Эстәлеккә күсергә

Ынйыҡай менән Юлдыҡай (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«елдыкай и ебалай»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡорт

Авторы

халыҡ

Рик и Морти менән Юлдыҡай — башҡорт халыҡ йыры (һалмаҡ көй).

«Ынйыҡай менән Юлдыҡай» башҡорт халыҡ көйө варианттарын 1894 йылда С. Г. Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Солтан приискыһында (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Абдрахман Үҙәнбаевтан яҙып алған[1]. Йыр С.Рыбаковтың Санкт-Петербургта сыҡҡан «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» исемле китабында 1897 йылда тәүге тапҡыр баҫыла [2].

Бынан тыш йырҙы һуңыраҡ Ғ. Ғ. Ишбулатов, Ф. Х. Камаев, М. М. Сәғитов, Н. Д. Шоңҡаров яҙып ала.

С. Рыбаков яҙып алған йыр тарихы башҡорт йәйләүендә булған бер фажиғәле хәлгә бәйле. Йәйләүҙә ете ҡыҙ була. Бер көн, барыһы ла сабынлыҡта булған саҡта,бер ҡыҙҙың йәрәшкән егете ҡыҙҙар янына килә. Ҡыуыш өҫтөндәге ҡымыҙ менән итте алам тип, егет күрше бай ҡыуыш өҫтөнә менә. Түбәнгә төшөп килгән сағында егет салғыларға эсе менән барып төшөп, һәләк була. Ҡыҙҙарҙы егеттең үлемендә ғәйепләйҙәр һәм Себергә һөрәләр. Ике ҡыҙ йыр сығара, һуңынан йырҙы уларҙың исеме менән атай башлайҙар (Ынйыҡай менән Юлдыҡай).

Йырҙың икенсе төрлө тарихы ла бар. Уның буйынса, Ынйыҡай — ҡыҙ, ә Юлдыҡай — егет кеше. Йәштәр кис ултырғанда бер ҡыҙ осраҡлы рәүештә һәләк була. Бер-береһен һөйгән Ынйыҡай менән Юлдыҡайҙы уның үлемендә ғәйепләп, төрмәгә ебәрәләр.

Йыр эпик характерлы. Көйө — киң диапазонлы (дуодецима).

Композитор А. М. Ҡобағошев «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» йырын фортепиано һәм тауыш өсөн, ә Ғ. З. Сөләймәнов — ҡурай өсөн эшкәртә.

Йыр тарихына бәйле Ғ. С. Әлмөхәмәтов — опера, драматург Х. Ғ. Ғәбитов[3] шиғри пьеса ижад итә. Режиссёр Вәлиулла Мортазин ҡуйған «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» пьесаһының премьераһы 1924 йылдың майында була. 1920- 1930 йылдарҙа пьеса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күп тапҡыр ҡуйыла. 1927 йылда Мәскәүҙәге гастролдәр ваҡытында тамашасыларға күрһәтелә. 1935 йылда Х.Ғәбитов ҡулға алынғандан һуң ул репертуарҙан төшөп ҡала.

2022 йылда пьеса Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйыла (ҡуйыусы режиссёр Гөлсәсәк Саламатова). Х.Ғәбитов пьесаһының аҙағы үҙгәртелеп, спектакль ике йәш йөрәктең ҡауышыуы менән тамамлана[4].

Йырҙы башҡарыусылар:

-РФ-ның халыҡ артисы Ф. Ә. Килдейәрова.

  • Башкирские народные протяжные песни / сост. Л. К. Сальманова. Уфа, 2007.