Хәбиров Әнғәм Хәйбрахман улы
Хәбиров Әнғәм Хәйбрахман улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 6 сентябрь 1936 (88 йәш) |
Тыуған урыны | Тайнаш, Рәсәй |
Һөнәр төрө | юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хәбиров Әнғәм Хәйбрахман улы (6 сентябрь 1936 йыл) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе. 1997 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. 1966—2013 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институты һәм Бөрө социаль-педагогия академияһы (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы) уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1972). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Назар Нәжми исемендәге (2008), Фәтих Кәрим исемендәге (2011) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әнғәм Хәйбрахман улы Хәбиров 1936 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт АССР‑ының Саҡмағош районы Тайнаш ауылында тыуған. Ул хеҙмәт юлын 1956 йылда Яңы Ҡаръяуҙы һәм Тайнаш ауылдарының ете йыллыҡ мәктәптәпендә уҡытыусы булып башлай. 1957 йылдан башлап РСФСР Сәйәси һәм фәнни белем таратыу йәмғиәтенең Саҡмағош район бүлексәһе идараһында эшләй.
1958-1962 йылдарҙа «Игенсе» район гәзитендә хәбәрсе, аҙаҡ яуаплы секретарь.
1966 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтын (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының филилалы) тамамлай
1966—2013 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия академияһында эшләй.
1972 йылдан алып уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса, 1974 йылдан — уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1984—1991 йылдарҙа әҙәбиәт кафедраһы мөдире.
Әнғәм Хәйбрахман улы Хәбиров — Мостай Кәрим,Һәҙиә Дәүләтшина, Шәриф Биҡҡол, Хәким Ғиләжев, Дауыт Юлтый, Ғилемдар Рамазанов тураһында очерктар авторы[1].
Фәнни хҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Өлгөргәнлеккә һәм танылыуға юл» («Путь к зрелости и признанию» 2005)
- «Йәнле шишмәләр»: ижади портреттар. Өфө, 1996;
- «Быуаттар ҡауышҡанда»: әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, йыллыҡ күҙәтеүҙәр, ижади портреттар. 2 томда (2017—2018)
- «Назар Нәжми тураһында этюдтар» һәм «Назар Нәжми ижады» ()
- «Шиғриәт илендә» (2006)
- «Юл һайлағанда» электрон баҫма (Н.Нәжми,Т.Йоспов, Р.Бикбаев,Р.Шаммас һ.б. хаҡында мәҡәләләр)
100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1977)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006)
- Назар Нәжми исемендәге премия лауреаты (2008)
- Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2011)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 85-летие отмечает литературовед Ангам Хабиров 2021 йыл 7 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәбиров Әнғәм Хәйбрахман улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2021)
- Официальный портал Республики Башкортостан. 85-летие отмечает литературовед Ангам Хабиров. 2021 йыл 7 сентябрь архивланған.
- 6 сентябрҙә тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличниктары
- Саҡмағош районында тыуғандар
- Ф. Кәрим исемендәге премия лауреаттары
- Филология фәндәре кандидаттары
- Башҡорт әҙәбиәте белгестәре
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары