Чёрная (Чир ҡушылдығы)
| Чёрная | |
|---|---|
| Характеристика | |
| Оҙонлоғо | 48 км |
| Бассейн | 506 км² |
| Һыу ағымы | |
| Тамағы | Чир |
| · Урынлашыуы | 246 км өҫтәрәк |
| · Бейеклеге | 90 м |
| · Координаталар | 49°19′12″ с. ш. 41°44′36″ в. д.HGЯO |
| Урынлашыуы | |
| Һыу бассейны | Чир → Дон → Азов диңгеҙе |
| Ил | |
| Регион | Ростов өлкәһе |
| Район | Шолохов районы, Боков районы |
| РДҺР | 05010300812107000009627 |
Черная (Ҡара) — йылға. Рәсәйҙең Ростов өлкәһе Шолохов, Боков райондары биләмәләрендә аға. Чир йылғаһы тамағынан 246 км өҫтәрәк, һул яҡтан килеп ҡушыла. Йылға оҙонлоғо — 48 км, һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 506 км2.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Черная йылғаһы Шолохов районының Верхнетокинский утарынан өҫтәрәк башлана. Артабан өлкә эсендәге юлдар буйлап Чукаринский һәм Кружилинский утарҙары аша ағып үтә. Артабан Боков районының Грушинский һәм Вислогузов утарҙарынан төньяҡ-көнбайыштараҡ, өс тармаҡҡа бүленеп, Чир йылғаһына ҡоя.
Үҙ ағышында йылға күп кенә ҡултыҡтар һәм тармаҡтарға бүленә. Уның Кружилинский утары янындағы ҡушылдыҡ йылғаһы - Семеновка[1].
Шуныһы ҡыҙыҡ, һәр йыл һайын июль айында Черная йылғаһы ярындағы аҡландарҙың береһендә "Автор йыры Малый Грушинский фестивале " үткәрелә[2].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса йылға Дон һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы - Чир йылғаһы. Йылғаның бассейны — Дон йылғаһы (һыу бассейнының Рәсәйҙәге өлөшө).
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 05010300812107000009627[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грушинский фестиваль
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатмарлы Чир йылғаһы 2017 йыл 3 апрель архивланған.
- Чир Йылғаһы