Шәрифулла Мифтахетдин
Шәрифулла Мифтахетдин | |
Дин: | |
---|---|
Титул: |
имам-хатип, мәзин |
Тыуыу выҡыты: |
билдәһеҙ |
Тыуған урыны: |
билдәһеҙ |
Үлеү ваҡыты: | |
Вафат булған урыны: | |
Ил: |
Шәрифулла Мифтахетдин (?—1967) — башҡорт дин әһеле. Токио йәмиғ мәсетенең имам-хатибы (1951—1967).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәрифулла Мифтахетдин Граждандар һуғышы осоронда Аҡтар хәрәкәте яғында була һәм Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтың иң яҡын көрәштәштәренең береһе була.
1920 йылда башта Ҡытайға, аҙаҡ Японияға эмиграциялай. Башта Иокогамала, аҙаҡ Токиола йәшәй.
1924—1951 йылдарҙа Токио йәмиғ мәсете имам-хатыбының урынбаҫары булып хеҙмәт итә.
1951 йылда Мөхәмәтәмин Ислами Мысырға күсеп киткәндән һуң 1967 йылға ҡәҙәр Токио йәмиғ мәсетенең имам-хатибы була һәм «Исламиә» мәхәлләһен етәкләй[1].
1967 йылдың ғинуарында Токио ҡалаһында вафат була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге ҡатыны һәм ҡыҙы 1923 йылдың 1 сентябрендә Японияла булған көслө ер терәүе ваҡытында һәләк була.
Икенсе ҡатыны — Рауза Мөхит, улы Фәрит.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Адутов Р. М. История татар и башкир в Японии в 1-й половине ХХ века // Реальное время. — 2017.