Экокластер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Экокластер
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2011

Нигеҙләүсе

Александр Коновалов

Уранлашыуы

Рәсәй Рәсәй, Мәскәү

Төп фигуралар

Александр Коновалов (ген. директор)

Тармаҡ

ауыл хужалығы

Әйләнеш

60 млн руб. (2012 йыл)[1]

Сайт

http://www.ecocluster.ru/

«Экокластер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — Рәсәй баҙарына экологик таҙа продукция етештереп сығарыуға һәм экохеҙмәттәр тәҡдим итеүгә махсуслашҡан ауыл хужалығы компанияларының ирекле берекмәһе. 2011 йылдан эшләй, Рәсәйҙә органик аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең иң эреләре иҫәбендә. Социаль эшҡыуарлыҡ  өлкәһендәге проект булараҡ, яйлап ашау концепцияһын әүҙем тарата.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылда бынан әүәлерәк Владимир Довгань менән бергә «Эдельстар» компанияһына идара иткән эшҡыуар Александр Коновалов Мәскәү өлкәһенең Шаховской районында дүрт гектар ер ала һәм унда үҙенең «Коновалово» фермаһын төҙөй. Ферма органик ауыл хужалығы принциптарында эшләй — тәбиғәт биргән мал аҙығы һәм өҫтәмәләр генә файҙалана. Ойоштороусы әйтеүенә ҡарағанда, ер алыу һәм проектты тулыһынса эшләтеп ебәреү 32 миллион һумға төшкән. Тәүҙә етештерелгән һөт нигеҙҙә дуҫ-ишкә һәм күрше-күләнгә һатылған, Яңы Рига менән Рублевский шоссеһы араһында ятҡан коттедж ҡасабалары халҡы төп клиенттар булған[2].

Коновалов, продукция сифатына зыян килеренән шикләнеп, производствоны киңәйтергә ашыҡмай. Киңәйеү урынына ул берҙәм стандарттар һәм технологиялар буйынса экологик хәүефһеҙ продукция етештереүсе бик күп ваҡ хужалыҡты берләштерерлек сауҙа маркаһы эшләргә була. Был марка аҫтында тауар һатырға теләгән һәр партнёр ай һайын иғәнә индерә, уға ветеринар контроль, аудит, мал аҙығы һәм сәсеү орлоғона контроль булдырыла. Уның тураһында дөйөм сайтта ентекле мәғлүмәт урынлаштырыла, ул төрөү материалдары, ҡап, маркетинг ярҙамы менән тәьмин ителә, продукцияһын һатыу гарантиялана. Шулай итеп, 2011 йылда «Экокластер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторола. Беренсе йылда уҡ берекмә үҙ бренды аҫтыда Рәсәйҙең утыҙ төбәгенән һәм донъяның ун ике иленән йөҙҙән ашыу тәбиғи продукция етештереүсе предприятиены берләштерә. Йыллыҡ әйләнеш 12 миллион һумға етә, ә рентабеллелек 60 % тәшкил итә[3][2].

2012 йылда компания Рәсәйҙә беренсе экомагазиндар франшизаһын башлап ебәрә һәм вертикаль буйынса интеграцияланған йомоҡ цикллы экоферма франшизаһы проектын эшләй. Быға тиклем тауар интернеттағы онлайн-сервис аша һатылһа, хәҙер инде «Экокластер»ҙың Истра районындағы Лужки ауылында ваҡлап һатыу фирма магазины асыла, уның артынан башҡа магазиндар барлыҡҡа килә, улар тотош бер селтәрҙе хасил итә. Һатыуҙан килгән аҡса 60 миллион һумға етә, брендтың хаҡы 100 миллион һумға баһалана[1]. 2014 йылда компания «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя, улар бергәләп ауылды тергеҙеүгә һәм Мәскәү халҡын экопродукттар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән социаль эшҡыуарлыҡ өлгөләрен таратыу менән шөғөлләнә башлай[4]. Шул уҡ йылда компания продукцияһы эшҡыуар Ваһит Әләкбәров ойошторған «Һатып алыуға ҡарағанда ла әһәмиәтлерәк» («Больше, чем покупка») хәйриә программаһы сиктәрендә "Лукойл"дың ҡайһы бер яғыулыҡ ҡойоу станцияларында ла һатыла башлай[5][6].

«Коммерсантъ» гәзите мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2015 йылда «Экокластер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Рәсәйҙә органик аҙыҡ-түлек етештереүселәр араһында «Русское молоко» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Эфирмасло» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән бергә иң эреләр иҫәбенә инә[7].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Берекмәлә ҡатнашыусыларҙың төп маҡсаты — Рәсәй баҙарына сифаты гарантияланған экологик таҙа продукция һәм экохеҙмәттәр сығарыу һәм һатыу, илдә экологик таҙа продукцияның цивилизациялы баҙарын формалаштырыуға йоғонто яһау, уға заманса халыҡ-ара экостандарттар индереү. Компания ашлама итеп яһалма матдәләр ҡулланыуҙан, гербицидтарҙан, үҫеште көйләгестәрҙән баш тартыуҙы (үҫемлек ауырыуҙары менән көрәштә үҫемлек төнәтмәләре һәм агротехник алымдар ҡулланыла), продукция етештергәндә антибиотиктарҙан, эмульгаторҙарҙан, тотороҡландырғыстарҙан, тәм өҫтәгестәрҙән, консерванттарҙан баш тартыуҙы, ГМО-нан тулыһынса баш тартыуҙы пропагандалай. Продукция Дөйөм милли генетик хәүефһеҙлек ассоциацияһында бойондороҡһоҙ экспертиза үтә һәм уға «Биологик хәүефһеҙ» тигән махсус билдә ҡуйыла. Берекмә тарафынан магазиндар селтәренән һәм интернет-магазин аша бирелгән заказдар буйынса һатып алыусыларға туранан-тура тауар илтеү системаһы ойошторолған[8][9].

Компания шулай уҡ экотуризм хеҙмәттәре күрһәтә, мәҫәлән, «Коновалово» фермаһы биләмәһендә 18 кешелек ике ҡунаҡ йорто төҙөлгән, кафе һәм мунса эшләй. Килгән кешеләр ауыл хужалығы эштәре технологиялары менән таныша, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡараша һәм етештереү процесында ҡатнаша ала.

Социаль әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Экокластер» берекмәһе федераль һәм төбәк власть органдары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, сәләмәт тормош рәүеше, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү буйынса социаль һәм уҡыу программаларын тормошҡа ашыра, мәҙәни мираҫты тергеҙә, төбәктең агробиотөрлөлөгөн һаҡлай, ауылдарҙа эш урындары аса, пропаганда һәм нәшриәт эшмәкәрлеге алып бара[10]. Бынан тыш, «Экокластер» үҙенсәлекле бизнес-инкубатор, мәғлүмәт-консалтинг компанияһы, органик ауыл хужалығы һәм агротуризм өлкәһендәге инвестицион проекттарҙы туплаусы булып тора[1].

Берекмә етәксеһе Александр Коновалов әүҙем гражданлыҡ позицияһына эйә, тармаҡҡа ҡағылышлы бөтә сараларҙа ҡатнаша, РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәсәйҙә органик ауыл хужалығы тураһындағы закон проектын эшләүсе эш төркөмөнөң ағзаһы булып тора[1][11].

Тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

LavkaLavka кооперативын ойошторған Борис Акимов фекеренсә, «Экокластер»ҙың бизнес-моделе нигеҙенә үк мәнфәғәттәр ҡапма-ҡаршылығы һалынған: «Әгәр Коновалов үҙе һөт менән генә шөғөлләнһә, ә кластерға башҡа продукция етештереүселәрҙе ылыҡтырһа, аңлашылыр ине. Ләкин үҙе эшләгән тармаҡтағы башҡа етештереүселәрҙе йәлеп иткән күп профилле ферма үҙенә-үҙе конкурент буласаҡ»[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 «Экокластер» запустил первую в России франшизу на экомагазины. Сельское хозяйство в России (2012-11-12). 5 май 2015 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 Римма Авшалумова. Можно ли заработать на фермерском хозяйстве в Подмосковье. Ведомости (2012-03-23). 5 май 2015 тикшерелгән. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «ведомости» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  3. Коновалов Александр Сергеевич. Коммерсантъ (2014-10-11). 5 май 2015 тикшерелгән.
  4. В Шаховском районе Подмосковья открылся первый в России вертикально интегрированный агротуристический комплекс «Экоферма Коновалово». Наше будущее (2013-12-05). 5 май 2015 тикшерелгән.
  5. Аня Чесова. На московских заправках появились товары социальных предпринимателей. The Village (2014-01-31). 3 май 2015 тикшерелгән.
  6. Ольга Тимофеева. В нашей взрослой-тире-взрослой жизни // Эксперт. — 2014. — № 26. — С. 68.
  7. Мария Карнаух. Ближе к земле. Коммерсантъ (2015-04-29). 5 май 2015 тикшерелгән.
  8. ОАГБ и Экокластер. Общенациональная ассоциация генетической безопасности. 5 май 2015 тикшерелгән.
  9. Анастасия Каримова, Светлана Ментюкова. Экологически чистый пиар. Коммерсантъ (2013-04-15). 5 май 2015 тикшерелгән.
  10. Экокластер — первый национальный экобрэнд. VIGIL. 5 май 2015 тикшерелгән.
  11. «Экокластер» подключается к разработке законопроекта об органическом сельском хозяйстве. Кто есть Кто в сельском хозяйстве (2011). 5 май 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]