Чельцов-Бебутов Александр Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡалып:ФИО

Чельцов-Бебутов Александр Михайлович
1970th-Chelcov-Bebutov.jpg
Тыуған көнө:

10 август 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Украина Совет Социалистик Республикаһы, Киев

Вафат булыу көнө:

16 август 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (56 йәш)

Вафат булған урыны:

СССР, Мәскәү ҡалаһы

Гражданлығы:

Flag of the Ukrainian Soviet Socialist Republic.svg Украина Совет Социалистик Республикаһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР

Уҡыу йорто:

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Билдәләлек алған:

орнитолог, биогеограф

Чельцов-Бебутов Александр Михайлович (йәки Чельцов, 19221978) — совет орнитологы, зоогеограф, география фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры (1974)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы медиафайлдар

1922 йылдың 10 авгусында совет хоҡуғы профессоры М. А. Чельцов-Бебутов (1890-1973) ғаиләһендә тыуған. Апаһы — Ия Михайловна (Чельцова) Леванидова (1914-2005) — гидробиолог.

1930 йылда ғаилә Киевтан Мәскәүгә күсеп килә.

1935 йылдан алып Мәскәү зоопаркы янындағы йәш биологтар түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була(КЮБЗ).

Һуғыш ваҡытында Чельцов-Бебутов Александр Михайлович боеприпастар Комиссариатының авария-тергеҙеү боеприпастарконторында водитель булып эшләй. Армияға уны йөрәк ауырыулы булған өсөн алмағандар.

1942 йылда Чельцов-Бебутов Александр Михайлович Мәскәү дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә, зоология кафедраһын етәкләгән профессор А. Н. Формозов ҡулы аҫтында уҡый.

1947-1950 йылдарҙа Чельцов-Бебутов Александр Михайлович Мәскәү дәүләт ниверситетының Ғилми-тикшеренеү зоология институтында аспирантурала уҡый. 1954 йылдың 15 апрелендә ул «Наурзум күленең кимәленә ҡоштарҙың һәм һөт имәрҙәрҙең йоғонтоһо» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған.

1950-1951 йылдарҙа Чельцов-Бебутов Александр Михайлович СССР Медицина фәндәре академияһының Вирусология институтында эшләй.

1951 йылдың декабрендә профессор Г. А. Воронова саҡырыуы буйынса МДУ География факультетының зоогеография кафедраһына эшкә күсә. 1953 йылдан алып Мәскәү дәүләт университеты бинаһында ойошторолған биогеография кафедраһында эшләй. МДУ-ның күп һанлы экспедицияларын етәкләй. В. Ф.Ларионов менән берлектәМДУ география факултетында эталонлы биогеографик коллекцияһын булдыра. Доцент (1960), Мәскәү дәүләт университеты профессоры (1974).

1973 йылда «Зоогеографическое картографирование населения птиц и млекопитающих и его применение в комплексных региональ­ных атласах» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Һунар һәм һунар эттәрен ярата, тоҡомсолоҡ эше менән шөғөлләнә (Мәскәү курцхаары тоҡомон яҡшыртыу өҫтөндә эшләй). Шулай уҡ һунар итеү темаһын яҙа. «Беҙҙең тоғро дуҫтар» (1974) (Н. Немнонов менән авторҙашлыҡта) китабын һунар эттәре тураһында яҙған.

Фәнни йыйынтыҡ һәм журналдарҙың редколлегия ағзаһы була:

  • Мәскәү дәүләт университеты хәбәрҙәренең география серияһы
  • Орнитология

Илле алты йәшендә 1978 йылдың 16 авгусында йөрәк өйәнәгенән вафат була[2].

Награда һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1945-1946 — И. И. Мечников исемендәге стипендия, МДУ
  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы

Ойошмаларҙа ағзалығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • МОИП ағзаһы
  • СССР ФА-ның ҡоштарҙың миграцияһын координациялау советы ағзаһы
  • СССР АХ министрлығының Главприрода фәнни-техник советы ағзаһы
  • Мәскәү һунарсылар йәмғиәтенең курцхаарҙарҙы һөйөүселәр секцияһы бюроһының ағзаһы

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күп биогеографик карталар төҙөгән. Йөҙҙән ашыу баҫма хеҙмәт авторы, улар араһында:

  • Чельцов-Бебутов А. М., Немнонов Н. Н. Наши верные друзья. М.: Просвещение, 1974. 159 с.
  • Чельцов-Бебутов А. М. О пульсации ареалов некоторых видов птиц в районе Тургайской меридиональной депрессии. // Проблемы зоогеографии суши. Львов, 1958. С. 325—334.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Флинт В. Е., Даниленко А. К., Рустамов Э. А. Чельцов-Бебутов Александр Михайлович // Московские орнитологи. М.: МГУ, 1999.
  2. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Памяти А. М. Чельцова-Бебутова // Орнитология. Вып. 15. 1980.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]