Шалҡанды (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шалҡанды
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Шалҡанды (рус. Шелканды), Күмләк арҡаһы — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Уй районының көнсығыш өлөшөндәге Уралтауҙың һыу бүлеүсе һырты.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Уй районының көнсығыш өлөшөндә, Белово, Ҡомлоҡ, Грибановка һәм Гусары ауылдары буйында урынлашҡан. Төньяҡ осонда ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы Ларин ҡарағайлығы (рус. Ларинский бор) барып сыға. Иң киң урыны 37 км, уртаса киңлеге 1 км самаһы. Иң бейек нөктәләре: диңгеҙ кимәленән 527, 528 и 539 м.[1] Координаттары: 54.4125, 60.17333[2].

Тәбиғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Флора[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ере — һоро урман һәм ҡара тупраҡтарҙан тиерлек тора. Һырт тулыһынса япраҡлы һәм ылыҫлы урмандар менән ҡапланған. Күберәк ҡайын, уҫаҡ үҫә, урман араһындағы үҫемлектәрҙең күпселеген ҡыуаҡтар тәшкил итә, башлыса сейә үҫә). Ылыҫлыларҙың төп өлөшө — төрлө йәштәге ҡарағайлыҡтар.

Үлән күп төрлө — 300 ҙән артыҡ үҫемлек төрө иҫәпләнә. Өҫкө ярусты балтырған, ҡурай, абаға, кеүек бейек үләндәр; икенселә — йылантамыр, ҡытыршы сәңгәр сәскә, ҡыр ҡәнәфере, бесәй борсағы, туҡранбаш, һарына, меңъяпраҡ кеүек үләндәрҙән тора; иң түбәндә — ер еләге, үрмәле туҡранбаш, таш еләге, ҡыҙыл бөрлөгән һ. б алып тора.

Фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хайуандар донъяһы ла бай ғына: бурһыҡ, ҡуян, үрғуян, ҡыҙыл көҙән, илек, төлкө, мышы, көҙән; ҡоштар — ҡарға, һоро ҡоҙғон, әберсен, барҡылдаҡ, тумыртҡа, аҡ һәм һоро ағуна, ҙур сәпсек, бараба, һайыҫҡан, ҡор, шулай уҡ йыртҡыс ҡоштарҙан бөркөт, торомтай, өкө, ыласын, ҡарсыға һәм башҡалар төйәкләнгән.

Шифалы һыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шалҡанды һыртында урта өлөшөндә көньяҡ битләүендә таҙа һалҡын ҡушыла һыу (+4…+10 °С) сығанағы бар — был урында «Грибановский ключ» тигән эсәр һыуҙы һауыттарға ҡойоп, сауҙаға сығаралар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:

От распространенного в прошлом у башкир мужского имени Шалканды, с основой шалкан — «репа» и имяобразующим аффиксом -ды. Название связано с древним культом растений у тюркских народов.http://old.toposural.ru/html/h.htm[3][4]

Йәғни, уның фаразы буйынса, атама төрки телдәрҙәге «шалҡан» һүҙенән килеп сыҡҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Шертанды //Энциклопедия Челябинской области
  2. Шелканды (Khrebet Shelkandy)
  3. Шувалов Н. И. Шелканды // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7
  4. Шелканды. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шувалов Н. И. Шелканды // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с.
  • Уралтау // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Матвеев А. К. Вершины Каменного Пояса: Названия гор Урала. 2-е изд., перераб. и доп.— Челябинск: Юж.-Урал. кн. изд-во, 1990.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]