Шибалоктың орлоғо (хикәйә)
Шибалоктың орлоғо | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ телендә |
Ижат ителгән ваҡыты |
1924 |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1925 |
«Шибалоктың орлоғо» ― урыҫ совет яҙыусыһы Михаил Александрович Шолоховтың 1924 йылда яҙылған хикәйәһе.
Баҫмалары тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Шибалоктың орлоғо» хикәйәһе тәүге тапҡыр 1925 йылдың 8 мартында «Огонёк» журналының 11-се һанында баҫыла. «Дон хикәйәләре» (1926) һәм "«Зәңгәрһыу дала. Дон хикәйәләре» (1931) автор йыйынтығына ингән.
Тәнҡитсе һәм әҙәбиәт белгесе В. В. Васильев фекеренсә, «был хикәйә 20 ноябрҙән элегерәк, 1924 йылдың сентябрь ― октябрендә, яҙыусы станицанан Мәскәүгә киткәнгә тиклем яҙыла (ноябрҙең беренсе числоһы)». Был факттың нигеҙендә Шолоховтың 1924 йылдың 20 ноябрендә Мария Петровнаға яҙған хатында хикәйәнән стилистик айырымланыуҙар өҙөмтәһе ята: «Катерина һәм Яков Иван юғары һәм ҙур дәрәжәгә тиклем яғымлы», яҙыусының «әҫәре тураһында, ҡағыҙҙа матди кәүҙәләнеш алмаҫ элек, алдан һөйләп йөрөү ғәҙәте булмаған».
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар 1922 йылдың ғинуары ― март уртаһында бара. Хикәйә казак Яков Шибалоктың балаһы тыуыуы тарихы тураһындағы монологынан тора. Айырым тәғәйенләнеше казак йөҙөнөң йәш пулемётсыһы ҡатын-ҡыҙға, аҡтар сигенгәндә юлда табып алған Дарьяға ҡарата йәлләү тойғоһо «кисерә» һәм уны «тачанка»һына ала. Улар араһында үҙ-ара хистәр барлыҡҡа килә. Дарья әсә булырға әҙерләнә. Үлемдән саҡ тере ҡалған героиняға бала тыуҙырғанда ярҙам иткән Шибалок ҡатындан ҡурҡыныс тәүбәгә килеү һүҙҙәрен ишетә: Дарья отрядҡа махсус рәүештә ебәрелгән һәм тап ул бандиттар юҡ иткән яугирҙарҙың үлемендә ғәйепле булып сыға. Шибалок иптәштәренә дөрөҫөн һөйләп бирә, һәм улары ҡатынды «тыумасаһы-ние менән бөтөрөргә» тип ҡарар итә. Герой Даръяны ғәфү итмәйәсәктәрен аңлай, («мин уны ҡурҡҡанға түгел, ә выждан ҡушҡанға үлтерәм»), ләкин бала ғүмерен һаҡлауҙы үтенә («һеҙҙең ҡатындарығыҙ һәм балаларығыҙ бар, ә минең, улымдан башҡа бер кемем дә булмаясаҡ…»), һуңынан улын тачанкаһында йылдан артыҡ үҙе менән йөрөтә.
Әҫәрҙә бәйән итеү формаһын ҡулланып, Шолохов геройҙы аңлы рәүештә объектлаштырып һүрәтләүҙән баш тарта, уға үҙен асыу мөмкинлеген бирә, был иһә уҡыусыға геройҙың аяуһыҙлығынан бигерәк (тап ул яңы ғына тыуған баланың әсәһен атып үлтерә) тәбиғәт тарафынан ― башта Дарьяға, ә һуңынан балаға йәлләү һәм кеше ҡайғыһын уртаҡлашыу һыҙаттарына эйә сағыу һәм үҙенә бер төрлө шәхес икәнлеген шәйләү мөмнкинлеген бирә. Бында үлтереү ғәҙәтенең һәм тормош нормаларына, кеше туғанлығына ынтылыштың тап килеүе ахырҙа уның натураһының бөтөн ҡатмарлылығын һәм эске ҡапма-ҡаршылығын сағылдыра.
Персонаждар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дарья ― төп герой Шибалоктың улының әсәһе, бандиттар тарафынан айырым тәғәйенләнешле ҡыҙылармейсылар йөҙөнә мәғлүмәт йыйырға ебәрелә. Ҡатынды, шпионлығын асып һалғандан һуң, Шибалок үҙ ҡулы менән үлтерә.
- Сабый ― Дарья һәм Шибалоктың исемһеҙ улы.
- Яғымлы гражданка ― исемһеҙ персонаж, Шибалок үҙенең кескәй улын йөрөткән балалар баҡсаһы мөдире.
- Йөҙҙә хеҙмәт иткән казактар ― Шибалок хеҙмәт иткән йөҙҙөң исемһеҙ ҡыҙылармейсылары.
- Йөҙ башы ― исемһеҙ персонаж, Шибалоктың Дарьяны йөҙҙән ҡыуып сығарыуҙы талап итеүсе командиры.
- Шибалок Яков ― айырым тәғәйенләнешле йөҙҙөң ҡыҙылармейсы-пулемётсыһы, хикәйәнең төп геройы һәм хикәйәсеһе. «Банданан зыян күргән» Дарьяны тачанкаһына ала, һәм ҡатын уға ул таба. Ҡатын үҙенең шпионлығында тәүбә иткәндән һуң, йөҙҙә хеҙмәт итеүселәрҙең талабы буйынса, ир үҙ балаһының әсәһен үлтерә.
Адаптацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Шолоховтың «Шибалоктың орлоғо» һәм «Миң» хикәйәләре буйынса 1964 йылда «Ленфильм» киностудияһында «Дон повесы» исемле нәфис фильм төшөрөлә. Режиссёр-ҡуйыусыһы В. А. Фетин, сценарий яҙыусы — А. Витоль.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сивоволов, Г. Я. Михаил Шолохов: Страницы биографии.― Ростов н/Д.: Кн. изд-во, 1995.― 350 с. ISBN 5-7509-0244-7
- Шолохов, М. А.: Рассказы.― М.: Дрофа: Вече, 2002.― 320 с.― (Библиотека отечественной классической художественной литературы). ISBN 5-7107-6865-0 («Дрофа»); ISBN 5-7838-1229-3 («Вече»)
- Шолоховская энциклопедия/ Колл. авторов; глав. ред. Ю. А. Дворяшин; вступ. ст. М. М. Шолохов. — М.: Издательский дом «СИНЕРГИЯ», 2013. — 1216 с.: ил. ISBN 978-5-94238-022-9
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михаил Александрович Шолохов. Том 1. Рассказы 2017 йыл 16 июль архивланған.
- Шибалково семя