Эстәлеккә күсергә

Цисык Квитка Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Цисык Квитка Владимировна (укр. Квітка Володимирівна ЦісикКуртка Володимир Цик, шулай уҡ, ингл. Kacey Cisyk - инициалдарҙан К.С; 4 апрель 1953 йыл29 март 1998 йыл), Америка сопрано-йырсыһы, украина сығышлы, украина халыҡ йырҙарын билдәле башҡарыусы, фильмдарҙағы төп йырҙарҙы башҡарыусы, америка телевидениеһында (рекламала), Бельгияның Гент операһында һ.б.йырлаған.

Квитка (Кейси) Цисык

Квитка Владимировна Цисык 1953 йылдың 4 апрелендә Нью-Йорктың  Квинс районында һуғыштан һуңғы  эмигранттар Иванна һәм Владимир Цисык ғаиләһендә  тыуған. Уға Квитка тигән исем ҡушҡандар. Уның исеме украинса- "сәскә". Биш йәшлек Квитка  скрипкала уйнарға концерттар менән сығыш яһаусы, Львов консерваторияһын тамамлаған һәм Американың украиндар музыкаль институтында  уҡытҡан, скрипкала уйнаусы атаһынан өйрәнгән. Квитка белемде  вокал класында  Mannes School of Music мәктәбендә алған. Квиткаға уның апаһы Мария (концентрацион лагерҙа,  Германияла,1945 йылда тыуған) аккомпаниаторлыҡ иткән. Мария Цисык— пианистка, Сан-Франциско консерваторияһының директоры булған,  Карнеги-холлда мастер-кластар алып барған.

Китк Цисык   үҙенең украин  йырҙары яҙылған ике альбомы — "Kvitka — Songs of Ukraine" һәм "Kvitka — Two Colors" сыҡҡас, бик ҙур популярлыҡ яулаған. Был альбомдар икеһе лә ғаилә проекты булып торған. Ире, Эд Ракович (Ed Rakowicz), тауыш яҙыу инженеры, проектты продюсерлаған; апаһы, Мария Цисык пианинола уйнаған,  ә әсәләре  Иванна ҡыҙын һүҙҙәрҙе  украинса дөрөҫ әйтергә өйрәткән.

1983 йылда әсәһе менән Квитка Украинала  булған, ә Украина үҙенә бойондороҡһоҙлоҡ алғас, йырсы Украинала концерттар серияһы менән сығыш яһарға хыялланған, тик был хыялы уның, 45 йәшенә барлығы 6 көн генә тулмайынса, 1998 йылдың 29 мартында, яман түш шешенән ваҡытһыҙ үлгәнлеге арҡаһында тормошҡа ашмай ҡалған.

Йырсының 60 йәшлек юбилейына Украинаның  "Интер" телеканалы  "Квитка. Голос в единственном экземпляре"документаль фильмын төшөргән. Фильмдың  авторҙары йырсының феноменын тикшергәндәр.Фильмда уның тураһында туғандары һәм яҡындары: ире Эд Ракович, улы Эдди,  Львовтағы ғаилә ағзалары, уның менән бергә эшләгән кешеләр, уны яратыусылар- һөйләйҙәр. Премьера алдынан күрһәтелгән фильмды (ул  2013 йылдың 4 апрелендә булды),  Киевта, Львовта, Тернополдә, Ивано-Франковскиҙә, Одессала, Луганскиҙа һәм Черновцыла меңәрләгән кеше ҡараған. Фильм   2013 йылдың 5 апрелендә "Интер" телеканалында эфирға сыҡҡан. Юлдаш телевещаниеһы аша был фильмды Украинала ғына түгел, ә Россияла, Европала һәм Төньяҡ Америка илдәрендә лә миллиондарса кеше ҡараған.

  • «Songs of Ukraine» (Песни Украины), 1980 год;

Vershe, mij vershe, Kasey (Kvitka) Cisyk's album "Songs of Ukraine" — 5:05

«Two Colors» from Kvitka Cisyk’s album «Two Colors» — 5:12

  • "You Light Up My Life (Original Sound Track)" (1977)

Виниловая пластинка, сборник саундтреков к одноименному фильму. Общее время звучания — 26:18