Эстәлеккә күсергә

Хромов Пётр Филиппович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пётр Хромов
Исеме:

Пётр Филиппович Хромов

Тыуған көнө:

1904

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

15.03.1942

Вафат булған урыны:

Ростов өлкәһе, Большекрепинский районы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир, прозаик

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

шиғыр, поэма, хикәйә, очерк

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Пётр Фили́ппович Хро́мов (1904[1] — 15 март, 1942) — рус совет шағиры, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған.

Кубань казак офицеры ғаилһендә тыуа

Буласаҡ шағирҙың бала һәм үҫмер саҡтары Кубань өлкәһенең Темиргоевская станицаһында (хәҙер Краснодар крайы Курганинский районы) үтә.

Станицала йәшәгәндә, мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ, шиғырҙар яҙа башлай. Мәктәпте тамамлағас, Краснодар сәнғәт техникумына уҡырға инә. Артабан Дондағы Ростовҡа күсә һәм Ростов дәүләт педагогия институтында уҡый[1].

Дондағы Ростовтың аэропортында эшләй.

1920-сы йылдар аҙағында Хромов шиғырҙарының йыйылмаһы Төньяҡ Кавказдың «На подъёме», «Советский Северный Кавказ» журналдарында, «Литературный Ростов» альманахында, «Большевистская смена», «Колхозная правда», «Молот» гәзиттәрендә күренә башлай[1]. Уның шиғырҙары шулай уҡ «Красная новь»[2], «Костёр» һәм башҡа үҙәк журналдарында басылып сыға.

Бөтә Рәсәй крәҫтиән яҙыусыларҙың йәмғиәтенең эшмәкәрлегендә ҡатнаша.

Хромов шиғырҙарының төп урыны совет ауылы тормошон, коллективлаштырыуҙы һүрәтләүгә бағышланған. Ул ҙур мөхәббәт менән тыуған тәбиғәт картиналарын һүрәтләй. Уның байтаҡ шиғырҙары хеҙмәт кешеләренә, диңгеҙ сәйәхәттәре романтикаһына, осоусыларға арналған.

П. Ф. Хромов шулай уҡ проза жанрында ла үҙен һынап ҡарай, «Сосед», «Мишкина болезнь» һәм башҡа хикәйәләр һәм байтаҡ очерктар яҙа.

Хромовҡа ижад юлында Александр Фадеев[2] ҙур ярҙам итә, уның әҫәрҙәрен төрлө журналдарҙа баҫтырып сығара, ҡиммәтле кәңәштәр бирә, уңыштарын билдәләй. Шағирҙың зәғифләнгән ағас тураһындағы «Снова труд окончился дневной…» шиғырында ул «ер менән күктең берлеген» билдәләп үтә.

Хромовтың дуҫы, яҙыусы М. М. Обуховтың әйтеүе буйынса, Хромовтың шиғырҙарын Михаил Исаковский ҙа юғары баһалай.

Хромов тере саҡта уның ике шиғырҙар йыйынтығы: балалар өсөн 1939 йылда «Самолёт» китабы, ә 1940 йылда «Свежий ветер» китаптары — баҫылып сыға.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Хромовты Ҡыҙыл Армияға саҡыралар. Ҡыҫҡа сроклы курстарҙы тамамлап, лейтенант званиеһында полковник С. К. Потехин етәкләгән 30-сы Иркутск уҡсылар дивизияһы составында Көньяҡ фронттағы һуғыштарҙа ҡатнаша.

1942 йылдың 15 мартында үҙ артынан яугирҙәрҙе контратакаға әйҙәп алып барған саҡта ҡаты яралана. Шул уҡ көндә, госпиталгә алып китеп барғанда, юлда вафат була.

Ростов өлкәһе Большекрепинский районында ерләнгән.

  • Темиргоевская станицаһында Хромов иҫтәлегенә 2005 йылда иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла.
  • Хромов иҫтәлегенә Курганинский районының Темиргоевская станицаһында беренсе «Золотая Роза» әҙәбиәт һәм сәнғәт байрамы үткәрелә.
  • Яҙыусы үлгәндән һуң, 1960-сы йылдарҙа, Ростов китап нәшриәтендә уның ике шиғырҙар китабы баҫтырыла.
  • 2005 йылда Дондағы Ростовтың "Живица"нәшриәте «Тропой Парнаса» серияһының 11-се йыйынтығында Петр Хромовтың «Под крышей туч» китабын баҫып сығара.
  • Самолет: [Стихи. Для мл. возраста] / Рис. А. Глуховцева. — [Ростов-н/Д]: Ростиздат, 1939. — 20 000 экз.
  • Свежий ветер: Стихи. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1940. — 56 с. — 3000 экз.
  • Свежий ветер: [Стихи] / [Сост. А. Г. Гарнакерьян]. — Ростов-н/Д: Кн. изд-во, 1961. — 54 с. — 2000 экз.
  • [Стихи] / Сост. Д. Долинский]. — Ростов-н/Д: Кн. изд-во, 1967. — 23 с. — 3000 экз.
  1. 1,0 1,1 1,2 Писатели Советского Дона. — Ростов-н/Д, 1948. — С. 99.
  2. 2,0 2,1 И. М. Гегузин, 1989, с. 129
  • Гегузин И. М. С кровавых не пришедшие полей: Очерки о ростовских поэтах, погибших за Родину. — Ростов-н/Д: Кн. изд-во, 1981. — 173 с.
  • Гегузин И. М. Писал, как чувствовал, как жил… // Гегузин И. М. Страницы ростовской летописи: Краеведческие очерки о событиях и людях, увековеченных в мемориальных досках. — 2-е изд., испр. и доп. — Ростов-н/Д: Ростовское обл. отд-е Всерос. о-ва охраны памятников и культуры, 1989. — Т. 2. — С. 128—135. — 282 с. — 2000 экз.
  • Ҡалып:Книга:Писатели Советского Дона 1948, выпуски 1 и 2