Эстәлеккә күсергә

Чёрная (Чир ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чёрная
Характеристика
Оҙонлоғо 48 км
Бассейн 506 км²
Һыу ағымы
Тамағы Чир
 · Урынлашыуы 246 км өҫтәрәк
 · Бейеклеге 90 м
 · Координаталар 49°19′12″ с. ш. 41°44′36″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Чир → Дон → Азов диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Ростов өлкәһе
Район Шолохов районы, Боков районы
РДҺР 05010300812107000009627
Чёрная (Чир ҡушылдығы) (Ростов өлкәһе)
Точка
Точка
тамағы

Черная (Ҡара) — йылға. Рәсәйҙең Ростов өлкәһе Шолохов, Боков райондары биләмәләрендә аға. Чир йылғаһы тамағынан 246 км өҫтәрәк, һул яҡтан килеп ҡушыла. Йылға оҙонлоғо — 48 км, һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 506 км2.

Черная йылғаһы Шолохов районының Верхнетокинский  утарынан өҫтәрәк башлана. Артабан өлкә эсендәге юлдар буйлап  Чукаринский һәм Кружилинский  утарҙары аша ағып үтә. Артабан Боков районының Грушинский  һәм Вислогузов утарҙарынан төньяҡ-көнбайыштараҡ, өс тармаҡҡа бүленеп, Чир йылғаһына ҡоя.

Үҙ ағышында йылға күп кенә ҡултыҡтар һәм тармаҡтарға бүленә. Уның Кружилинский утары  янындағы ҡушылдыҡ йылғаһы - Семеновка[1].

Шуныһы ҡыҙыҡ, һәр йыл һайын июль айында Черная йылғаһы ярындағы аҡландарҙың береһендә "Автор йыры Малый Грушинский фестивале " үткәрелә[2].

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса йылға  Дон һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы - Чир йылғаһы. Йылғаның бассейны — Дон йылғаһы (һыу бассейнының Рәсәйҙәге өлөшө).

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 05010300812107000009627[3].

  • Грушинский фестиваль