Ҡолбарисов Шамил Зөфәр улы
Ҡолбарисов Шамил Зөфәр улы | |
Тыуған | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы Өфө кантоны Нөрлө ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Өфө районы) |
Үлгән | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
композитор, йырсы, режиссёр |
Йырлау тауышы |
баритон |
Хеҙмәттәшлек | |
Наградалар |
РСФСР-ҙың (1990), БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1968) |
Ҡолбарисов Шамил Зөфәр улы (23 май 1923 йыл — 30 сентябрь 2004 йыл) — башҡорт композиторы, йырсы (баритон) һәм режиссёр. 1978 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шамил Зөфәр улы Ҡолбарисов 1923 йылдың 23 майында Өфө губернаһы Өфө кантонының Нөрлө ауылында (Башҡортостан Республикаһының Өфө районы) тыуа. 1945 йылда Башҡортостан музыка училищеһына инә һәм Н. А. Караулова класы буйынса 1948 йылда уҡып бөтә.
1952 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһын вокал (педагогтар С. Н. Стрельцов, В. Ф. Карин), композиция (педагог Е. О. Месснер) специальностары буйынса тамамлай.
1952 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының солисы һәм режиссёры булып эшләй. Шамил Ҡолбарисов 50-нән ашыу опера партияһын башҡара. 1968 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһында солист һәм режиссёр, 1974 йылдан художество етәксеһе булып эшләй. Филармонияның 70-тән ашыу концерт программаһының режиссёры була. 1978—1989 йылдарҙа — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының музыкаль бүлек мөдире. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша.
Шамил Зөфәр улы — «Бер ҡабынһа ғишыҡ уты» (Ш. Бикҡол һәм Ш. Ҡолбарисов либреттоһы, 1965 йыл ҡуйыла), «Гөлсибәрҙең һөйгәне» (Н. Асанбаев либреттоһы, 1983) тигән оперетталар, симфоник оркестр өсөн «Байрам увертюраһы» (1982), «Халыҡҡа дан» кантатаһы (1952), Ш. Бикҡол шиғырына «Урал» хор поэмаһы (1953), башҡорт шағирҙарының шиғырҙарына 100-ләгән йыр һәм романс, Башҡортостандың театрҙарында ҡуйылған 40-тан ашыу спектакль музыкаһы авторы.
Партиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һәүбән (А. Э. Спадавеккиа һәм Х. Ш. Заимов, «Аҡбуҙат»),
- Ваһап (Н. К. Чемберджи, «Ҡарлуғас»),
- Әхмәт (Н. И. Пейко һәм М. М. Вәлиев, «Айһылыу»),
- Пугачёв һәм Сураман (З. Ғ. Исмәғилев, «Салауат Юлаев») һ.б.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырҙары:
- «Йәнбикә» (Р. Сафин шиғыры),
- «Һалҡын шишмә» (М. Ғәли шиғыры),
- «Аҡ ҡайындар» (Ә. Атнабаев шиғыры),
- «Яҙ килә», «Фронтташ дуҫ, тауыш бир» (икеһе лә Ш. Бикҡол шиғырына),
- «Һинең улыңмын мин, Ватаным» (Н. Нәжми шиғырына),
- «Имән тураһында баллада» (А. Игебаев шиғырына) һ.б.
Маҡтаулы исемдәәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт Билдәһе» ордены (1957)
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1968)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990)
- Бөйөк Еңеүҙең 55 йыллығына арналған Республика музыкаль әҫәрҙәр конкурсы лауреаты (2000).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шамиль Зуфарович Кульборисов
- Журнал «Ватандаш». Ҡолбарисов 2017 йыл 26 февраль архивланған.