Эстәлеккә күсергә

Тереғолов Шамил Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шамил Тереғолов битенән йүнәлтелде)
Тереғолов Шамил Әхмәт улы
Тыуған ваҡыты:

29 август 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Вафат ваҡыты:

28 ноябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (61 йәш)

Вафат урыны:

Өфө

Һөнәре:

балет артисы, балетмейстер

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1967—2008

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
(1985)

Тереғолов Шамил Әхмәт улы (29 август 1947 йыл — 28 ноябрь 2008 йыл) — балет артисы һәм педагог. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, һуңынан баш балетмейстеры (1990—2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1997) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985), «Душа танца» призы лауреаты (2007). Балерина Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙының тормош иптәше.


Шамил Әхмәт улы Тереғолов 1947 йылдың 29 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған.

1967 йылда Пермь хореография училищеһын (педагогы Ю. Плахт) тамамлай. Унан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһына ҡабул ителә. Шунда уҡ солист итеп тәғәйенләнә. 1989 йылға тиклем бейей, 1990 йылда труппаның баш балетмейстеры була. 1990-сы йылдарҙа театрҙа хореограф Юрий Григорович менән хеҙмәттәшлек итә. Труппаһы менән бергә Италияға, Мысырға, Португалияға, Таиландҡа, Мексикаға, Бразилияға, Швецияға, Германияға, Чехияға, Латвияға гастролдәргә сыға.

Рудольф Нуреев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален ойоштороусыларҙың береһе була.

Балерина Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙына өйләнә.

Шамил Әхмәт улы 2008 йылдың 28 ноябрендә вафат була. Өфөлә ерләнгән.

Педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шамил Әхмәт улы хореография училищеһында белем алған ваҡытта уҡ Закамсктың балет студияһында уҡыта башлай. 1987 йылдан алып 1982 йылға тиклем — Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең классик бейеүҙәре педагогы, 1985 йылдан алыпӨфө хореография училищеһында уҡыта, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһының хореография бүлегендә уҡытыусы булып эшләй. Шулай уҡ Японияла уҡыта, Джексонда (АҠШ), Мадридта, Пермдәге «Арабеск — 2000» халыҡ-ара балет конкурстарында дәрестәр (мастер-класс) үткәрә.

Шамил Тереғоловтың күренекле уҡыусылары — Р. Р. Мөхәммәтов, А. В. Зинов, Р. В. Рыкин, А. М. Шәйҙуллин.

  • 1968 — Фон Ротбарт, «Аҡҡош күле», П. И. Чайковский
  • Эспада, «Дон Кихот», Л. Минкус
  • Нурали, «Баҡсаһарай фонтаны», Б . В. Асафьев
  • Арыҫланбай, «Сыңрау торна», З. Ғ. Исмәғилев, Л. Б. Степанов
  • Дәрүиш, «Ай тотолған төндә»
Башҡорт опера һәм балет театры
  • 1997 — «Сыңрау торна», З. Ғ. Исмәғилев, Л. Б. Степанов
  • 2000 — «Алтын асҡыс сере». Г. Сабитов
  • 2001 — «Йоҡоға талған һылыу» П. И. Чайковский
  • 2003 — «Баядерка», Л. Минкус, «Зәңгәр Дунай» музыка И. Штраус
  • 2004 — «Ромео һәм Джульетта», С. С. Прокофьев
  • 2007 — «Баҡсаһарай фонтаны», Б . В. Асафьев
  • 2002 — «Жизель», А. Адан
Башҡа театрҙар
  • 1993 — «Раймонда», А. К. Глазунов (Нагойя, Япония)
  • 2001 — «Дон кихот», Л. Минкус, «Вальпургия төнө», Ш. Гуно (Астана, Ҡаҙағстан)
  • 2001 — «Королева Аба» Ф. Хусейнов (Мерсин, Төркиә)
  • 2005 — «Аҡҡош күле» П. И. Чайковский (Улан-Удэ, Бүрәт республикаһы)
  • 2006 — «Ромео һәм Джульетта», С. С. Прокофьев (Улан-Удэ, Бүрәт республикаһы)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Жиленко Н. А. Гран-па башкирского балета. Уфа, 2007.