Чиаурели Софико Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Софико Чиаурели
სოფიკო ჭიაურელი
Исеме

Софико Михайловна Чиаурели

Тыуған көнө

21 май 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Грузия ССР-ы, Тбилиси ҡалаһы

Вафат көнө

2 март 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (70 йәш)

Вафат урыны

Грузия, Тбилиси,

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРГрузия Грузия

Һөнәре

актёр

Карьераһы

19562008

Наградалары
Әрмән ССР-ының халыҡ артисы — 1979 СССР Дәүләт премияһы — 1980
Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1976)
IMDb

ID 0157105

Софико Чиаурели Михайловна (груз. სოფიკო ჭიაურელი; 21 май 1937 йыл2 март 2008 йыл) — СССР һәм Грузия артисы. Грузин ССР-ының (1976) һәм Әрмән ССР-ының (1979) халыҡ артисы. Йөҙҙән ашыу фильмда уйнаған. Халыҡ-ара конкурстарҙа ете тапҡыр «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призына лайыҡ булған берҙән-бер совет артисы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Софико Чиаурели Тбилисиҙа артист Верико Анджапаридзе һәм кинорежиссёр Михаил Чиаурели ғаиләһендә тыуған.

Бөтә Союз дәүләт кинематография институтын (1960, Б. Бибиков оҫтаханаһы) яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Институттан һуң тыуған яғына ҡайта. 1960−1964 һәм 1968 йылдарҙа — Тбилисиҙағы Марджанишвили исемендәге академия театры артисы, 1964−1968 йылдарҙа — Ш. Руставели исемендәге академия театры артисы.

9-сы саҡырылыш СССР Юғары советы депутаты.

2008 йылдың 2 мартында Софико Чиаурели оҙайлы һәм ҡаты ауырыуҙан һуң, 71-се йәшендә вафат була.

Тбилиси ҡалаһының Дидуб пантеонында ире Махарадзе Котэ янында ерләнгән.

Тбилиси ҡалаһының Сион скверында Чиаурелиға бюст ҡуйылған (скульпторы Леван Вардосанидзе, 2009)[2][3]. 2008 йылдың 5 мартындағы ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, Тбилисиҙың бер урамы Софико Чиаурели исемен йөрөтә[4].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағалары: Отар Чиаурели (1915 −1964) һәм Рамаз Чиаурели (олаталары теле-, радио алып барыусыһы, актёр һәм шоумен — Рамаз Михайлович Чиаурели).

Кинорежиссёр Георгий Данелияның ике туған апаһы (Верико Анджапаридзе — уның әсәһенең һеңлеһе).

Беренсе ире — Георгий Шенгелая, икенсе ире — Котэ Махарадзе.

Улдары — Николай (Никон) һәм Александр Шенгелая, ейәндәре — Георгий һәм Наталья.

Танылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1966 — Грузин ССР-ы Ленин комсомолы премияһы «Һинең ҡулың йылыһы» фильмы өсөн
  • 1966 — Бөтә Союз кинофестивалендә «Актёрҙарға премия» номинацияһы лауреаты
  • 1972 — Бөтә Союз кинофестивалендә «Актёрлыҡ эше өсөн премия» номинацияһы лауреаты
  • 1974 — Бөтә Союз кинофестивалендә «Актёрлыҡ эше өсөн беренсе премиялар» номинацияһы лауреаты
  • 1974 — Баку ҡалаһында үткән Бөтә Союз кинофестивалендә «Верий кварталындағы моң» фильмында иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн беренсе премия
  • 1975 — Чехословакияла үткән XXVI халыҡ-ара кинофестивалдә «Верий кварталындағы моң» фильмында иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн премия
  • 1976 — Грузин ССР-ының халыҡ артисы
  • 1979 — Әрмән ССР- ының халыҡ артисы
  • 1980 —СССР дәүләт премияһы («Шәхси һорауҙар буйынса бер нисә интервью» фильмында ҡатнашҡаны өсөн) лауреаты

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәфис фильмдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1957 — Беҙҙең ихата (фильм, 1956)Беҙҙең ихата — Цицино
  • 1958 — Акварель (фильм)|Акварель — ҡатын
  • 1960 — Бер ҡыҙ тураһында повесть — Лали Николадзе
  • 1961 — Ингури ярында — Тамара
  • 1963 — Генерал һәм маргариткалар — Зося
  • 1966 — Хевсур балладаһы — Мзекала
  • 1967 — Хәҙер башҡа заманалар (фильм) — Тасия
  • 1967 —[Йылмайыуҙы кире ҡайтарыу (киноальманах) Новелла «Кемдер автобусҡа һуңлай» — Елена
  • 1969 — Гранат төҫө — батшабикә Анна / шағир / монашка / шағирҙың музаһы / кире терелтеү фәрештәһе / пантомима)
  • 1969 — Ҡайғырма! — Софико
  • 1970 — Рубеждар (фильм) — Софико
  • 1970 — Чермен (фильм) — йәш Чермендың әсә?е
  • 1972 — Һинең ҡулың йылыһы (фильм) — Сидония
  • 1973 — Саҡырыу (фильм, 1973)|Зов — Музыка уҡытыусыһы
  • 1973 — Верий кварталы моңо — Вардо, кер йыуыусы
  • 1975 — Буталыш (фильм, 1975) — Тамро
  • 1976 — Сирень урамы егеттәре — күрше Заура
  • 1977 — Виноград туғайлығына кил — Эка
  • 1977 — Теләктәр ағасы — Фуфала
  • 1977 — Хаталар комедияһы (фильм)— Лиз, куртизанка (ролде яңғыратты Фрейндлих, Алиса Бруновна|Алиса Фрейндлих)
  • 1977 — Ярҙар (фильм, 1977) — Нано Тавкелишвили
  • 1978 — Шәхси һорау буйынса бер нисә интервью — Софико
  • 1978 — Аревик — Аревик Гарегиновна Геворкян (ролде яңғыратты Виноградова, Мария Сергеевна|Мария Виноградова)
  • 1979 — Али-Баб һәм ҡырҡ юлбаҫар мажаралары — Замира, Али-Бабаның әсәһе
  • 1980 — Ҡырмыҫҡа менән Бөрсәнең яңы мажаралары — рыцарь
  • 1980 — Сикәгә сабыу (фильм, 1980) — Турванда
  • 1982 — Ҡатын-ҡыҙҙы эҙләгеҙ (фильм, 1982) — мадемуазель Алиса Постик
  • 1984 — Донъя күргән пилот хикәйәһе — пассажир
  • 1984 — Сурам ҡәлғәһе тураһында легенда (фильм) — Гулисварди (Вардо)
  • 1984 — Петров һәм Васечкин Каникулы, ҡәҙимге һәм кеше ышанмаҫлыҡ — Манандың өләсәһе (2 серия)
  • 1986 — Никах кәрзинендә миллион — Валерия
  • 1987 — Кәртә (фильм) — Президент ҡатыны
  • 1988 — Ашик-Кериб (фильм) — Ашик-Керибтың әсәһе
  • 1991 — Ғәйепте таныу (фильм) — әсә
  • 1991 — Күсеп йөрөгән йондоҙҙар (фильм) — Сора-Броха, Гоцмахтың әсәһе
  • 1992 — Утрау (фильм, 1992) — Өләсәй
  • 1992 — Вәғәҙә иттем, мин китәм — Тамаздың әсәһе
  • 1992 — Төнгө күбәләк осошо (фильм)
  • 1992 — Хачкар (фильм) — Рәссамдың узаһы
  • 1998 — Камергерскиҙа йондоҙло төн — МХТ байрамында ҡатнашыусы
  • 2000 — Нуз кәмәһе (фильм, 2000) — уҡытыусы
  • 2001 — Бер тапҡыр ғына (фильм)
  • 2005 — Айлы үҙәнгә серенада (фильм)
  • 2005 — Дача һатыла (фильм) — Сурендың өләсәһе
  • 2006 — Маяҡ (фильм, 2006) — күрше

Документаль фильмдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1969 — Әрмән еренең төҫө — Нова Саят
  • 1991 — Грузия тураһында хәтирәләр
  • 1992 — Параджанов: Һуңғы яҙ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ивашкина, Дарья. В Тбилиси осквернили памятник актрисе Софико Чиаурели. Комсомольская правда (1 февраль 2014). Дата обращения: 21 ноябрь 2015.
  2. Памятник Софико Чиаурели 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
  3. Грузия. 2019 йыл 10 апрель архивланған.
  4. Именем Софико Чиаурели назовут улицу в Тбилиси. Lenta.ru (4 март 2008). Дата обращения: 21 ноябрь 2015.