Шаповалов Евгений Петрович
Евгений Петрович Шаповалов | ||||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Таганрог, Дон Ғәскәре өлкәһе | |||||||
Үлгән ваҡыты | ||||||||
Вафат урыны | ||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||||
Хәрби звание |
подполковник | |||||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||||
Наградалар һәм премиялар |
| |||||||
Отставкала |
генерал-майор |
Шаповалов Евгений Петрович (25 декабрь 1904 йыл — 8 ноябрь 1977 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1-се Украина фронтының 3-сө гвардия танк армияһы 7-се гвардия танк корпусы 23-сө Ҡыҙыл байраҡлы гвардия мотоуҡсылар бригадаһы командиры[1], гвардия подполковнигы. Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1904 йылдың 25 декабрендә Дон ғәскәре өлкәһенең, хәҙерге Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. рус.
Башланғыс мәктәпте тамамлай. Итексе булып эшләй.
1922 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Харьков «Ҡыҙыл старшина» мәктәбен, 1925 йылда — кавалерия мәктәбен тамамлай. 1940 йылдан КПСС ағзаһы.
1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында. 1944 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай. Гвардия мотоуҡсылар бригадаһы командиры, гвардия подполковнигы П. Е. Шаповалов 1945 йылдың апрель-май айҙарында Берлин өсөн һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Уның бригадаһы Нейсе, Шпрее йылғаларын, Тельтов-каналды кискәндә, урам һуғыштарында, дошмандың күп ғәскәрен һәм хәрби техникаһын юҡ итә, 1200-ҙән ашыу һалдаты һәм офицерын әсирлеккә ала, хәрби әсирҙәр лагерын азат итә. Һуңынан Шаповалов бригадаһы Праганы азат итә[2].
Һуғыштан һуң СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1951 йылда бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәр Хәрби академияһы янындағы академия курстарын тамамлай. 1955 йылдан генерал-майор Е. П. Шаповалов — запаста.
1960—1965 йылдарҙа Киев өлкәһенең Фастов районында совхоз директоры булып эшләй[3]. 1965 йылдан пенсияла. Киевта йәшәй.
1977 йылдың 8 ноябрендә вафат була, Киевта Лукьяновский хәрби зыяратында ерләнгән[4].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указы менән, бригада менән өлгөлө командалыҡ иткәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, подполковник Евгений Петрович Шаповаловҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6548) тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
- Тағы ла бер Ленин ордены, дүрт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яугир-головачевсылар «Карл Маркс» теплоходында 1975 йылда, Волга буйлап, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенең 30-йыллығы хөрмәтенә, ике экскурсия яһай. Осрашыуҙа сығыш яһаусылар араһында Е. П. Шаповалов була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Головачёв Александр Алексеевич — Советтар Союзы Геройы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаповалов Евгений Петрович . «Герои страны» сайты.
- Герои Советского Союза — уроженцы Дона. 2012 йыл 28 ғинуар архивланған.
- Шаповалов Евгений Петрович.