Эстәлеккә күсергә

Бәшәр Хәсән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хәсән Бәшәр битенән йүнәлтелде)
Бәшәр Хәсән
Исеме:

Хәсәнов Бәшәр Хәсән улы

Тыуған көнө:

1901({{padleft:1901|4|0}})

Тыуған урыны:

Һамар губернаһы, Николаевск өйәҙе, Үтәкәй ауылы (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы)

Вафат булған көнө:

1938({{padleft:1938|4|0}})

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Бәшәр Хәсән (Хәсәнов Бәшәр Хәсән улы; 1901—1938) — башҡорт яҙыусыһы.

Хәсәнов Бәшәр Хәсән улы 1901 йылда Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районының) Үтәкәй (Бөрйән) ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт[1].

Башланғыс белемде тыуған ауылы мәҙрәсәһендә ала. Граждандар һуғышы йылдарында В. И. Чапаевтың дивизияһы составында һуғыша, Кронштадт, Ҡырым өсөн алыштарҙа ҡатнаша. Һуғыш тамамланғандан һуң Куйбышев ҡалаһының милиция органдарында эшләй, бер үк ваҡытта төрлө курстарҙа уҡый.

1928 йылда Өфөгә күсә һәм бер аҙ ваҡыт Башҡорт АССР-ының Финанс халыҡ комиссариатында агент булып хеҙмәт итә[2]. Һуңынан Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә күсә, бында тәржемәсе һәм мөхәррир булып эшләй.

«Сурхан буйында» китабы

1938 йылдың 30 апрелендә ҡулға алына һәм биш йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм ителгән. 1956 йылдың 15 октябрендә аҡланған[1].

1928 йылда ижад итә башлай. Уның әҫәрҙәре башлыса Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы темаһына арналған. 1931 йылда «Перекоп» һәм «Дала ялҡыны» әҙәрҙәре баҫылып сыға. «Сурхан буйында» хикәйәһе 1929 йылда яҙылған һәм 1935 йылда баҫылып сыҡҡан, был әҫәрҙә баҫмасылар хәрәкәтенә ҡаршы көрәш һүрәтләнә. 1959 йылда, яҙыусы аҡланғандан һуң, уның һайланма әҫәрҙәренән торған йыйынтыҡ донъя күрә.

  • Перекоп. — Өфө: Башҡортостан дәүләт нәшриәте, 1931.
  • Дала ялҡыны. — Өфө: Башҡортостан дәүләт нәшриәте, 1933.
  • Сурхан буйында. — Өфө: Башҡортостан дәүләт нәшриәте, 1935. — 37 бит. (онлайн версияһы)
  • Хасан Башар. «Культурный мир Башкортостана». Дата обращения: 15 июнь 2015.(недоступная ссылка)