Эстәлеккә күсергә

Чёртово Городище (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Чёртово Городище (гора) битенән йүнәлтелде)
Чёртово Городище
Рәсем
Яҡынса бейеклеге 20 метр
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Екатеринбург
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 347 метр
Карта
 Чёртово Городище Викимилектә

Чёртово Городище — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһендәге тау һәм шул исемле ҡая массивы. Тау ҡаялары менән 4,5 км Иҫәт ҡасабаһынан көньяҡҡа — Екатеринбург тирәһендә урынлашҡан. Тау түбәһендә елдән ашалған рәүешле гранит тау ҡалдыҡтары. Флораһы — ҡая үҫемлектәре. Геоморфологик тәбиғәт ҡомартҡыһ.ы, Популяр туризм һәм әүҙем ял итеү объекты. Ҡаяға үрмәләү спорты менән шөғөлләнеүселәр араһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланыла[1]

Тау бөтә яҡтан тотош урман менән ҡапланған һөҙәк битләүҙәрҙән тора. Ҡаялар тау түбәһендәге һыртта, гранит плитәләрҙән өйөлгән постаментта, бейеклеге 25 метрлы айырым башня массивтары күтәрелгән. «Ҡаласыҡтың» төньяҡ стенаһы ҡаяға үрмәләүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра..Бында төрлө ҡыйынлыҡтар буйынса юл: һулдан — яңы башлап үрмәләүселәр өсөн, уң һәм үҙәк өлөшөндә категориялы спортсмендар өсөн — текә ҡая трассаһы. Көньяҡ стенаһы һөҙәк. Баҫҡыс буйлап ҙур булмаған йылға Семипалатинка (Иҫәт йылғаһының ҡушылдығы) үҙәненә төшә.

1861 йылда тау ҡалдыҡтарына фәнни тасуирламаны беренсе булып УОЛЯ. ағзалары бирә. XIX быуаттың аҙағында, Урал тимер юлы асылғандан һуң, Шайтан ҡаласығына күпләп килә башлайҙар. 1980—1885 йылдарҙа ҡая районы туристар өсөн ябыла. Был йылдар эсендә сүп-сары түгепә, емеректәрҙән таҙартыла. СССР- ҙа беренсе скалодром. йыһазландырыла. Тәбиғи рәүештә үлән менән ҡаплана, ағастар үҫеп китә.

Чёртово Городище флораһы бик күп ҡая үҫемлектәренән тора. Шул иҫәптән һаҡлауға индерелгән: Урал эндемигы Клера Астрагал (был уның иң Төньяҡ Уралдың көнсығыш битләүҙәрендәге урыны), ябай абаға , артыш һәм башҡа үҫемлектәр[2].

Ҡаласыҡ тарихи ҡомартҡы булып тора. Унда боронғо металлургия производствоһы, иртә тимер быуатына һәм урта быуаттарға ҡараған ҡорбан килтереү урыны бар. Этҡол мәҙәниәте керамика фрагменттары табылған. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта: батыр, юдин һәм молчановский тибындағы (X—XIII бб. я. э.)[1]