Эстәлеккә күсергә

Хәжирә йыры (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәжирә йыры
Атамаһы Хәжирә йыры
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр башҡорт халыҡ йыры[d]
Ил  Башҡорт АССР-ы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

«Хәжирә йыры», «Хәжирәкәй»башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Йырҙың көйөн тәүләп Н. Шоңҡаров 1965 йылда БАССР-ҙың Учалы районы Туңғатар ауылында Г. Яҡуповтан яҙып алған. Лирик-эпик характерҙағы был йырҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын ғалимдар XIX быуаттың беренсе яртыһына бәйләй.

Риүәйәткә ярашлы, йырҙы М. Я. Буҙыҡаевтың ҡыҙы Хәжирә сығарған. Уны 1-се мишәр кантоны Ихсан Азаматовтың улы Шаһишәрифкә кейәүгә биргәндәр. Хәжирәнең әсәһе, Буҙыҡаевтың беренсе ҡатыны Йәмилә (бәлки, Йоғра) ниндәйҙер ғәйебе өсөн каторгаға һөрөлгән була. Хәжирә үҙенең йырында яҡындарын хәтерләп моңлана, тыуған яғын һәм әсәһен һағына. «Хәжирә йыры»ның көйө «Азамат» йырының көйөнә тартым.

«Хәжирә йыры»н башҡарыусылар араһында С. М. Ильясов, Х.С. Йәнбирҙина [1] бар.

Хима Йәнбирҙина башҡарыуында «Хәжирә йыры».