Хәкимов Рөстәм Милләт улы
Хәкимов Рөстәм Милләт улы | |
Тыуған көнө | 1 июнь 1972 (52 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Хәкимов Рөстәм Милләт улы (1 июнь 1972 йыл) — Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт труппаһының баш режиссёры. Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рөстәм Милләт улы Хәкимов 1972 йылдың 1 июнендә Әбйәлил районы Асҡар ауылында мәҙәниәтле ғаиләлә тыуған. Атаһы Милләт Ташбулат улы Хәкимов Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында КПСС-тың беренсе секретары булып эшләгән. Әсәһе улының төрлө яҡлы гармониялы үҫешен теләгән. Район мәҙәниәт йортонда эшләгән музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә уҡыған. «Алты егет» бейеүе менән балҡығандарын йылмайып хәтерләй ул. Артабан 1-се Республика мәктәп-интернатында (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге Республика гимназия-интернаты) Мөнир Ҡунафин, Борис Мелкоедовтар менән бер класта уҡый.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, Сәнғәт институтының күренекле Павел Мельниченконың ҡурсаҡ театры бүлегенә уҡырға инә. 1992 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетын, режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһын тамамлай.
4-се курста уҡыған сағында, ул саҡтағы Йәш тамашасы театрының художество етәксеһе Олег Ханов килә, һәм уның тәҡдиме менән студенттар уҡып та йөрөй, спектаклдәрҙә лә уйнай башлай.
Театр һәм кино актёры дипломы эйәһе Рөстәм Хәкимов Башҡорт драма театрына йүнәлтмә ала. Әммә Рөстәм Хәкимов Дәүләт театр сәнғәте институтында Мәскәү ҡалаһындағы хәҙерге Яңы драма театрының художество етәксеһе Вячеслав Долгачев курсында уҡыуын дауам итә.
Сыңғыҙ Айтматовтың «Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәйем минең» повесы буйынса диплом спектаклен Башҡорт драма театры сәхнәһендә тамашасы хөкөмөнә сығара. Музыкаһын композитор Нур Дауытов яҙа. Йәштәр театрының хәҙерге директоры Азат Йыһаншин төп ролде уйнай.
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002—2003 йылдарҙа Рөстәм Хәкимов, Мәскәүҙәге Яңы драма театрының режиссёр ассистенты булараҡ, Виктор Ерофеевтың XXI быуат башында ижад иткән бер нисә яҙыусының хикәйәләре буйынса эшләнгән «Время рожать» спектаклен ҡуя.
2003 йылдан 2006 йылға саҡлы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының режиссёры булып эшләй. Өфө филиалы (СПбШТ) актёр оҫталығы курсын уҡыта.
Айһылыу Йәғәфәрованың «Дала ҡыҙы» пьесаһы буйынса йәш режиссёр тәүге үҙ аллы спектаклен сәхнәләштерә. Был эште тарихи блокбастер тиергә була. Бында ҡыйыу башҡорт ҡатыны ире менән бергә француздарға ҡаршы һуғышта ҡатнаша.
2006 йылдан Рөстәм Хәкимов — Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт труппаһының баш режиссёры. Эшмәкәрлек йылдарында Рөстәм театрҙа 20-нән артыҡ спектакль ҡуйҙы, республика һәм ҡала сараларында режиссёр һәм жюри ағзаһы, бер нисә почётлы премияға лайыҡ булды.
2013 йылда «Русский остров» III Халыҡ-ара фольклор театрҙары фестивалендә «Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай Ҡоҙа» спектакле "Иң яҡшы режиссёр эше өсөн"дипломына лайыҡ була. Пьеса туҡымаһына, стилләштерелгән булһа ла, йолалар индерелеүе, халыҡ йырҙары яңғырауы мөһим роль уйнай. Флорид Бүләков фольклор мотивтарын, легендалар һәм мифтарҙы һәр саҡ оҫта ҡулланған.
Товстоногов ҡуйылышында «Ханума» спектаклен дә сәхнәләштерә Рөстәм Хәкимов.
Ҡайһылыр осорҙа, күләмлелек етмәгәнгәлер, күмәк сәхнәләргә тотона ул: Салауат йыныны, мәҫәлән. Ҡырмыҫҡалыла үткәрелгән 1812 йылды реконструкциялауға ла Рөстәм Хәкимовты йәлеп итәләр. Схемалылыҡ күп урын биләһә лә, күләмле хәрәкәтле сәхнә ҡуйыу — был да ҙур сәнғәт.
Сәхнә әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сыңғыҙ Айтматовтың «Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәйем минең»|«Тополек мой в красной косынке»}} повесы буйынса спектакль
- Айһылыу Йәғәфәрованың «Дала ҡыҙы» пьесаһы буйынса спектакль
- «Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай Ҡоҙа» спектакле
- «Йәнкиҫәккәйем минең!» спетаклен 2019 йылдың 8 мартына 100-сө тапҡыр уйнаясаҡтар
- Флорид Бүләковтың «Мөхәббәт ҡарағы» пьесаһы буйынса спектакль
- Зәйнәб Биишеваның «Мөхәббәт һәм нәфрәт» хикәйәте буйынса спектакль
- Мария Ладо пьесаһы буйынса «Бик ябай тарих» спектакле (хәҙер бик популяр булған драмеди жанрында, 2018)
«Бик ябай тарих» спектаклендә ихатала көн күргән хайуандар үҙҙәренең хужалары һәм күршеләре тураһында бер ҡатлы әңгәмәләр алып бара. Хайуандар, бала кеүек, ни өсөн был донъяла күрә алмау, үлтереү кеүек йәмһеҙ күренештәр барлығына аптырайҙар, ни өсөн яҡындарыңды ябай ғына итеп яратып йәшәмәҫкә, тип баш ваталар.
Мария Ладоның пьесаһы дәүерһеҙ хикәйә, ул тәү сиратта кешелеклелек хаҡында. Фантасмагория булһа ла, уның нигеҙендә кешеләрҙең ысынбарлыҡ тарихтары һәм яҙмыштары ята
ти режиссёр Рөстәм Хәкимов.
Был постановкала башҡорт труппаһы тулыһынса тиерлек йәлеп ителгән. Спектаклгә музыканы Ришат Сәғитов яҙҙы, сценография менән Юлия Ғиләжева шөғөлләнде. Был спектакль Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының 2018 йылғы 28-се театр миҙгеленең беренсе премьераһы булды.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2006 — Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡов әҫәре буйынса «Урал батыр» спектаклен ҡуйғаны өсөн
- 2008 — «AVANTE» ҡала йәмәғәт йәштәр премияһы лауреаты
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
- Рәсәй театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт мәҙәниәтенең берҙәм порталы(недоступная ссылка)
- [teatrnmt.ru/premera-lyubov-i-nenavist/ «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектакле премьераһы]
- Афиша. Рөстәм Хәкимов спектаклдәре
- Йәштәр театры тылсымсыһы. 18 август 2017 йыл
- [bashdram.ru/credits/rustem-xakimov.htmlМәхит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театры театры сайты. Рөстәм Хәкиовтың «Мөхәббәт ҡарағы» спектакле]
- Йәштәр театрында премьера әҙерләйҙәр… 14 февраль 2018 йыл
- [baimvestnik.ucoz.ru/news/2009-02-18-3348 Милләт Ташбулат улы Хәкимов тураһында. Баймаҡ Хәбәрсеһе, 2009 йыл]