Чайка Мария Павловна
Чайка Мария Павловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 март 1923 |
Тыуған урыны | Сергиев Посад, Сергиевский уезд[d], Мәскәү губернаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 21 июль 2003 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Уҡыу йорто | Томск дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Чайка Мария Павловна (23 март 1923 йыл — 21 июль 2003 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-физигы, атом спектроскопияһы, лазер физикаһы һәм оптика өлкәһе белгесе, физика-математика фәндәре докторы (1971), профессор (1971), СПбДУ-ның почетлы профессоры (2003). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты (1976).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Павловна Чайка 1923 йылдың 23 мартында Мәскәү өлкәһенең Загорск ҡалаһында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа.
1940 йылда мәктәп тамамлағандан һуң Ленинград дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә. 1942 йылдан алып 1945 йылға тиклем Томск дәүләт университетының физика факультеты уҡый[1].
1945 йылдан — Ленинград дәүләт университетының физика ғилми-тикшеренеү институтында кесе ғилми хеҙмәткәр була, академик А. Н. Теренин һәм С. Э. Фриш лабораторияларында эшләй. Уның беренсе фәнни эше атом тематикаһы буйынса эштәр сиктәрендә уран спектры систематикаһына ҡағыла. 1950 йылда Н. И. Калитеевский менән бергә С. Э. Фриш етәкселегендәге ғилми төркөмгә индерелә. 1952 йылда М. П. Чайка кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Артабанғы фәнни эшмәкәрлеге төрлө элементтарҙың спектраль линияларының нескә структураларын өйрәнеүгә һәм ядроның А магнит коэффициентын һәм В квадропольный дәүмәлдәрен билдәләүгә бәйле була. Тикшеренеүҙәр өсөн төп спектраль приборҙар сифатында Фабри-Перо интерферометры ҡулланыла, ул беренсе газ лазерҙарын өйрәнгәндә би урынлы булып сыға[1].
1963—2003 йылдарҙа — В. А. Фок исемендәге ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, төп ғилми хеҙмәткәре һәм оптик когерент лабораторияһы мөдире. 1971 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
М. П. Чайка квант системаларында интерференция күренештәрен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Уның был күренештәрҙе газ лазерҙары һәм газ разрядлаусы плазмалар процестарын тикшереүҙә ҡулланыулыуы дөйөм өҫтөнлөклө булып тора. Бигерәк тә М. П. Чайканың газ разряды плазмаһында атомдарҙың теҙелеүе буйынса асыштарын билдәләргә мөмкин. «Ййәшерен теҙелеү» тип аталған төҙөлөш плазмалағы физик процестарҙы аңлауға ҙур өлөш индерә һәм 1969 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Уйлап табыуҙар комитеты тарафынан өҫтөнлөклө асыш, тип таныла. Уның «Интерференция вырожденных атомных состояний» (ЛГУ, 1975) монографияһы белгестәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Эшкәртелгән һәм тулыландырылған баҫмаһы (Е. Б. Александров һәм Г. И. Хвостенко авторҙашлығында) 1991 йылда донъя күрә, китаптың был варианты инглиз теленә тәржемә ителгән[2].
1977 йылда М. П. Чайкаға «Обнаружение, исследование и приложение новых оптических явлений, обусловленных когерентностью и ориентацией атомных состояний» (1955—1976)" эштәр циклы өсөн СССР-ҙың Дәүләт премияһы тапшырыла. Уның ҡаҙаныштарының халыҡ-ара кимәлдә танылыуы тураһында 1993 йылда алған Гумбольдт премияһы ла һөйләй[1]. М. П. Чайка фәнни кадрҙар әҙерләү буйынса ла эш алып бара: Санкт-Петербург дәүләт университетының физика факультеты бакалавриатында аспиранттар, магистранттар, студенттар менән менән етәкселек итә. Уның тарафынан 30-ҙан ашыу фән докторы һәм кандидаты, бик күп белгестәр, ә һуңғы йылдарҙа магистрҙар әҙерләнгән[2]. 2003 йылда ул СПбДУ-ның почетлы профессоры була[3].
2003 йылдың 21 июлендә Санкт-Петербургта вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ике «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы(1962, 1967)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999)
- СССР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1978)
- Гумбольдт премияһы (1993)
- Ленинград дәүләт университетының ике премияһы (1956, 1967)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Мария Павловна Чайка . Дата обращения: 8 апрель 2020.
- ↑ 2,0 2,1 Мария Павловна Чайка (1923—2003) . Дата обращения: 8 апрель 2020. 2016 йыл 12 август архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «ах» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Профессора Санкт-Петербургского государственного университета: Биобиблиографический словарь / СПб.: Издательский дом Санкт-Петерб. ун-та, 2004 г. — 756 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профессора Санкт-Петербургского государственного университета: Биобиблиографический словарь / СПб.: Издательский дом Санкт-Петерб. ун-та, 2004 г. — 756 с.
- Санкт-Петербургский государственный университет, 275 лет : Летопись, 1724—1999 / Г. Л. Соболев, И. Л. Тихонов, Г. А. Тишкин. — [Юбилейное изд.]. — СПб. : Изд-во С.-Петерб. ун-т, 1999 г. — 421 с. — ISBN 5-288-02146-5
- Выдающиеся выпускники Томского государственного университета /авт.-сост.: Фоминых С. Ф. (отв. ред.), Некрылов С. А., Грибовский М. В. и др. Томск: Изд-во ТГУ, 2013 г. — 258 с.
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- 23 мартта тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 21 июлдә вафат булғандар
- 2003 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Томск дәүләт университетын тамамлаусылар
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары
- Санкт-Петербург дәүләт университеты уҡытыусылары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр