Шумадия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шумадия, тарихи өлкә
Шумадия округы картаһы
Сербияның күҙаллаған яңы административ бүленеше
Шумадия

Шумадия (сер.сер. ШумадијаШумадија) — Сербия үҙәгендәге тарихи өлкә. Уға Шумадия округы һәм уның йәнәшендәге  территориялар инә. Ҡасандыр өлкә урманға бай булған, исеме шуға бәйле (Шуман(Šuma) — урман). Өлкәнең һәм Шумадия округының үҙәге — Крагуевац ҡалаһы. 

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

 XVIIXIX быуаттарҙа Шумадия урмандары төрөктәргә ҡаршы көрәшкән гайдуктарға ҡасыр урын булып хеҙмәт иткән. 1804 йылда Шумадиялағы Орашац ауылында Беренсе серб ихтилалы иғлан ителә. Уға Сербияның милли батыры Ҡарагеоргий етәкселек итә.  1815 йылда булған Икенсе серб ихтилалы Милош Обренович етәкселегендә бара һәм Рәсәй ярҙамы менән уңышҡа өлгәшә.  Сербия, төрөк пашалығы булыуҙан туҡтап, автономиялы кенәзлеккә әйләнә. 

1922—1929 йылдарҙа Шумадия өлкәһе  Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллегенең административ райондарының береһе була. Уның сиктәре яҡынса хәҙерге Шумадия  округыныҡына тап килә. Өлкәнең үҙәге, хәҙерге кеүек үк, боронғо Крагуевац ҡалаһында була.

Ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шумадияның эре ҡалалары:

  • Аранджеловац
  • Чачак
  • Горни Милановац
  • Ягодина
  • Чуприя
  • Парачин
  • Крагуевац
  • Кралево
  • Смедерево
  • Смедеревска Паланка

Башҡа ҡалалары — Велика Плана, Варварин, Трстеник, Чичевац, Топола, Лапово, Младеновац, Лазаревац, Белановица һәм Лучаны. Белград та Шумадияға ҡарай,  ләкин айырым административ район итеп бүленгән.

Сәйәсәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сербияның ҡайһы бер сәйәси партиялары  (Сербия Демократик партияһы һәм Шумадия коалицияһы) илдәге хәлде тотороҡландырыу һәм төбәктәрҙең тигеҙ үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында Сербияның административ бүленешенә реформа үткәрергә тәҡдим итә. Хәҙерге  ике автономиялы провинция (Косово һәм Воеводина) һәм үҙәк административ төбәк урынына Сербияны 6 төбәккә бүлергә тәҡдим ителә:

  • Воеводина (баш ҡалаһы: Нови-Сад)
  • Косово (баш ҡалаһы: Приштина)
  • Шумадия (баш ҡалаһы: Крагуевац)
  • Подунавье (баш ҡалаһы: Ниш)
  • Подринье (баш ҡалаһы: Ужице)
  • Белград.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сербияның административ бүленеше
  • Шумадия округы
  • Сербияның төбәктәре

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]