Шольц Олаф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шольц Олаф
нем. Olaf Scholz
2021-12-07 Unterzeichnung des Koalitionsvertrages der 20. Wahlperiode des Bundestages by Sandro Halank–001.jpg
Флаг
Федеральный канцлер Германии
Флаг
 8 декабря 2021
Президент: Франк-Вальтер Штайнмайер
Алдан килеүсе: Ангела Меркель
Флаг
Вице-канцлер Германии
14 марта 2018 — 8 декабря 2021
Хөкүмәт башлығы: Ангела Меркель
Президент: Франк-Вальтер Штайнмайер
Алдан килеүсе: Зигмар Габриэль
Дауамсы: Роберт Хабек
Флаг
Министр финансов Германии
14 марта 2018 — 8 декабря 2021
Хөкүмәт башлығы: Ангела Меркель
Президент: Франк-Вальтер Штайнмайер
Алдан килеүсе: Вольфганг Шойбле
Дауамсы: Кристиан Линднер
Флаг
Первый бургомистр Гамбурга
Флаг
7 марта 2011 — 13 марта 2018
Алдан килеүсе: Кристоф Альхаус
Дауамсы: Петер Ченчер
Флаг
Министр труда и общественных дел Германии
21 ноября 2007 — 27 октября 2009
Хөкүмәт башлығы: Ангела Меркель
Президент: Хорст Кёлер
Алдан килеүсе: Франц Мюнтеферинг
Дауамсы: Франц Йозеф Юнг
 
Тыуған: 14 июнь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1][2][…] (63 йәш)
Федеративная Республика Германии[d], Түбәнге Саксония, Оснабрюк ҡалаһы[1]
Атаһы: Герхард Шольц[d]
Әсәһе: Кристель Шольц[d]
Супруг: Бритта Эрнст[d]
Партия: Социал-демократическая партия Германии[d]
Белеме: Гамбургский университет[d]
 
Сайт: olaf-scholz.spd.de/olaf-scholz/
 
Автограф: Olaf Scholz Signature.svg

Олаф Шольц (нем. Olaf Scholz; тыуған. 14 июнь 1958(19580614) йылдың , Оснабрюк) — немец сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. 2021 йылдың 8 декабренән Германияның федераль канцлеры. СДПГ ағзаһы.

2011—2018 йылдарҙа Һамбург бургомистры, Германия вице-канцлеры, 2018—2021 йылдарҙа Германияның финанс министры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шольц 1984 йылда

Шольц 1975 йылда, өлкән класс уҡыусыһы йәшендә СДПГ-ға ҡушыла, Jusos («Йәш социалистар»ҙан ҡыҫҡартылған), СДПГ-ның йәштәр ойошмаһы ағзаһы була. 1982 йылдан алып 1988 йылға тиклем ул Jusos-тың федераль рәйесе урынбаҫары була, 1987—1989 йылдарҙа шулай уҡ Социалистик йәштәрҙең Халыҡ-ара союзының вице-президенты. Jusos-та эшләгәндә, ул Freudenberger Kreis (Jusos-тың университет төркөмдәренең Stamokap ҡанаты) яҡлы була, шулай уҡ журнал SPW журналы менән хеҙмәттәшлек итә, мәҡәләләрендә «капиталистик иҡтисадты еңеп сығыуҙы» пропагандалай. Шольц "агрессив-империалистик Төньяҡ Атлантик килешеүе"н, «ҙур бизнестың Европалағы терәге» булған Федератив республиканы һәм «власты бушҡа һаҡлап ҡалыуҙы предметлы бәхәстәрҙең башҡа формаларынан өҫтөн күргән» социаль-либераль коалицияны тәнҡитләй.

1985 йылда Шольц Һамбург университетын хеҙмәт хоҡуғы белгесе сифатында тамамлай.

1994—2000 йылдарҙа ассоциацияһы Альтонда СДПГ-ның район ассоциацияһы рәйесе һәм 2000—2004 йылдарҙа Һамбургта СДПГ ойошмаһының рәйесе була. 2001—2019 йылдарҙа партияның башҡарыусы директоры һәм 2002—2004 йылдарҙа генераль секретары. 2001—2019 йылдарҙа СДПГ партияһының төрлө вазифалар башҡарыусы башҡарма органы ағзаһы, 2009—2019 йылдарҙа партияның федераль рәйесе урынбаҫары. 2019 йылда СДПГ рәйесен һайлауҙарҙа еңелгәндән һуң, ул артабан федераль рәйесе урынбаҫары вазифаһына һайланыуға дәғүәләшмәй.

1998—2001 һәм 2002 йылдан алып 2011 йылдың 10 мартына тиклем Шольц Германия бундестагы депутаты. 2005 йылдың 13 октябренән СДПГ парламент төркөмөнөң беренсе парламент идарасы директоры итеп һайлана. Һәм 2007 йылдың 21 ноябрендә хеҙмәт һәм социаль эштәр федераль министры итеп һайланғансы, шул вазифаны башҡара. Бынан тыш, хөкүмәт ағзаһы итеп һайланғанға тиклем, Шольц махсус хеҙмәттәр эшмәкәрлеген күҙәтеүсе бундестаг парламент контроль комитеты ағзаһы була. 2009 йылдың 22 октябрендә СДПГ фракцияһы уны үҙенең туғыҙ урынбаҫарының береһе итеп һайлай. Шольц 2011 йылдың 10 мартында Һамбург ҡалаһының беренсе бургомистры итеп һайланғанлыҡтан, бундестаг мандаты менән алда атап үтелгән вазифаһынан китә.

2007 йылдың ноябренән 2009 йылдың октябренә тиклем Германияның хеҙмәт һәм йәмәғәт эштәре министры вазифаһын биләй.

2009 йылдың 6 ноябренән 2018 йылдың 24 мартына тиклем яңынан Һамбург ҡалаһының СДПГ ойошмаһы рәйесе. 2009—2011 йылдарҙа Германия социал-демократик партияһының парламент фракцияһы рәйесе урынбаҫары.

Һамбургта СДПГ-ның төбәк бүлексәһе рәйесе булараҡ, 2011 йылдың 20 февраль һайлауҙарында еңә һәм Һамбург ҡалаһы бургомистры була. Был ҡала айырым дәүләт — федераль ер булғанлыҡтан, был вазифа Германияның башҡа дәүләттәрендәге (федераль ерҙәре) премьер-министр вазифаһына тиң.

2018 йылдың 13 февралендә СДПГ президиумы һәм идаралығы Олаф Шольцты партия рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләй[4].

2018 йылдың 23 мартында Шольц Һамбург бургомистры вазифаһынан отставкаға китә. 2018 йылдың 14 мартынан — Ангела Меркель коалицион хөкүмәтендә вице-канцлер һәм финанс министры.

2018 йылдың 13 февралендә Мартин Шульц отставкаға киткәндән һуң, Шольц СДПГ рәйесе бурысын башҡарыусы була. Шул уҡ ваҡытта президиум сираттағы алмашҡа килеүсе итеп парламент фракцияһы лидеры Андреа Налесты тәҡдим ителә. Уны партия рәйесе бурысын башҡарыусы итеп тиҙ арала тәғәйенләнегә юридик һәм сәйәси ҡаршы сығыуҙар була. Шольцтың СДПГ рәйесе вазифаһын башҡарыусы булыуы 2018 йылдың 22 апрелендә Налесты партия лидеры итеп һайлау менән тамамлана.

Шольц 2021 йылдың авгусында

Августа Шольц кандидатураһы, Клара Гейвиц менән бер рәттән партия рәйесе вазифаһы итеп һайланыу маҡсатында, тауышҡа ҡуйыла. Клара Гейвиц һәм Олаф Шольц командаһы ағзалыҡ буйынса ҡарарҙың беренсе раундынан һуң, кандидаттарҙың алты дуэты араһында, 2019 йылдың 26 октябрендә 22,7 процент йыя. Ул, командаһы менән икенсе урын алып, һайлауҙарҙың икенсе турына сыға. 2019 йылдың 30 ноябрендә Эскен һәм Вальтер-Борджанс икенсе турҙа 53,1 процент, ә Гейвиц һәм Шольц — 45,3 процент йыя.

2020 йылдың 10 авгусында рәйестәр Саския Эскен һәм Норберт Вальтер-Боржанс тәҡдиме менән СДПГ партияһы етәксеһе 2021 йылғы федераль һайлауҙарҙа Шольцты бундесканцлерға кандидат итеп тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта ул һайлаусыларҙан һорауҙарға яуап алыуҙар буйынса СДПГ-нан иң популяр сәйәсмән була, әммә был партияның һул ҡанатында бәхәстәр тыуҙыра. 2021 йылдың 9 майында, һайлаусыларҙың 96,2 процент тәшкил иткән тауыштары нигеҙендә, партия съезы Шольцты федераль канцлерға кандидат итеп раҫлай.

2021 йылдың 30 октябрендә Шольц Германияның дөйөм парламент һайлауҙарында яңынан бундестагҡа һайлана.

Федераль канцлер (2021 йылдан)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2021 йылдың 8 декабрендә Шольц, депутаттарҙың 395 тауышын йыйып, Германия Федераль канцлеры итеп һайланды[5].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1998 йылдан ҡатыны — Бритта Эрнст (1961 йылда тыуған), Германия социал-демократик партияһы (СДПГ) сәйәсмәне, Бранденбургтың мәғариф, йәштәр һәм спорт министры[6]. Детей нет.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Главы правительств Германии Ҡалып:Вице-канцлеры Германии Ҡалып:Министры труда Германии Ҡалып:Первые бургомистры Гамбурга Ҡалып:Лидеры большой восьмёрки Ҡалып:Лидеры Большой двадцатки Ҡалып:Европейский совет Ҡалып:Лидеры НАТО