Эстәлеккә күсергә

Хәлидә Әдип Әдеүәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
{{{Исеме}}}

Хәлидә Әди́п Әдеүәр (ғосман. خالده اديب اديوار) (1882 й. тыуған — 1964 й. вафат булған) — төрөк сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре. Романистка һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың һайлау хоҡуғы өсөн көрәшсе. Төрөк ҡатын-ҡыҙҙарының түбән социаль статусын тәнҡитләүгә ҡоролған хеҙмәттәре менән билдәле. Хәлидә, күп төрөк ҡатын-ҡыҙҙары исламда ҡатын-ҡыҙ хоҡуғын тотоу менән ҡыҙыҡһынмағанлыҡтан, хоҡуҡтары боҙола, тип раҫлаған. Үҙ ғүмерендә ул Төркиәнең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш осоронда төрөк ҡораллы көстәрендә хеҙмәт тә иткән. Төрөк сәйәсәтенең яңы курсы эйәрсәне булараҡ, ул Ливанда 1916 йылғы геноцид ҡорбандары булған әрмән етемдәрен яңынан тәрбиәләүҙә ҡатнашҡан. Ататөрктөң дуҫы һәм тарафдашы булған. Иң ауыр йылдарҙа уның янында булған. Хәлидә Әдеүәр Ататөрк хәрби штабында булған һәм 1922 йылда Измирҙы (Смирны) яулап алыуҙы ентекле тасуирлаған.

Ҡыҫҡаса биографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәлидә Әдип Ғосман империяһының баш ҡалаһы Истанбулда тыуған; кескәйҙән үк, ғәрәп телен һәм математиканы өйрәнгән, һәм 1901 йылда ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән америка колледжын тамамлаған; колледж яңы йәш төрөктәрҙе тәрбиәләүгә йүнәлтелгән булған. Шул йылдарҙа Ғосман империяһы сәйәси көрсөк кисергән һәм социаль характерҙағы реформаларға мохтаж булған. 1897 йылда 15 йәшлек Хәлидә Әдип Джейкоб Абботтың «Әсә» әҫәрен тәржемә иткән. Шуның өсөн уны ғосман солтаны Абдулхәмид II уны Миһырбанлыҡ ордены менән бүләкләй.

Тәүге ире Сәлих Зәкиҙән ике балаһы тыуа. Һуңынан улар айырылыша.

1909 йылда уның тәүге романы, Seviye Talip, донъя күрә. 1917 йылда ул Аднан Әдеүәргә кейәүгә сыға. Бер йылдан Истанбул университетына лектор булып эшкә урынлаша. Фәҡәт ошо йылдарҙа ул төрөк азатлыҡ хәрәкәтендә бик ҙур әүҙемлек күрһәткән.

1916 йылда, төрөк мәктәбе директоры булараҡ, әрмән етемдәрен ҡурсалаған. Беренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, ире менән, Төркиәнең бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғышта ҡатанашыу маҡсатында, Анатолияға килгәндәр; ул башта милли ҡораллы көстәрендә капрал һәм һуңыраҡ сержант булып хеҙмәт иткән.

Һуғыш тамамланғандан һуң, Көнбайыш Европаға ебәрелгән ире менән бергә, улар 1926 йылдан алып 1939 йылға тиклем Францияла һәм Бөйөк Британияла йәшәгәндәр. Ул күп сәйәхәт иткән, АҠШта һәм Британия Һиндостанында юғары уҡыу йорттарында уҡытҡан, лекциялар һөйләгән. 1939 йылда Төркиәгә ҡайтҡандан һуң, Истанбул университетында уҡытҡан. 1950 йылда Төркиәнең Бөйөк милли йыйылышына, парламентына, һайлана, 1954 йылда сәйәсәттән ситләшә.

Уның романдарының төп темаһы — ул көслө, буйһонмаусан ҡатын-ҡыҙ характеры.

Экранлаштырылған әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1923 йылда режиссёр Мөхсин Эртоғрол Хәлидә Әдеүәр китаптарының береһе буйынса «Огненная рубашка» фильмын төшөргән. Был фильм төрөк кинематографы өсөн шуның менән хәтерҙә ҡала, был мосолман ҡатын-ҡыҙҙары уйнаған тәүге төрөк фильмы (Ғосман империяһында мосолман ҡатын-ҡыҙҙарға дини сәбәптәр менән кинола төшөү тыйылғанлыҡтан, был осорҙа төшөрөлгән бөтә фильмдарҙа, ҡатын-ҡыҙҙар ролен христиан йәки йәһүд ҡатын-ҡыҙҙары уйнаған) — Бәдиә Мөваһһит һәм Нәйир[1][2][3].

  • Башар, Шюкуфе Нихаль
  • Зорлутуна, Халиде Нусрет
  • Нигяр-ханым
  1. Neyyire Neyir (төр.). İstanbul Kadın Müzesi. Дата обращения: 9 март 2013.
  2. Women of Us:Neyyire Neyir. Anatolian Storm (14 февраль 2008). Дата обращения: 9 март 2013.
  3. Türk sinemasının serüveni (Turkish). 9 март 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 3 апрель архивланған.