Щукина Мария Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Щукина Мария Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1973
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Эшмәкәрлек төрө органик химия
Эш урыны Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты
Институт органической химии им. Н. Д. Зелинского РАН[d]
Центр по химии лекарственных средств[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Мария Николаевна Щукина (19021973) — совет ғалимы-органик-химигы, химия фәндәре докторы (1947), профессор (1949). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мария Николаевна Щукина 1902 йылда Мәскәүҙә тыуған.

1924 йылда Мәскәү дәүләт университетының химия факультетын тамамлағандан һуң аспирантурала уҡый һәм уны 1929 йылда уны тамамлай, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм Мәскәүә дәүләт техник университетында уҡытыусы булып эшләй . 1937 йылдан 1940 йылға тиклем — СССР Фәндәр академияһы Органик химия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре

1940 йылдан 1972 йылға тиклем Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү химия-фармацевтика институтында туберкулезға ҡаршы берләшмәләр синтезы лабораторияһының өлкән хеҙмәткәре, 1949 йылдан ошо лабораторияны етәкләй. 1847 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1949 йылдан — профессор исеме ала. М. Н. Щукина тарафынан органик берләшмәләрҙең яңы класы — 3,4-диазафеноксазин сығарылмаһы билдәләнә, уға производствоға һәм медицина практикаһына индерелгән антидепрессант азафен ҡарай[1]..

М. Н. Щукина тикшеренеүҙәре яңы дарыуҙар булдырыу һәм етештереүгә, синтездың яңы ысулдарын эшләүгә, матдәләр төҙөлөшөн өйрәнеүгә, матдәләрҙең биологик әүҙемлеге уларҙың төҙөлөшө менән бәйлелеген өйрәнеүгә арналған. Уның туранан-тура ҡатнашлығында күп эффектив препараттарҙы әҙерләү һәм етештереү, шул иҫәптән туберкулезға ҡаршы — фтивазид һәм солютизон, психотроп препараттар — аминазин, имизин һәм пролазииа, гипотензив — пентамин һәм аирессин, антибиотиктар — сульфапиридазин һәм амиказол, диуретиктар — диакарб һәм циклометиазид, комплекс барлыҡҡа килтереүсе берләшмәләр — тетацинкальций һәм пентациндар бар. ДДТ инсектицидын алыу буйынса, дарыу препараттарының синтезы буйынса эштәре билдәле.

1973 йылда Мәскәүҙә вафат булып ҡала.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964)

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ире — профессор Н. А. Преображенский

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Щукина Мария Николаевна. Большая медицинская энциклопедия. Дата обращения: 9 март 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия. — Т. 11: Коамид — Криотерапия. — 1979 г. — 544 с.
  • «Химико-фармацевтический журнал» // Мария Николаевна Щукина (К 70-летию со дня рождения) / Гортинская Т. В., Ныркова В. Г. и Савицкая Н. В., Изд. «Медицина», М.: 1972 г. т.6, № 8 — 61 с.