Шакирйәнов Мәғәнәүи Шакирйән улы
Шакирйәнов Мәғәнәүи Шакирйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 сентябрь 1930 (94 йәш) |
Тыуған урыны | Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шәкирйәнов Мәғәнәүи Шәкирйән улы (5 сентябрь 1930 йыл) — үҫемлекселек белгесе. 1954—1991 йылдарҙа Дүртөйлө районы хужалыҡтары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1960 йылдан «Әсән», 1965 йылдан — «Уңыш» колхозының комплекслы бригада етәксеһе. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1986). Октябрь Революцияһы (1979) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәкирйәнов Мәғәнәүи Шәкирйән улы 1930 йылдың 5 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Ҡораласыҡ ауылында тыуған.
1954 йылдан 1991 йылға тиклем БАССР-ҙың Дүртөйлө районы «Әсән» колхозында комплекслы бригада бригадиры, 1965 йылдана «Уңыш» колхозы бригадиры булып эшләй.
Үҫемселек һәм малсылыҡта өлгәшкән юғары күрһәткестәре өсөн (1986 йылда 43 иген культуралары уңышы 43 ц/ га, һыйырҙан уртаса 5,5 мең кг. һөт һауып ала) СССР Дәүләт премияһы менән бүләкләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Дәүләт премияһы (1986)
- Октябрь Революцияһы ордены (1979)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шакирйәнов Мәғәнәүи Шакирйән улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.