Эстәлеккә күсергә

Чарный Исаак Абрамович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чарный Исаак Абрамович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 6 сентябрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Гомель[d], Могилёвская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 август 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Востряково зыяраты[d]
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө механика һәм дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы[d]
Эш урыны Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Ғилми етәксе Лейбензон, Леонид Самуилович[d][1]
Аспиранттар Ентов, Владимир Маркович[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы
Вики-проект Проект:Математика[d]

Исаак Абрамович Чарная (6 сентябрь 1909 йыл, Гомель — 1 август 1967 йыл, Мәскәү) — СССР математигы һәм механигы. Сталин премияһы лауреаты (1949), техник фәндәре докторы (1939), профессор (1941).

Гомель ҡалаһында, билдәле инженер-электротехник Абрам Соломонович Чарный ғаиләһендә тыуған; әсәһе, Анна Вениаминовна, теш табибы була.

1931 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай. Уҡыу барышында «О колебаниях давления при переменном движении жидкости в трубах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Дәүләт нефть тикшеренеү институтында эшләй, 1930 йылдан И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтында (промысла һәм нефть заводы механикаһы кафедраһында, 1941 йылдан — профессор, 1943 йылдан — теоретик механика һәм гидравлика кафедраһы мөдире, 1946 йылдан — дөйөм һәм ер аҫты гидромеханикаһы кафедраһы мөдире) уҡыта[2]. 1954 йылдан алып 1960 йылдар буйынса (бер үк ваҡытта) — Ломоносов исемендәге МДУ-ның математика-механика факультетының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1955 йылдан (бер үк ваҡытта) — СССР Фәндәр академияһының механика институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре[3]

Төп хеҙмәттәре гидромеханика һәм айырым сығарылмалы дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы өлкәһендә. Профессор И. А. Чарныйҙың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары шыйыҡсаларҙың торбалар буйлап яйға һалынмаған хәрәкәте, фильтрация теорияһы, ер аҫты гидромеханикаһы өлкәһендә мәсьәләләрҙе хәл итеү менән тығыҙ бәйле. Горизонталь һәм һөҙәк ятышлы һыулы ҡатламдарҙы ер аҫты газ һаҡлағысы итеп ҡулланыу теорияһы авторы. Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең теоретик нигеҙҙәрен эшләй.

1967 йылдың 1 авгусында вафат була. Востряково зыяратында ерләнгән.

  • Расчёт, сооружение и эксплуатация водозеркального подогрева (с соавторами). М.: Гостоптехиздат, 1933.
  • Расчёт сроков слива светлых нефтепродуктов из блока железнодорожных цистерн. М.: Бензоскладстрой, 1936.
  • Подземная гидромеханика. М.: Гостоптехиздат, 1948.
  • Неустановившееся движение реальной жидкости в трубах. М.: Гостоптехиздат, 1951.
  • Основы подземной гидравлики. М.: Гостоптехиздат, 1956.
  • Основы газовой динамики. М.: Гостоптехиздат, 1961.
  • Подземная гидрогазодинамика. М.: Гостоптехиздат, 1963.
  • Хранение газа в горизонтальных и пологозалегающих водоносных пластах (с соавторами). М.: Недра, 1968.
  • Неустановившееся движение реальной жидкости в трубах. М.: Недра, 1975.