Эстәлеккә күсергә

Хәсәнов Илмир Йосоп улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәсәнов Илмир Йосоп улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Оло Кәркәле, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик, ғалим
Эш урыны Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы
Күтәрем
Арлан нефть ятҡылығы
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Биләгән вазифаһы кафедра мөдире[d], доцент[d] һәм научный руководитель[d]
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе нефть продукттары[d], нефть сығарыу[d], нефть эшкәртеү[d] һәм Тирә-яҡ мөхит

Хәсәнов Илмир Йосоп улы (8 ғинуар 1942 йыл) — ғалим-инженер-механик. 1983 йылдан хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы, 2004 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).

Илмир Йосоп улы Хәсәнов 1942 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Оло Кәркәле ауылында тыуған[1].

1966 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

19671968 йылдарҙа — «Күтәрем» Арлан район нефть ҡыуыу идаралығында : өлкән механик, капиталь ремонт цехы начальнигы;

1968 йылдан Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ғилми-техник институтында (Өфө) зшләй, 1978 йылдан — шунда уҡ лаборатория мөдире.

19801982 йылдарҙа Сүриәлә эшләй. 1983 йылдан Өфө нефть институтының Салауат ҡалаһы филиалында «Химик етештереү машиналары һәм приборҙары» кафедраһы доценты, 1995 йылдан «Шәрек» ғилми-производство үҙәге етәксеһе, бер үк ваҡытта 1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһының Стәрлетамаҡ филиалы нефть һәм газ бүлеге мөдире. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта[2]. Илмир Йосоп улы — нефть сығарыу һәм ташыу ваҡытында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге белгес.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе : нефть һәм тирә-яҡ мөхитте таҙартыу һәм ташыу системаларын файҙаланыу һәм ремонтлау өсөн ҡорамалдар һәм технологиялар. Уйлап табыуҙарға 42 авторлыҡ таныҡлығы бар. 400-ҙән ашыу баҫма, шул иҫәптән 3 монография авторы[1].