Ширипина Елена Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ширипина Елена Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 26 октябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 май 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (70 йәш)
Һөнәр төрө балет артисы
Эш урыны А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы
Уҡыу йорто А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы
Уҡыусылар Окатова, Маргарита Петровна[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ширипина Елена Васильевна (26 октябрь 1910 йыл — 11 май 1981 йыл) — СССР-ҙың балет артисы, педагог. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елена Васильевна Ширипина 1910 йылдың 26 октябрендә Ленинград ҡалаһында тыуа. 1926 йылда Ленинград Хореография училищеһын тамамлағандан һуң (Агриппина Ваганова сығарылышы) ГАТОБ-тың (Дәүләт академия опера һәм балет театры) балет труппаһына инә[1]. 1926—1945 йылдарҙа Елена Васильевна театр спектаклдәрендә яңғыҙ партиялар башҡара.

1931 йылдан Елена Ширипина Ленинград хореография училищеһында уҡыта[1][2]. Уның уҡыусылары араһында: Морковина Людмила (1953 йылғы сығарылыш), Светлана Адырхаева (1955 йылғы сығарылыш)[3], Наталия Макарова (1959 йылғы сығарылыш), Мәликә Сабирова (1959 йылғы сығарылыш), Татьяна Терехова (1970 йылғы сығарылыш), Галина Мезенцева (камиллаштырыу класы), Нинель Петрова, Зәйтүнә Насретдинова бар. Ваганова уҡыусыһы булараҡ, Ширипина үҙенең уҡыусыларына Ваганованың методикаһын дөрөҫ тапшыра.

1934—1941 йылдарҙа Ленинград хореография училищеһының педагогия бүлексәһендә Агриппина Ваганованың ассистенты була.

1944—1968 йылдарҙа — С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрының камиллашыу класында репетитор һәм педагог булып эшләй.

Елена Васильевна Ширипина 1981 йылдың 11 майында Ленинградта вафат була[1], Большеохтинский зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1997 — «Энциклопедия Русский балет» — Елена Ширипина / И.В.Ступников. — Москва: «Согласие», 1997. — 515 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 [www.pro-ballet.ru/html/q/qiripina.html Елена Ширипина в энциклопедии «Русский балет»]
  2. Академия Русского балета им. А. Я. Вагановой 2013 йыл 16 декабрь архивланған.
  3. [www.inoekino.ru/actor.php?id=13205 Светлана Адырхаева на сайте «Иное кино»]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]