмдә бер илдән командалар була алмай. Төркөм эсендә бөтә командалар башҡалар менән икешәр осрашыу (бер өйҙә, бер ҡунаҡта) үткәрә. Һәр төркөмдән иң яҡшы ике команда плей-офф уйындарына сыға. Шунан йәрәбә буйынса 1/8 финалы һәм артабанғы раундтарҙың парҙары билдәләнә. 1/8 финалында төркөмдәрҙә беренсе урындан алғандар икенсе урындан менән уйнай. Финалдан башҡа бөтә раундтар ике уйындан тора. Ә финал ике команда араһында яҡшыраҡ һөҙөмтәләр күрһәткене боҙонда бер уйындан тора. Чемпион киләһе йылда Хоккей чемпиондар лигаһында ҡатнаша.

Бағыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лига менән килешеү буйынса, был компаниялар логоиптары боҙ майҙансыҡтарында, лиганың рәсми сайтында, уйынсылар һәм тренерҙар менән интервью ваҡытында була. Шулай уҡ уйындарҙа периодтар араһында реклама ваҡыты уларға бирелә.

Рәсми партнёрҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Еңеүселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Еңеүсе Иҫәп Финалсы Финал урыны
2015 Лулео Швеция 4:2 Швеция Фрёлунда Лулео, Швеция
2016 Фрёлунда Швеция 2:1 Финляндия Кярпят Оулу, Финляндия
2017 Фрёлунда Швеция 4:3 (ө.в.) Чехия Спарта Гётеборг, Швеция

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]