Эстәлеккә күсергә

Улар Тыуған ил өсөн көрәште (роман)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Улар Тыуған ил өсөн көрәште
«Улар Тыуған ил өсөн көрәште» китабының йомшаҡ тышлығы
«Улар Тыуған ил өсөн көрәште» китабының йомшаҡ тышлығы
Жанр

роман

Автор

Михаил Шолохов

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

(1942—1944, 1949, 1969)

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1943, 1969 годы

«Улар Тыуған ил өсөн көрәште» — Михаил Шолоховтың Бөйөк Ватан һуғышы тураһында романы. Роман өҫтөндә эш өс этапта алып барыла: 19421944, 1949 һәм 1969 йылдарҙа. Яҙыусы үлер алдынан романдың ҡулъяҙмаһын яндыра. Матбуғатта әҫәрҙең бары айырым бүлектәре генә баҫылып сыға.

Романдың тәүге бүлектәре өҫтөндә автор 1942—1943 йылдарҙа, Көнбайыш Ҡаҙағстанда эвакуацияла булған ғаиләһе янына фронттан килеп йөрөгән ваҡытында, эшләй. Романдың тексы Бөйөк Ватан һуғышының иң трагик мәлдәренең береһен — 1942 йылдың йәйендә Донда совет ғәскәрҙәренең сигенеү мәлен тергеҙә. Михаил Шолохов урыҫ яҙыусыларынан тәүгеһе булып ауырлыҡтар, хаталар, фронт дислокацияһындағы хаос, тәртип урынлаштырырға һәләтле «көслө ҡулдың» булмауы тураһында асыҡтан-асыҡ яҙа. Сигенгән частарҙы казак станицаһы халҡы икмәк һәм тоҙ менән ҡаршыламай, ҡаҡшаған һалдаттарҙың күҙенә ҡарап асыулы һәм нахаҡ ғәйепләүҙәр яуҙыралар.

«Улар Тыуған ил өсөн көрәште» романында ваҡиғалар 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бара. Иҫке Ильмень утары өсөн барған алышта полктан 117 кеше тороп ҡала. Танк атакалары һәм сигенеүҙән интеккән һуғышсылар дала буйлап бара. Алыш барышында полк байрағын һаҡлап ҡалалар. Утарға килеп еткәс, улар полк кухняһын күрә.

Николай Звягинцев үҙенең дуҫы Николай Стрельцов менән ғаилә һәм тыуған йорт тураһында һөйләшә. Николай, ике балаһын алып, унан ҡатыны китеүен танмай әйтә. Звягинцевтың да ғаилә проблемалары барлығы асыҡлана. Ҡатын-ҡыҙ өсөн яҙылған романдарҙы күп уҡығанлыҡтан, ҡатыны иренән «юғары хистәр» талап иткән; ул, төндәр буйы китап уҡығас, хужалыҡ һүнгән, ә балалар ҡарауһыҙ булған.

Николай беҙҙең ғәскәрҙәрҙең сигенеүенә эсе боша, фронтта хаос, армия фашистарға отпор бирә алмай. Урындағы халыҡ сигенгән һалдаттарҙы хыянатсы тип һанай. Николай еңеүгә ышанмай, ә Лопахин, урыҫтарға немецтарҙы туҡмарға өйрәнергә кәрәк, тип иҫәпләй. Күпмелер ваҡыт үтеүгә полкты тревога буйынса күтәрәләр, бейеклектә оборона биләргә һәм һуңғы сиккә тиклем алышырға бойоралар.

Һуғыш башлана, полктың ҡалған яугирҙары Донға ынтылған дошман танктарын туҡтата. Алышта Николай снаряд шартлауынан контузиялана. Стрельцов полктың дошманға ҡаршы атакаға күтәрелгәнен күрә. Окоптан шыуып сығырға тырыша, әммә булдыра алмай.

Һуғыштан һуң полк сигенеүен дауам итә. Тиҙҙән ул кисеүгә яҡын урында оборона биләй. Лопахин бронебойный мылтыҡтан немец самолётын бәреп төшөрә, һәм уға лейтенант Голощёков бер стакан араҡы бирә. Лейтенант һуғыш ауыр булырын иҫкәртә. Немец танкылары окоптар өҫтөнә килгәндә, уларға полк артиллерияһы уты ябырыла. Яугирҙар «алты ҡаты атаканы» кире ҡаға. «Кисеүҙе алырға ынтылыуҙары уңышһыҙлыҡҡа осрағанлыҡтан», хәлдән тайған немецтар туҡтап ҡала. Беҙҙең полктың тере ҡалған яугирҙары Дондың икенсе ярына сигенә. Ҡаты яраланған лейтенант Голощёкин вафат була, старшина Поприщенко командалыҡты ҡабул итә. Голощёкин йылға ярында ерләнә. Николай контузиянан һаңғыраулана.

Һалдаттар дүртәүләп старшина Поприщенконың землянкаһына килә. Һалдаттар фронтта ҡалдырыуҙарын һорай. Старшина майорҙан «Таловский утарына йүнәлергә» тигән бойороҡ ала, һәм унда полк яңы көс менән тулыландырылырға тейеш була. Кескәй генә Таловский утарында бер төн ҡунып китеү маҡсатында, полк шунда килә. Старшина утарҙа ризыҡ табырға тырыша, әммә утарҙа ҡалған ҡатын-ҡыҙ, хыянатсы тип һанап, сигенеүсе һалдаттарҙы ашатмаҫҡа ҡарар итә. Полк дошман менән һуғышып сигенеп килгәнен белгәс кенә, ҡатын-ҡыҙ провизия йыйып, һалдаттарҙы ашата.

Дивизия штабына килгән полкты дивизия командиры полковник Марченко ҡаршы ала. Старшина Поприщенко 27 яугир килтерә. Полковник Беренсе Донъя һуғышын үткән полк байрағын тубыҡланып ҡабул итә[1].

Был әҫәрҙең дауамын автор тарафынан яндырылған.

Төп геройҙар:

  • Иван Степанович Звягинцев — комбайнер.
  • Петр Федотович Лопахин — шахтёр.
  • Николай Семёнович Стрельцов — агроном.

Уйламағандан һалдат булып киткән тыныс тормош кешеһенең психологияһын һүрәтләгәндә, Шолохов эске күсәгилешлектә, хис-тойғолар торошонда ғына туҡталмай. Уға кеше холҡоноң, хатта ул һынауҙар процесында кристаллашһа ла, аныҡ һыҙатланыш алһа ла, тупаҫланмауын күрһәтеү мөһим.

1975 йылда совет режиссёры Сергей Бондарчук роман буйынса «Улар Тыуған ил өсөн көрәште» фильмын төшөрә.

  1. М. Шолохов. «Они сражались за Родину», М. 1942. ISBN 978-5-699-79929-9, 978-5-699-79318-1
  1. Петелин В. В. Михаил Шолохов — трагедия русского гения. — М.: Центрополиграф, 2002. — 891 с. — ISBN 5-227-01633-X.
  2. Петелин В. В. Михаил Шолохов. — М.: Воениздат, 1974. — 295 с.