Чумакова Юлия Петровна
Чумакова Юлия Петровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 16 июль 1930 |
Тыуған урыны |
Рязань өлкәһе, СССР Спасские Выселки[d], Захаровское сельское поселение[d], Захаровский район[d], Рязань округы[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 20 декабрь 2000 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | лингвист |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм филология фәндәре докторы[d] |
Чумакова Юлия Петровна (16 июль 1930 йыл — 20 декабрь 2000 йыл) — тел белгесе, Филология фәндәре докторы (1994), профессор (1997).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чумакова Юлия Петровна 1930 йылдың 16 июлендә Рязань өлкәһе Захаровский районының Спасские Выселки ауылында тыуа. 1953 йылда Рязань дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай һәм Скопинск районының Октябрьский яланы ҡасабаһында һәм Захаровка урта мәктәбендә уҡыта. 1955—1958 йылдарҙа рус теле кафедраһы ҡарамағындағы аспирантурала уҡый (фәнни етәксеһе — профессор В.И. Лыткин). «Текстильная лексика говоров района «Богословщина» Рязанской области» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1958 йылдан — Мәғариф министрлығы йүнәлтмәһе буйынса Барнаул педагогия институтында, 1962 йылдан — Горький университетында, 1970 йылдан — Башҡорт дәүләт педагогия институтында, 1975 йылдан — Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, 1996 йылдан дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме кафедраһы профессоры вазифаһында[1][2]. 1994 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Рус теле институтында «Расселение славян в Среднем (Рязанском) Поочье по лингвистическим и историческим данным» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[3].
Чумакова Юлия Петровна 2000 йылдың 20 декабрендә Өфөлә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]25 йыл дауамында уның тормошо Башҡорт дәүләт университетының дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме кафедраһы менән бәйле була, унда ул славян филологияһына инеш, рус теле тарихы, иҫке славян теле буйынса курстар уҡыта. Ю.П. Чумакова болгар һәм поляк телдәренән тәржемәсе булараҡ билдәле. Поляк һәм болгар телдәрен уҡыта, үҙе был телдәрҙә иркен һөйләшкән һәм был славян халыҡтарының мәҙәниәтен һәм тарихын яҡшы белгән.
«Рус халыҡ һөйләштәренең лексик атласы»н һәм «Башҡортостандың рус һөйләштәре һүҙлеге»н булдырыу буйынса эштә ҡатнаша[4].
Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ теле һәм башҡа славян телдәре лексикаһын сағыштырма-тарихи тикшереү, этимология, ономастика проблемаларына арналған. Күптәрҙең, айырыуса диалектлы һүҙҙәрҙең, этимологияһын эшләй. Рязань һөйләштәренең халыҡ туҡыусанлығы лексикаһын диахроник һәм функциональ аспекттарҙа һүрәтләй. 70-кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Галерея выпускников . РГУ. Дата обращения: 15 февраль 2024.
- ↑ Чумакова Юлия Петровна
- ↑ Российская государственная библиотека Чумакова, Юлия Петровна - Расселение славян в Среднем (Рязанском) Поочье по лингви..
- ↑ В БашГУ почтили память профессора Чумаковой . Стерлеград. Дата обращения: 15 февраль 2024.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чумакова Юлия Петровна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2024)
- 16 июлдә тыуғандар
- 1930 йылда тыуғандар
- Рязань өлкәһендә тыуғандар
- Мәскәү өлкәһендә тыуғандар
- 20 декабрҙә вафат булғандар
- 2000 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Профессорҙар
- Филология фәндәре докторҙары
- Тел белгестәре
- Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Проект:Халыҡ мәҙәниәте һәм ҡатын-ҡыҙ 2024