Ишбулдин Хәмиҙулла Әбдрәхим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хәмит Ишбулдин битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ишбулдин Хәмиҙулла Әбдрәхим улы
Тыуған

23 сентябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны

Үзбәк Совет Социалистик Республикаһы, Брич-Мулла ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Рәсәй Рәсәй

Һөнәрҙәре

йырсы

Йырлау тауышы

драматик тенор

Коллективтар

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы

Ишбулдин Хәмиҙулла Әбдрәхим улы (23 сентябрь 1946 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәмиҙулла Әбдрәхим улы Ишбулдин (Хәмит Ишбулдин) 1946 йылдың 23 сентябрендә Үзбәк ССР-ының Брич-Мулла ауылында тыуған.

1978 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын «яңғыҙ йырлау» һөнәре буйынса (Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы класы) тамамлай.

1977 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһында стажёр булып эшләй, диплом спектаклендә Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһындағы төп партияны башҡара һәм опера театрына солист итеп эшкә алына.

19811994 йылдарҙа йырсы Муса Йәлил исемендәге Татар академия дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. 1994 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайта.

Хәмит Ишбулдин төрлө концерт программаларында сығыш яһай, бай камерный вокал репертуарға эйә. Дирижёрҙар: В. М. Васильев, А. А. Людмилин, Ф. Ш. Мансуров менән эшләй.

Операларҙағы ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Эрик (Р. Вагнер, «Летучий Голландец»)
  • Альфред (Дж. Верди, «Травиата»)
  • Манрико (Дж. Верди, «Трубадур»)
  • Старый Фауст (Ш. Гуно, «Фауст»)
  • Хозе (Ж. Бизе, «Кармен»)
  • Рудольф (Дж. Пуччини, «Богема»)
  • Каварадосси (Дж. Пуччини, «Тоска»)
  • Пинкертон (Дж. Пуччини, «Чио-Чио-сан»)
  • Ленский, Трике (П. Чайковский, «Евгений Онегин»)
  • Герман (П. Чайковский, «Пиковая дама»)
  • Водемон (П. Чайковский, «Иоланта»)
  • Самозванец (М. Мусоргский, «Борис Годунов»)
  • Немецкий офицер (Ю. Мейтус, «Рихард Зорге»)
  • Матрос (Б. Терентьев, «Максимка»)
  • Салауат (З. Исмәғилев, «Салауат Юлаев»)
  • Батус-бай (З. Исмәғилев, «Аҡмулла»)
  • Юлтый (З. Исмәғилев, «Урал илселәре»)
  • Илмырҙа (З. Исмәғилев, «Ҡаһым-түрә»)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]