Хорваттарҙың этногенезы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Хорваттарҙың килеп сығышының бөйөк славян күсенешенә тиклемгеһе билдәһеҙ булып ҡала. Хәҙерге хорваттар, һис шикһеҙ, славяндар булып һанала, әммә археологик һәм башҡа тарихи мәғлүмәттәр славян күскенселәренең күсенеүе хәҙерге Хорватия территорияһындағы төп халыҡтың характерын, шулай уҡ уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен төрлө тарихи йоғонтолар ярҙамында ла раҫлай.

Хорваттарҙың этногенезы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хорваттарҙың этногенезы уларҙың этник сығышын билдәләүҙән башлана[1], уға ярашлы, этнос социаль яҡтан билдәләнгән кешеләр категорияһынан тора, улар оҙайлы йылдар дауамында үҙҙәрен бер-береһе менән дөйөм ырыу, социаль, мәҙәни йәки башҡа тәжрибә уртаҡлығы нигеҙендә берҙәй тип таныйҙар[2]. Хорваттар тураһында һүҙ йөрөткәндә, шуны әйтергә кәрәк: һис шикһеҙ, башланғыс осор Урта быуаттарҙа билдәле бер этноним төркөм үҙҙәрен Hrvati (хорваттар) этнонимы менөн атап йөрөткән, һәм башҡалар ҙа уларға ошо уҡ исем менөн өндәшкән[3]. Был этноним да шулай уҡ сәйәси төҫмөргә эйә, һәм һуңғы осор урта быуаттарҙан алып, улар үҙҙәрен асыҡтан-асыҡ милләт тип һанай[3].

Хәҙерге хорваттарҙы милләт яғынан ҡарағанда, этногенезға йоғонто яһаған бер нисә компонентҡа йәки фазаға бүлергә мөмкин:

  • Төп, тарихҡа тиклемге компонент, ул таш быуаттар заманы менән билдәләнә, 40 000 йылға тиклем, сағыштырмаса йәш неолитик мәҙәниәт, даниль мәҙәниәте кеүек үк беҙҙең эраға тиклемге 4700-3900 йылдар менән күрһәтелә, һәм энеолитик мәҙәниәт, вучедоль мәҙәниәте кеүек үк, беҙҙең эраға тиклемге 3000—2200 йылдарға ҡарай тип һанала[4].
  • Тарихҡа тиклемге компонент, үҙ эсенә иллирийҙар, далматтар һәм либурндар ише яр буйы Хорватияла йәшәгән бик боронғо халыҡтарҙы, шулай уҡ яподтар, таврисктар, скордисктар һәм паннониҙар кеүек континенталь Хорватияла көн күргән кельт халыҡтарын үҙ эсенә алған[4]. Беҙҙең эраға тиклемге IV быуатта Адриатик утрауҙарҙа һәм уның яр буйҙарында бер нисә грек коллониялары ла көн күргәне билдәле[4].
  • Классик-антик, римдарҙың баҫып алыуынан барлыҡҡа килгән, ул үҙ эсенә рим колонистарынан һәм легионерҙарынана торған боронғо халыҡтарҙың ҡатнашмаһын[5], шулай уҡ иран телендә һөйләшкәндәрҙе алған[6].
  • Һуңғы осор антик һәм башланғыс осор урта быуаттар компонентының Хорватия ерҙәрендә оҙаҡ ваҡыттарға тотҡарланмаған гунналар тарафынан башланып, вестготалар һәм севалар дауам ителгән күсенеү периоды, остготтар Короллеген булдырған гепидалар һәм лангобардалар (493—553 гг. н. э.)[7]. Икенсе фазала аварҙарҙың әүҙемлеге менән бәйләнгән бөйөк славян күсенеүе була[7].
  • Йомғаҡлаусы Урта быуаттар хәҙерге заман компоненты, уға франктар, венгрҙар, итальяндар, немцтар/сакстар инә[7]. XIV быуаттан һуң, ҡара үлем арҡаһында, һәм XV быуат аҙағында, ғосмандарҙың баҫып инеүе арҡаһында, хорват этнонимы тарихи хорват ерҙәренән алып, Көнбайыш Славонияға тиклем киңәйә, был Загребтың Хорват короллегенең баш ҡалаһына әйләнеүенә килтерә, ошо ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтар хорват этногенезы булып иҫәпләнә башлай[7]. Ғосман яуы Балкан менән Хорватияла йәшәгән бик күп халыҡтарҙың күсенеүенә сәбәпсе була[8], шул уҡ ваҡытта, был ваҡиғаларҙан һуң булып үткән донъя һуғыштары һәм социаль ваҡиғалар шулай уҡ хорват этногенезына йоғонто яһаған[8].

Башҡа тарихи сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хорваттарҙың Адриатикаға килеүе (1905) Ивекович Отола картинаһы.

IX быуатҡа тиклем Хорват этнонимын ҡәбиләне билдәләүсе Хрват булараҡ телгә алыу тулыһынса раҫланған тип әйтеп булмай. Константин VII Империя менән идара итеү (X быуат) тураһындағы хеҙмәтенә ярашлы, хорваттарҙың бер төркөмө Аҡ Хорватияла йәшәгән аҡ хорваттарҙан айырылып сығып, йә үҙ ихтыярҙары менән, йә булмаһа, византия императоры Ираклий I (610—641) саҡырыуы буйынса Далмацияға килә, бында улар аварҙар менән алышҡан була һәм еңеү яулай, һәм, ахыр сиктә, үҙ дәүләттәрен ойоштороуға ирешә[9]. Был трактатта тасуирланған легенда буйынса, улар менән ағалы-ҡустылы биш бер туған Κλουκας (Клоукас), Λόβελος (Лобелос), Κοσέντζης (Косентзис), Μουχλώ (Моухнуть), Χρωβάτος (Хробатос) һәм ҡыҙ туғандарары Τουγά (Тоуга) менән Βουγά (Боуга) етәкселек итә[9][10], ә ул ваҡытта аталары Поргала архонт булған, һәм улар барыһы ла Порга хакимлыҡ иткән VII быуатта суҡындырылған булалалар.[11].

Боронғо тарихи сығанаҡтар хорваттар этногенезының тәүге осоро тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт бирмәйҙәр. Константин VII түгел, хорваттарҙы славяндар менән бер тиң күрә, улар араһында айырмалыҡтарҙы күрһәтмәй[12]. Иоанн Скилица үҙенең Мадрид Скилица тигән хеҙмәтендә хорваттар менән сербтарҙы скифтарға тиңләй. Нестор Йылъяҙмасы иһә Повесть временных лет тип аталған яҙмаһында аҡ хорваттарҙың Висла буйында йәшәгән көнбайыш славяндары менән сығыштары бер үк тип таба, уның билдәләүенсә, башҡа хорваттар көнсығыш славян ҡәбилә берләшмәһенә ҡушылған. Поп Дукляниндың йылъяҙмасыһы хорваттарҙы готтар булараҡ таный, уныңса, улар Тотила батша Далмация провинцияһын баҫып алғандан һуң тороп ҡалғандар[13]. Шулай уҡ Фома Сплитского үҙенең Historia Salonitana тигән хеҙмәтендә, «Lingones» тип атап йөрөтөлгән ете-һигеҙ абруйлы ҡәбиләне телгә ала, улар хәҙерге Польшанан күсеп килгәндәр һәмТотила етәкселеге аҫтында Хорватияла йәшәй башлағандар[13].

Антропологик һәм генетик тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хорват халҡы араһында үткәрелгәннтропологик краниометрик үлсәүҙәр Хорватиялағы хорваттарҙың башлыса долихоцефаль (Далмация) һәм брахицефаль(Хорватия булыуҙарын күрһәтә)[14] .

Генетик яҡтан, Y-хромосомаһы линияһы буйынса, Хорватиялағы хорваттарҙың күпселеге (> 85 %) Европалағы иң эре өс Y-ДНК — I (38 %[15][16][17]-44 %[18]), R1a (27 %[18]-34 %[15][16][17]) һәм R1b (12.4 %[18]-15 процент[15][16][17]) гапло төркөмдәренә ҡарай, шул уҡ ваҡытта әҙселек (> 15 %), нигеҙҙә, E (9 %[18]) галло төркөмөнә, шулай уҡ J (4.4 %[18]), Н (2 %[18]) һәм G (1 %[18]) төркөмдәренә ҡарай.

Генетик яҡтан, әсәһе яғынан Х-хромосомалы Хорватиялағы (ҡитға өлөшө һәм яр буйҙары) хорваттарҙың күпселеге (> 65 %) Европалағы ун өс төп гапло төркөмдөң өсәүһенә: мтДНК — H. (45 %),, U (17,8—20,8 %) һәм J (3-11 %) ҡарай, шул уҡ ваҡытта аҙсылыҡтың ҙур өлөшө (> 35 %) башҡа әллә ни ҙур булмаған гапло төркөмдәргә инә[19].

Хәҙерге Хорватия төбәге, ихтимал, төньяҡта тереклек иткәндәр өсөн рефугиум булып хеҙмәт иткән [18]. Көнсығыш Адриатик яр күпкә көньяҡтараҡ булған[16]. Был диңгеҙ буйының төньяҡ һәм көнбайыш өлөшө далаларҙан һәм тигеҙлектәрҙән торған, шул уҡ ваҡытта хәҙерге хорват утрауҙары (палеолиттың археологик ятҡылыҡтарына бай) убаларҙан һәм тауҙарҙан торған[16][18]. Был төбәк европалыларҙың, бигерәк тә словяндарҙың атай яғынан генетик мираҫын структурирлауҙа үҙенсәлкле роль уйнаған, ул R1a менән I һәм дефициты Е-һыҙаттарының өҫтөнлөклө булыуы менән ҡылыҡһырлана[17]. Әммә ДНК билдәле бер этник компонент өсөн раҫлаусы дәлил булып иҫәпләнә алмай, ә ни бары индикатор хеҙмәтен генә үтәй[20].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • V. Battaglia (2008). «Y-chromosomal evidence of the cultural diffusion of agriculture in southeast Europe». European Journal of Human Genetics 17 (6). DOI:10.1038/ejhg.2008.249. PMID 19107149.