Черемисинов Никифор Андрианович
Черемисинов Никифор Андрианович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 15 июнь 1907 |
Тыуған урыны | Жерновец[d], Касторенский район[d], Курск өлкәһе |
Вафат булған көнө | 9 декабрь 1976 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Воронеж, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны |
Воронеж дәүләт аграр университеты[d] Воронеж дәүләт университеты Институт лесоведения РАН[d] |
Уҡыу йорто | Воронеж дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Козо-Полянский, Борис Михайлович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Черемисинов Никифор Андрианович (15 июнь 1907 йыл, Жерновец, Курск губернаһы — 9 декабрь 1976 йыл, Воронеж) — СССР-ҙың ғалим-совет фитопатологы, биология фәндәре докторы, профессор, урман һәм ауыл хужалығының микология һәм микромицет систематикаһы өлкәһендәге белгес.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Курск губернаһында Жерновец ауылында 1907 йылдың 15 июнендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы вафат булғандан һуң, әсәһе, ҡустыһы һәм һеңлеһе тураһында хәстәрлекте үҙ өҫтөнә ала һәм 1928 йылда эшләй башлай. 1926—1930 йылдарҙа Воронеж университетында уҡый. Уны тамамлағандан һуң, башта Жерновец ауылындағы крәҫтиән йәштәре мәктәбендә, һуңынан — ауыл Бутурлиновский районының Козловка ауылында эшләй[1]. 1931—1934 йылдарҙа Борис Михайлович Козо-Полянский етәкселегендә «түбән үҫемлектәр» (микология һәм фитопатология) һөнәре буйынса Воронеж университетының аспирантураһында уҡый. 1937 йылда «Микозы тау-сагыза» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. 1938 йылдың 29 мартындағы ВАК ҡарары нигеҙендә уға ғалим дәрәжәһе бирелә.
1941—1942 йылдарҙа түбән үҫемлектәр кафедраһы мөдире була. Һуғыш йылдарында (1942—1945йй.) хәрби училищела уҡыта. Демобилизациянан һуң, уға өлкән лейтенант званиеһы бирелә. 1945 йылда элекке эш урынына кире ҡайта. 1950 йылда СССР Фәндәр академияһы Ботаника институтының докторантураһына уҡырға инә. 1952 йылда «Грибные болезни кок-сагыза и меры борьбы с ним» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1953 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә[1][2].
1953—1955 йылдарҙа Воронеж ауыл хужалығы институтының директор урынбаҫары вазифаһын биләй. 1961—1963 йылдан алып Фитопатология институтын етәкләй. 1963 йылдан алып СССР Фәндәр Академияһының урман өйрәнеү лабораторияһында эшләй[1]. Воронежда 1976 йылдың 9 декабрендә вафат була[2].
Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Черемисиновтың фәнни тикшеренеүҙәре техник һәм иген культураларының микроскопик бәшмәктәр һәм бәшмәк ауырыуҙары менән бәйле[3].. Ул кукуруз ауырыуҙарыменән комплекслы көрәшеү һәм күк һағыҙ орлоҡтарын сәсеү алдынан әҙерләү сараларын уйлап таба[1][2].
Урман экосистемаһында бәшмәктәрҙең мөхит факторҙарына бәйле таралыуын тикшерә һәм фитоценозда бәшмәктәрҙең ролен асыҡлай. Ағас-ҡыуаҡ үҫемлектәрендәге бәшмәктәрҙең исемлеген төҙөй[1][3]. Паразит бәшмәктәрҙең яңы тәүге тапҡыр 8 төрөн һәм 2 формаһын фәнгә асып бирә[2].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Черемисинов бик күп наградалар менән бүләкләнгән, шул иҫәптән[1][2]:
- «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены
- «Почет Билдәһе» ордены
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең утыҙ йыллығы» юбилей миҙалы
- Бөтә союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенең миҙалы (1956)
- СССР Фәндәр Академияһының 250 йыллығы хөрмәтенә Маҡтау ҡағыҙы(1974)
Һайланма әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]120-нән ашыу публикациялар авторы[1], шул иҫәптән
Китаптар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Черемисинов Н. А. Болезни кукурузы и меры борьбы с ними. — Кн. изд-во: Воронеж, 1956. — 40 с.
- Черемисинов Н. А. Общая патология растений: Учеб. пособие для с.-х. вузов. — М.: Высшая школа, 1965. — 330 с.
- Черемисинов Н. А., Боева Л. И., Семихатова О. А. Практикум по микробиологии: Для агр. специальностей с.-х. вузов. — М.: Высшая школа, 1967. — 171 с.
- Черемисинов Н. А., Негруцкий С. Ф., Лешковцева И. И. Грибы и грибные болезни деревьев и кустарников : Справочное пособие для определения грибов по растениям-хозяевам. — М.: Лесная промышленность, 1970. — 392 с.
Мәҡәләләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Черемисинов Н. А. Мучнистая роса кок-сагыза // Ботанический журнал СССР. — 1951. — Т. 36. — С. 72–77.
- Черемисинов Н. А. Сохранить естественные заросли кок-сагыза // Природа. — 1951. — № 4. — С. 45—46.
- Черемисинов Н. А. Формирование микафлоры // Ботанический журнал. — 1956. — № 41. — С. 1293—1308.
- Черемисинов Н. А. Пути грибной инфекции семян кукурузы и меры ее предупреждения // Доклады ВАСХНИЛ. — 1957. — № 8. — С. 40—43.
- Черемисинов Н. А. Синузии микромицетов некоторых дубрав Теллермановского леса // Микология и фитопатология. — 1967. — Т. 1. — № 6. — С. 479–487.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Мелькумов Г.М., Рощупкина Е.В., Мелькумова Е.А. К 110-летию со дня рождения профессора Никифора Андриановича Черемисинова (1907–1976) // Вестник Воронежского государственного университета. — 2017. — № 2 (53). — С. 218–222.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Горленко М.В., Николаева М.И., Вандышева Н.И. Памяти Никифора Андриановича Черемисинова (1907–1976) // Микология и фитопатология. — 1977. — Т. 11. — № 6. — С. 524–529.
- ↑ 3,0 3,1 Фатеев А.И. Никифор Андрианович Черемисинов (К 60-летию со дня рождения) // Микология и фитопатология. — 1968. — Т. 3. — № 3. — С. 267–268.
- 15 июндә тыуғандар
- 1907 йылда тыуғандар
- 9 декабрҙә вафат булғандар
- 1976 йылда вафат булғандар
- Воронежда вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Биология фәндәре докторҙары
- Воронеж университетын тамамлаусылар