Хьордис Шимберг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хьордис Шимберг
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of Sweden.svg Швеция
Тыуған көнө 24 апрель 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[2][3][4]
Тыуған урыны Швеция, Вестерноррланд[d], Сундсвалль[d], Alnö parish[d][4]
Вафат булған көнө 8 сентябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2][3][4] (99 йәш)
Вафат булған урыны Швеция, Стокгольм[d], Стокгольм[d], приход Св. Иоанна[d][4]
Һөнәр төрө йырсы, опера йырсыһы
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль Литературы и искусств
Вики-проект Wikidata:Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Commons-logo.svg Хьордис Шимберг Викимилектә

Хьордис Шимберг (швед. Hjördis Schymberg, тулы исеме Hjördis Gunborg Schymberg; 24 апрель 1909 йыл8 сентябрь 2008 йыл) — швед опера йырсыһы (сопрано).

Швед король операһының төп йырсыларының береһе була, 1943 йылдан йорт йырсыһы исемен йөрөткән.

Тормош юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хьордис Шимберг 1909 йылдың 24 апрелендә лен Вестерноррландта Густавсбергта тыуа; биш музыкаль һәләтле апалы-һеңлеләрҙең дүртенсеһе була. Атаһы урындағы урман ҡырҡыу заводында эшләй, ә әсәһе тегенсе була[5]. Уның ғаиләһендә бер нисә музыкант була — олатаһы Ларс Йонссон һәм ағаһы Хеннинг Ларсон скрипкасылар, ә ике туған ағаһы Йохан Рогестад — пианист һәм сиркәү музыканты.

Йырлау, шулай уҡ гитара, скрипка һәм фортепианола уйнау һәләттәре иртә асыла, шуға Хьордисты музыкаль вундеркинд тип һанағандар. Йәш сағында ул дүрт апаһы менән бергә кинола төшә, шулай уҡ Норрландтың төрлө залдарында һәм кафеларында классик әҫәрҙәр башҡара. Шулай уҡ ул Густавсберг балалар оркестры менән солист булараҡ гастролдәрҙә йөрөй. Башланғыс мәктәптә уның беренсе музыка уҡытыусыһы Хенрик Самуэльсон була.

Ҡыҙға ун ете йәш тулғас, ул Швед король музыка академияһына ғариза бирә, ләкин уны ҡабул итмәйҙәр. Әммә Хьордисты танылған йырсы Брита фон Вегезак (Brita von Vegesack, 1884—1976) күреп ҡала, ул уны йырларға өйрәтә. Шунан һуң Шимберг белем алыуын Йон Форселдә Стокгольмда Опера мәктәбендә дауам итә, унан һуң — Италияла Ренато Беллини[6] һәм Лина Паглюгинан дәрестәр ала.

Хьордис Шимберг 1934 йылда сәхнәлә Адольф Адамның «Nürnbergerdockan» комик операһында Берта ролендә дебют яһай. Шул уҡ йылды ул Пуччиниҙың «Богема» һында Юсси Бьёрлинг менән бергә Мими ролен башҡара. Һуңғараҡ ул уның менән бергә йөҙ тапкырҙан ашыу йырлай, шул иҫәптән Стокгольмдағы 1960 йылда һуңғы сығышында ла уның менән бергә башҡара. Бер аҙҙан Шимберг Швед король операһының әйҙәп барыусы сопраноһы була, Копенгагенда, Осло һәм Хельсинки ҡалаларында даими сығыш яһай. 1937 йылда ул Ларс-Эрик Ларссондың «Кипр Принцессаһында» төп ролде башҡара. Йырсының халыҡ-ара карьераһы Икенсе бөтә донъя һуғышы арҡаһында өҙөлә.

Хьордис Шимберг һәм Хуго Хассло «Барлыҡ ҡатын-кыҙҙар ҙа шулай эшләй» операһында

Уның Скандинавиянан ситтә беренсе сығышы 1946 йылда, Лондондың Альберт-холлында Эрнест Ансерме етәкселегендәге оркестр менән сығыш яһағанда, Гендель, Моцарт, Бервальд һәм Делиб әҫәрҙәрен башҡарғанда була. Америкала дебюты 1947 йылда Нью-Йорктағы Метрополитен-операла «Свадьба Фигаро» операһында Сюзанна ролен башҡарғанда була. Унан Гаванала (1947), Риччоне (1948) һәм Гамбург ҡалаларында (1953) сығыш яһай. Уның Лондондың Ковент-Гарденда дебюты 1951 йылда «Травиата» операһында Виолетта ролен башҡарғанда була. Ике йылдан һуң ул Рейкьявикҡа барып, Исландияла гастролдәр үткәрә.

Карьераһы дауамында Хьордис Шимберг барлығы илленән ашыу ҙур ролдәр башҡара. Күп кенә сит ил опера йырсылары һәм дирижерҙары менән хеҙмәттәшлек итә. Төрлө тауыш яҙыу студияларында пластинкаларҙа һәм компакт-дискыларҙа яҙыла, радио һәм телевидениела сығыш яһай. Ул гастролдәр менән 1968 йылға тиклем сығыш яһауын дауам итә, 1990 йылдарға тиклем йыр уҡытыусыһы булып эшләй (уның уҡыусылары араһында — Карин Лангебо) һәм 2001 йылға тиклем халыҡ алдында йырлай[7].

2008 йылдың 8 сентябрендә Стокгольмда вафат була[8].

Ҡаҙаныштары һәм мираҫы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1941 йылда Litteris et Artibus миҙалына лайыҡ була. Италия теләктәшлек йондоҙо ордены кавалеры (1952). 1955 йылда Олоф Хёгберг премияһына лайыҡ була һәм 1963 йылда Король музыка академияһы ағзаһы итеп һайлана.
  • 1965 йылда йырсының бала саҡ йортонда Йыр институтына нигеҙ һалына. 2010 йылдан Швецияла Хьордис Шимберг стипендияһы бирелә.
  • 2016 йылдың 30 июлендә Сундсвалль муниципалитеты тарафынан Хьордис Шимберг һәйкәл асыла[9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]