Чуева Анна Николаевна
Чуева Анна Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 22 май 1895 |
Тыуған урыны | Старооскольский уезд[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 7 июль 1973 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡунаҡбай, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Анна Николаевна Чуева (22 май 1895 йыл — 7 июль 1973 йыл) — БАССР Көйөргәҙе районының Яҙлау ауыл советы «Хеҙмәт юлы» колхозының йәшелсә үҫтереүсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анна Николаевна Чуева 1895 йылдың 22 майында Вязовое ауылында (хәҙер — Белгород өлкәһенең Старооскольский районы) тыуған. Белеме — башланғыс.
1927 йылда ғаиләһе менән Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районының Чикановка утарына күсеп килә. 1929 йылда Көйөргәҙе районы Яҙлау ауыл советының «Хеҙмәт юлы» колхозында эшләй, ошо уҡ колхозда 1937 йылдан звено башлығы һәм бригадир булып эшләй.
Тиҙҙән 1941 йылдың июлендә ире фронтҡа китә һәм һәләк була. Ике бала менән Анна Николаевна БАССР-ҙың Көйөргәҙе районы «Алтын башаҡ» колхозына эшкә килә.
1941 йылда Анна Николаевна «Алтын башаҡ» колхозының йәшелсәселек звеноһын етәкләй. Үҙенең барлыҡ хеҙмәт йылдарында ул алдынғылар рәтендә була. 1944 йылда көн һайын 400 норма урынына 2,5 -3,5 мең көлтә бәйләй. 1944 йылдың 5 авгусында 11 200 көлтә бәйләй, һөҙөмтәлә 12 бот иген эшләй. Был көндөң бөтә эш хаҡын Ҡыҙыл армияның Еңеү фондына күсерә, бының өсөн СССР Оборонаһы Дәүләт комитетының рәйесе И.В. Сталиндың шәхси рәхмәтен ала[1]
1945 йылдың 30 авгусында Анна Николаевна 0,45 гектар нормала 5 гектар майҙандан иген йыйып, 8 300 көлтә һоло бәйләй. Эше өсөн 18 бот иген, 22 премия, шул иҫәптән усадьбаға ҡыйығы тимер менән ябылған биш мөйөшлө йорт һатып алып ултыртыла, йорт йыһаздары, мал бүленә.
1946 йылдың 27 авгусында 10 160 көлтә һоло бәйләй, шуның менән уңыш йыйыу буйынса 21 норманы үтәй.
А.Н.Чуева етәкләгән звено йыл һайын картуф, йәшелсә һәм шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшә. 1964 йылда һәр гектарҙан 480 центнер татлы тамыр алына. 1965 йылда звено коллективы һәр гектарҙан 390 центнер помидор, 800 центнер кәбеҫтә, 400 центнер ҡыяр йыйып ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 30 апрелендәге указы менән картуф, йәшелсә һәм башҡа продукциялар етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн А. Н. Чуеваға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Анна Николаевна Чуева — икенсе саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты (1947—1951), 3-сө, 4-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты (1951—1959).
Анна Николаевна 1973 йылдың 7 июлендә вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
- Ике Ленин ордены (1949, 1966) һәм миҙалдар, шул иҫәптән «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылында А.Н.Чуева йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 10000 снопов в день [Текст] : Опыт сноповязальщицы колхоза «Золотой колос» Куюргазин. района Башкир. АССР, депутата Верховного совета РСФСР Анны Николаевны Чуевой : [Сборник материалов]. — 2-е изд., расш. — Уфа : Башгоиздат, 1947 (тип. «Окт. натиск»). — 31 с. — (Библиотечка передовиков социалистического сельского хозяйства Башкирии / М-во сел. хозяйства БАССР).
- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. — Т. 7: Ф-Я. — 624 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чуева Анна Николаевна . «Герои страны» сайты.
- 22 майҙа тыуғандар
- 1895 йылда тыуғандар
- Курск губернаһында тыуғандар
- 7 июлдә вафат булғандар
- 1973 йылда вафат булғандар
- Көйөргәҙе районында вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- 2-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаттары
- 4-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 3-сө саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары