Григорий Мелехов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Григорий Мелехов
Ижад итеүсе:

Шолохов Михаил Александрович

Әҫәрҙәр:

роман «Тымыҡ Дон»

Заты:

ир-ат

Донъяға килгән:

1892

Эшмәкәрлеге:

хәрби хеҙмәткәр

Ролде башҡарыусы:

Андрей Абрикосов (1930)
Пётр Глебов (1958)
Руперт Эверет (1992—2006)
Евгений Ткачук (2015)

Ҡалып:Карточка/Викицитатник

Григорий Пантелеевич Мелехов —  Михаил Шолоховтың «Тымыҡ Дон» романының төп геройы. Тикшеренеүселәр фекере буйынса, был персонаждың прототиптарының береһе булып Вёшенский ихтилалының 1-се баш күтәреүселәр дивизияһы командиры  Харлампий Ермаков булған. Әҙәбиәт белгестәре «донъя сәнғәтенең асышы» тип атаған герой образы күп тапҡыр кинематографта тормошҡа ашырылған.

Яҙылыу тарихы. Прототибы булыуы мөмкин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тикшеренеүселәр фекере буйынса, Григорий Мелеховтың әҙәби биографияһы «Тымыҡ Дон» романы тексының авторлығы мәсьәләһенән бер нисек тә айырылмай. Мәҫәлән, ҡайһы бер әҙәбиәт белгестәре, әҫәрҙең ҡулъяҙмаларында «„авторҙаш“ төҙәтеүҙәр» тойомлана; шунан сығып — төп геройҙың «эҙмә-эҙлекһеҙлеге һәм ҡапма-ҡаршылылығы»[1]. Башҡалар, Мелеховтың бәргеләнеүҙәре уның шәхесе  формалашыу менән бәйле һәм «үҫә барыу юлында», тигәнгә ышана[2].

1925 йылда яҙылған роман ҡараламаларында Григорий Мелехов булмаған — ул йомғаҡлау редакцияһында Абрам Ермаков персонажы урынын ала. Шул уҡ ваҡытта, яҙыусы Анатолий Калинин иҫкәрмәһе буйынса, Григорий исеме Шолоховтың иртә хикәйәләрендә йыш осрай; «Әйләнсек» һәм «Көтөүсе» әҫәрҙәрендә ҡатнашҡан геройҙарҙың тарихы Мелехов яҙмышынан бик алыҫ тора, әммә уларҙа «әлегә ауыр замана юлдарында аҙашмаған бик йәш Григорийҙың сағылышы» тойомлана[3].

Әҙәбиәт белгесе Феликс Кузнецов мәғлүмәттәре буйынса, Мелеховтың «элгәре» Абрам Ермаков булыуын раҫлаған тышҡы оҡшашлыҡ та (икеһенең дә «күҙ ағы күк ҡабарынҡы» һәм  «бөгөлөп торған һул ҡашлы»), һәм холҡондағы дөйөм һыҙаттар ҙа бар: уныһы ла, быныһы ла ҡыҙыу ҡанлылыҡ һәм тотанаҡһыҙ ҡылыҡ менән айырылып тора. Бының менән бергә ике геройҙың да дөйөм  прототибы бар — 1927 йылда Айырым дәүләт сәйәси идаралыҡ коллегияһы ОГПУ[4] ҡарары менән атылған казак Харлампий Ермаков. Шолохов үҙе «Тымыҡ Дон» сыҡҡандан һуң бер нисә тиҫтә йыл дауамында  уклончиво прототиптар тураһындағы  һорауға икеләнеп яуап биргән, Ермаков менән Мелеховтың яҙмыштарының  яҡынлығын раҫламаған да, инҡар ҙа итмәгән: «Эйе лә, юҡ та ул... Дөрөҫөрәге, был йыйылма образ» "[5].

Тикшеренеүселәр асыҡлауынса, Шолохов Харлампий Васильевич менән яҡшы таныш булған, Рәсәйҙең көньяғында булып үткән Граждандар һуғышы менән бәйле тарихи мәғлүмәт йыйыу буйынса бик тығыҙ аралашҡан. Архивтарҙа Михаил Александровичтың Ермаковҡа йүнәлтелгән хаты һаҡланған; унда, атап әйткәндә, «1919 йылдар буйынса өҫтәмә мәғлүмәт алыу маҡсатында» шәхси осрашыу кәрәклеге тураһында телгә алына"[6].

Сходство между Григорием и его прототипом неоднократно устанавливалось советскими учеными в ходе их бесед с дочерью Ермакова Пелагеей и несколькими казаками более старшего возраста чем она. Заслуживающее внимания свидетельство поступило от белогвардейского офицера Евгения Ковалева, который летом 1919 года служил вместе с Ермаковым в Донской армии. Ковалев нашел настолько поразительное сходство между Ермаковым и Григорием в отношении их внешности и храбрости, что написал статью, озаглавленную «Харлампий Ермаков — герой „Тихого Дона“»[7][8].

Биографияһының төп этаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Под определённым углом зрения Григорий Мелехов — тип молодого человека мировой литературы, проходящего свои годы учения и формирования как личности, только здесь эти годы пришлись на времена разломно-тектонические, и учится Григорий не на книгах, а через живое общение, спор, но главное все же — через саму жизнь, её испытания и открытия, через жёсткое взросление души и ума[2].

«Тымыҡ  Дон» романының төп геройы  1892 йылда (әҫәрҙә тыуыу датаһы күрһәтелмәгән, әммә ул тикшеренеүселәр тарафынан XX быуат башындағы Рәсәйҙә йәшәп килгән хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәше тураһында документтар нигеҙендә билдәләнгән) Атаманский лейб-гвардии полк|Атаманский лейб-гвардия полкының отставкалағы уряднигы Пантелей Мелехов[9].ғаиләһендә донъяға килгән. Григорийҙың тышҡы ҡиәфәтендә атаһының, утар халҡы төрөктәр тип йөрөткән Мелеховтар нәҫеленең «көмөрө танаулы, ҡырағайҙарса матур»,  һыҙаттары күренеп тора[10]. Романда Григорий биографияһының төп этаптары  күҙәтелә. Шулай, 1913 йылдың декабрендә уны армияға саҡыралар.[11]; 12-се Дон казак полкында хеҙмәт иткәндә Мелехов үҙенең намыҫын ярһып яҡлаған һәм башҡаларҙы мыҫҡыллауҙы рөхсәт итмәгән кеше булараҡ күрһәтән[12]. 1914 йылдың көҙөндә ул госпиталгә эләгә, шунан тағы фронтҡа кире ҡайта, Брусилов алға үтеүендә прорыв ҡатнаша; 1916 йылға инде  була инде Григорий дүрт Георгий тәреһенә эйә була [13].

Мелеховтың 1917 йылғы тормошо  пунктирлап билдәләнгән; тикшереүселәр фекере буйынса, авторҙың бындай тыйнаҡлығы геройҙың «тотош илде биләгән сәйәси көрәштән ситтәрәк тороуы»"[14] менән бәйле  Уның донъяны танып-белеүендә йоғонто яһаған төп моменттарҙың береһе булып, әҙәбиәт белгесе Ирина Медведева-Томашевская фекеренсә, әсирлеккә төшкән казак офицерҙарын юҡ итеү йоғонтоло эпизод булып тора: «Был йыртҡыслыҡ, шулай уҡ бында хәрби хоҡуҡ һәм намыҫ юҡлығы ярылып ята, һәм был хәл Григорийҙы ҡәтғи рәүештә большевиктарҙан ситләштерә»"[15]. Мелеховтың тормошҡа ҡарашында игенсе һәм яугир тәжрибәһе  тоташҡан, шуның өсөн уны, башҡа казактар кеүек үк һәм, ысынлап та өс һорау борсой: ер, ирек һәм власть тураһында[1].

Конечно, Григорий сам вовлечен в кровавую, расчеловечивающую круговерть войны и братоубийства, но он мучительно душевно терзается этим… Он не только неотступно чувствует на себе груз недолжного, глубинно постыдного, того, что в христианстве и называется грехом, но главное — способен остановить своё рассвирепевшее сердце, оскорбленное чувство, уже заносящее руку на обидчика, готов остыть и простить[2].

Григорий Мелехов менән Аксинья[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Tihiy Don Aksinya Grigory.jpg
Сергей Корольков. «Григорий һәм Аксинья»

Аксинья — Мелеховтарҙың күршеһе Степан Астаховтың ҡатыны менән ҡыҙыҡһыныу — Григорийҙа, утыҙ казак, шул иҫәптән героиняның ире лә, лагерҙарға хәрби  йыйынға киткән ваҡытта, тыуа. Роман бик йылдам үҫешә; Аксинья менән Григорийҙы тойғоларының дыуамаллығы, ынтылыштарының ихласлығы, кешеләрҙең ғәйбәте менән иҫәпләшеп тә тормауҙары яҡынайта[16]. Әҙәбиәт белгесе Светлана Семенова һүҙҙәре буйынса, Мелехов һәм уның  һөйгән йәрен «көслө тойғоло теләк, йәнлек эротикаһына оҡшаған тиерлек, тормош энергетикаһы» берләштерә; бының менән бергә «ҡырағайҙарса матур» герой «ысын ирлек кәүҙәләнеше» булып торһа, ә янып торған, шәһүәтле һәм һөймәлекле Аксинья үҙендә ҡеүәтле ҡатын-ҡыҙ башланғысын йөрөтә. Бындай Персонаждарҙың мөхәббәте «ерҙең яҙғы иркен тын алыуына» оҡшаған;  геройҙарҙың осрашҡанын һәм ғазапланыуын күрһәткәндә, тәбиғәтте тасуирлау бик күп урын алыуы осраҡлы түгел: «Аксинья һәм саған ҡыуағы», «Аксинья һәм һулый башлаған ынйы сәскәһенең бойоҡ һоҡландырғыс еҫе»[2].

«Тымыҡ Дон»дың финалында геройҙар  төндә Морозовская станицаһына барырға сығалар[17]. Юлда йәш ҡатынға «застава кешеһенең» атҡан пуляһы тейә. Аксинья  үлгәндән һуң герой «апокалиптик бөйлән» хәленә инә; үҙенең донъяла йөрөп ятыуы уға «үлгән күмергә ҡалған ерҙе» хәтерләтә[2].

Григорий как бы пошатнулся в своих витальных основах, стал непохожим на себя, жалким, пугливым, даже несколько юродивым. Из него словно вырезали часть его сущности, тесно связанной с любимой: пока она существовала, даже вдали от него и в разрыве с ним, он пребывал в своем полном составе, физическом и духовном, а тут рухнул… Но и сейчас он продолжает инстинктивно бороться за жизнь[2].

Григорий Мелехов менән Наталья[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Григорий Наталья Коршуноваға мөхәббәт буйынса өйләнмәй — улына кәләште атаһы һайлай[18]. Йәш кәләше унан нисаҡлы алыҫ булыуы хаҡында авторҙың «ситләткән күҙ» менән яҙылған туй сәхнәһе һөйләй: Мелехов ҡунаҡтарҙың тәртибен күҙәтә, табын барышында уларҙың үҙенсәлектәрен  билдәләп бара һәм шул уҡ ваҡытта булып ятҡан ваҡиғаларҙан ниндәйҙер кәртәләнеүен тоя ине: «Ниндәйҙер дәрәжәлә эреләтелгән деталдәрҙе гротесклы монтаж бара»[2].

При этом Григорий сознаёт, что его жена — «тонкая, нарядная», с «ладным станом» — хороша собой; увидев её после долгой отлучки, Мелехов отмечает: «Красивая баба, в глаз шибается». Однако искусственно взрастить в себе любовь к Наталье он не может; признания героя в том, что «нету на сердце на ничего», соседствуют с описанием «мертвенно отживших трав» и «чёрно-голубой вышней пустоши». Наталья относится к мужу иначе, чем Аксинья; в ней, по мнению исследователей, нет темпераментной пылкости соперницы, зато присутствует «пронизывающая лучистость»[2].

Недаром и загрубелое сердце мужа отзывается на такой интенсивный свет, оказываясь способным на растроганность и слёзы, чего обычно не испытывает Григорий при виде Аксиньи, — здесь ощущения и чувства другие. Отношение Натальи к Григорию более целомудренно-стыдливо в своих непосредственно-чувственных проявлениях, чем у Аксиньи, пронизано нежностью и преданностью, нераздельностью физического и душевно-духовного[2].

Кинематографта Мелехов образы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Тымыҡ Дон» фильмынан кадр. 1930

Григорий Мелехов ролен беренсе башҡарыусы Андрей Абрикосов була, ул романдың ике китабы буйынса ҡуйылған картинала уйнай. һуңғараҡ ул киноһынауға килгән саҡта ул  әҫәрҙәрҙе уҡымаған да була һәм майҙансыҡҡа әҙерлекһеҙ килгән; артабан персонаж образы тураһында ҡараш барлыҡҡа килә[19]. Аксиньяны уйнаған актриса Эмма Цесарская һүҙҙәре буйынса, фильм сыҡҡандан һуң Шолохов, таҫмала уйнаған геройҙарға иғтибарлы ҡарап, «Тымыҡ Дон»дың дауамын яҙа[20].

1958 йылда «Тымыҡ Дон» эпопеяһы  режиссёр Сергей Герасимов тарафынан ҡуйыла. Пётр Глебовтың, кино белгестәре фекеренсә, Григорий Мелехов ролен башҡарыуы, актёрҙың ижади биографияһында иң мөһим эше була «Эш Глебовтың китап геройына йән өрөүендә һәм шуның менән башҡа барса альтернативаны ла, башҡа башҡарыусыны ла шик аҫтына ҡуйыуында ғына түгел. Иң мөһиме ул  мөмкин булмағанды тормошҡа ашырҙы  — яңғыҙы „халыҡ“ты  һүрәтләне»[21].

Артабанғы йылдарҙа экранда Сергей Бондарчуктың «Тымыҡ Дон» телесериалында Григорий Мелехов образын Руперт Эверетт[22] һәм Сергей Урсуляк телесериалында Евгений Ткачук сағылдырҙы [23].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 А. Макаров, Светлана Макарова «А власть эта не от бога». «Соавторская» обработка художественного текста в «Тихом Доне» // Новый мир. — 1993. — № 11.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Светлана Семёнова Философско-метафизические грани «Тихого Дона» // Вопросы литературы. — 2002. — № 1.
  3. Калинин А. В. Время «Тихого Дона» — М.: Известия, 1975. — Б. 16.
  4. Кузнецов, 2005, с. 130
  5. Кузнецов, 2005, с. 140140
  6. Марина Бровкина Рассекречено дело прототипа Григория Мелехова // Российская газета. — 2012. — № 1 февраля.
  7. Кузнецов, 2005, с. 131
  8. Ермолаев Г. Михаил Шолохов и его творчество. — СПб: Академический проект, 2000. — С. 345—346. — ISBN 5-7331-0208-X.
  9. Семанов, 1977, с. 7575
  10. Семанов, 1977, с. 7676
  11. Семанов, 1977, с. 8282
  12. Семанов, 1977, с. 8585
  13. Семанов, 1977, с. 88—90
  14. Семанов, 1977, с. 9191
  15. Медведева, 1974, с. 123123
  16. Семанов, 1977, с. 78
  17. Семанов, 1977, с. 131131
  18. Семанов, 1977, с. 79
  19. Абрикосов А. Первая роль // Советский экран. — 1966. — № 20.
  20. Абрикосов Андрей Львович. Энциклопедия отечественного кино. 3 декабрь 2015 тикшерелгән.
  21. Манцов Игорь Глебов Пётр Николаевич // Новейшая история отечественного кино. 1986—2000. Кино и контекст — СПб: Сеанс, 2004. — Т. 7.
  22. Павел Басинский Призрак казака // Российская газета. — 2006. — № 10 ноября.
  23. Анатолий Костырев В Ростовской области завершились съемки «Тихого Дона» // Коммерсантъ. — 2015. — № 3 апреля.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Тымыҡ Дон