Шамаев Әмир Ғабдрахман улы
Шамаев Әмир Ғабдрахман улы | ||||||||
Тыуған көнө | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
БАССР, Мәләүез районы, Һарыш ауыл | |||||||
Вафат көнө | ||||||||
Вафат урыны |
Өфө ҡалаһы | |||||||
Ил |
СССР, Россия | |||||||
Альма-матер | ||||||||
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы (1998) | |||||||
Ғилми исеме |
профессор (1998) | |||||||
Награда һәм премиялары |
| |||||||
Шамаев Әмир Ғабдрахман улы (8 август 1929 йыл — 25 март 2017 йыл) — ғалим-табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әмир Ғабдрахман улы Шамаев 1929 йылдың 8 авгусында Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Һарыш ауылында тыуа.
- Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала.
- 5-8-се кластарҙы Йомағужа башҡорт урта мәктәбендә уҡый.
- 1941—1945 йылдарҙа, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда үҫмер көйө ололар менән бер рәттән колхозда эшләй.
- 9—10-сы кластарҙы Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта тамамлай.
- 1949—1955 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡый.
- 1955—1960 йылдарҙа Йомағужа районының һаулыҡ һаҡлау бүлегендә мөдир, баш табип булып эшләй.
- 1960—1962 йылдарҙа — А. П. Чехов исемендәге шифахананың баш врачы.
- 1962—1967 йылдарҙа — Бөтә Союз Шафран шифаханаһының баш табибы.
- 1967—1970 йылдарҙа РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы махсус шифаханаларының Өфө зона идаралығы етәксеһе.
- 1970—1977 йылдарҙа Профсоюз шифаханалары менән етәкселек итеү буйынса Башҡортостан өлкә советы рәйесе вазифаһында эшләй.
- 1977—1985 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина университетында уҡыта.
- 1985—1987 йылдарҙа — 21-се һанлы Өфө ҡала клиник дауаханаһының баш табибы.
- 1987—1999 йылдарҙа Республика кардиология диспансерына етәкселек итә.
- 1999 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Республика лицензия-аккредитациялау комиссияһы рәйесе вазифаһында эшләй.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]160-тан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 12 монография авторы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кумысолечебный куророт «Шафраново». Уфа, 1967;
- Кумысолечебный санаторий имени С. Т. Аксакова. Уфа, 1973;
- Кумыс в современном лечении туберкулеза. Уфа, 1974;
- Башкирский кумыс. Уфа, 1986;
- Башкирский кумыс (новая редакция). Уфа, 1989;
- Кумыс (новая редакция). Уфа, 2000.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ә. Ғ. Шамаев — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорт милләте вәкилдәре менән эшләү комиссияһы рәйесе булараҡ яуаплы йәмәғәт эштәре башаҡа. Бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары советының һаулыҡ һаҡлау буйынса комиссияһы рәйесе. Республика фтизиатрҙарының, терапевтарының, кардиологтарының фәнни медицина йәмғиәттәре эшендә әүҙем ҡатнаша. Тыуған ауылы Һарышта мәсет һалдыра.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1995);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998);
- СССР һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968);
- СССР профсоюздар курорттары отличнигы (1976);
- Рәсәй Федерацияһының Топ-менеджеры (2006);
- Рәсәй Федерацияһының Топ менеджеры (2007);
- Мәләүез районының почётлы гражданы;
- Ике «Почёт билдәһе» ордены;
- Гиппократ ордены;
- «Благодать и Мир да Умножаться» ордены ().
- Рәсәй Федерацияһының Милли Энциклопедияһына өс тапҡыр индерелгән
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таһир Мәҡсүтов. Благодать и мир вам да умножится . Башҡортостан. «Ватандаш» журналы. Дата обращения: 20 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- Библиография бүлеге. Учёные-медики Башкортостана. Труды А.Г.Шамаева . Башҡортостан. Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы (1999). Дата обращения: 27 сентябрь 2018.
- 8 августа тыуғандар
- 1929 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәләүез районында тыуғандар
- 25 мартта вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Рәсәйҙең атҡаҙанған табиптары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡортостан ғалимдары
- Медицина фәндәре докторҙары
- Башҡортостан табиптары
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Башҡортостандың атҡаҙанған табиптары
- Мәләүез районы почётлы граждандары