Шкапов нефть ятҡылығы
Шкапов нефть ятҡылығы | |
Шкапов нефть ятҡылығы (рус. Шкаповское нефтяное месторождение) — Рәсәй Федерацияһы нефть ятҡылығы, Башҡортостандың Бәләбәй һәм Бишбүләк райондары территорияһында табылған. Волга-Урал нефтле һәм газлы провинцияһына мөнәсәбәтле. 1953 йылда асылған.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нефть ятыштары 1,6−2,1 км тәрәнлектә ята. Скважиналарҙың башланғыс дебиты тәүлегенә 5-180 т тәшкил итә. Нефть тығыҙлығы 0,81-0,99 г/см3, көкөрт миҡдары 0,80−3,80 %. Приют ҡала тибындағы ҡасабаһы нефть сығарыу үҙәге булып тора.
Ятҡылыҡ Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Тектоник яҡтан ул һөҙәк (10-дан аҙыраҡ) ҡанатлы көмбәҙгә оҡшаш киң ҡалҡыуға (13-20 км) тура килә. Нефттең төп запастары девон (Д-I и Д-IV) терриген ҡатламының ҡомташлыҡтарында урынлашҡан, уларҙың ятыш тәрәнлеге 2,0 — 2,1 км тәшкил итә. Бәләкәй ятыштар шулай уҡ Д-II девон горизонты һәм аҫҡы карбондың бобрик горизонты ҡомташтарында, турней һәм фамен ярустары эзбизташтарында табылған.
Тәүлегенә нефть сығарыу 200—500 тонна тәшкил итә, әлеге ваҡытта — тәүлегенә 2-3 тонна. Табыштың кәмеүенә юғары һыулылыҡ сәбәп булып тора (95 %).
Ятҡылыҡта 2013 йылға 1134 скважина бырауланған, 155,7 миллион тонна нефть сығарылған.
Ятҡылыҡты эшкәртеүселәр: «Ишембайнефть» НГДУ-һы, «Башнефть» Акционерҙар нефть компанияһы[1]. Нефть ятҡылыҡтары «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында сеймал сифатында ҡулланыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сводный государственный реестр участков недр и лицензий. Информация о лицензии УФА11795НЭ . Российский Федеральный Геологический Фонд. Дата обращения: 28 июнь 2015. 2015 йыл 30 июнь архивланған.